ӘТРӘГӘЛӘМ
һарайын да әтмәләйбеҙ — ҡасан эшләгәнде күрмәй ҙә ҡалалар. В. Исхаҡов.
3. Уйлап сығарылған, ысында булмаған эш-хәлгә ҡарата әйтелә. □ Состряпать (о выдуманной истории, чего не было на самом деле). М Һеҙгә еңел ул — «Өҙөп ҡапҡас балтырған, Вәли кисә булдырған», — тип әтмәләйһегеҙ ҙә тәүҙә шиғыр итеп баҫтыраһығыҙ, унан йыр итеп сығараһығыҙ. Т. Сәғитов. [Хәрби генерал-губернатор Перовский — статс-советник Григорьевка:] Хәҙер Аҡмәсет крепосы начальнигына хат әтмәләйбеҙ. Я. Хамматов.
4. Ауыр хәлдән ҡотолоу юлын эҙләү сараһын йүнләү. □ Добывать, изыскивать пути выхода из трудной ситуации. Я Ҡалай итеп булһа ла, әтмәләп ҡыш сығырға кәрәк ине, — тине [атайым]. Д. Юлтый.
ӘТМӘЛӘШТЕРЕҮ (әтмәләштер ) ҡ. ҡар. әтмәләү 1. Аласыҡ әтмәләштереү. Я [Бәғиҙә: ] Бынау ҡайын төбөнә дурт ҡаҙыҡ ҡағып бирһәгеҙ, туҡмас таҡтаһын һалып, өҫтәл әтмәләштерербеҙ шунда. Ш. Янбаев.
ӘТМӘҢ (Р.: мотыга; И.: hoe, mattock; T.: çapa) и. диал. ҡар. кәтмән 1.
Арҡыры башлы кәрәк рәүешендәге ҡорал; тәпке. □ Мотыга. Әтмәң менән картуф кумеу.
ӘТНӘКӘ I [рус. однако] (Р.: однако; И.: though; however; T.: lâkin) терк. һөйл.
Ләкин. □ Однако. Я Әйткәндәй, «әтнәкә» һүҙе беҙҙә колхозда ветеринар булып эшләп киткән урыҫ Никитиндан ҡалған. Г. Яҡупова. [Садрислам — Иршатҡа:] Ғазап һурпаһын куп эстек, кәнишне, әтнәкә иҫән ҡалдыҡ. Ш. Бикҡол.
ӘТНӘКӘ II [рус. однако] (Р.: нюанс; И.: subtlety; T.: ayırtı) и. һөйл.
1. Берәй эш-хәлдең күҙгә ташланмаған нескәлектәре, хикмәтле яҡтары. □ Нюанс; недоделки, недостатки. Уның әтнәкәләре куп булыр. Я Әйткәндәй, ошо мәсьәләгә бәйле тағы бер әтнәкә сығып тора, — тине Иван Афиногенович. Р. Өмөтбаев. Туҡтаровтың планшетында тағы берәй әтнәкә ятмаҫ тимә. Г. Яҡупова. Был юлы ла «әтнәкә» сығып, аяҡтарҙы йөрөтөрҙәй «тере музыка» юҡлығы асыҡланды. Й. Солтанов. Дөрөҫ,
бында тағы бер «әтнәкә» бар, — тип ҡуйҙы ул [Ибраһим]. Д. Исламов.
2. Мәғәнә, асыл, айыш. □ Суть, толк. Әтнәкәһен һиҙә биреп ҡалам, һүҙеңдең әтнә-кәһен аңлап булмай.
3. Яманлыҡҡа яманлыҡ менән яуап биреү теләге; үс. □ Злоба. Әтнәкә тотоу. Әтнәкә һаҡлау.
ӘТРАФ [ғәр. ‘тарафтар’] (Р.:
окрестность; И.: environs; locality; T.: etraf) и. иҫк. кит.
Тирә-яҡ, әйләнә-тирә; урата. □ Окрестность, окружение. Әтрафҡа билдәле булыу.
■ Шул әтрафта кордон хеҙмәтенең хәжәте бөткәс, был йомошло мишәрҙәрҙе батша хөкүмәте көньяҡҡараҡ Инсә тирәләренә, көнсығышҡа Алатыр, Сембер тарафтарына күсергән. Ғ. Хөсәйенов. Әтрафыбыҙ тыныс булһа, тамаҡ та туҡ булыр. Н. Ҡәрип.
ӘТРАФЛЫ I (Р.: разносторонний; И.: all-round, versatile; T.: etraflı) с. иҫк. кит.
Күп яҡлы, күп ҡырлы; күп төрлө. □ Разносторонний, многообразный. Әтрафлы эш.
■ Тотолғандарға әтрафлы мөхакәмә бара. Ғ. Ибраһимов.
ӘТРАФЛЫ II (Р.: разносторонне; И.: in a flexible manner; T.: etraflıca) р. иҫк. кит.
Һәр яҡтан, ентекләп. □ Разносторонне, многообразно. Тикшереү әтрафлы булды.
■ Комиссия быларҙың һәр икеһен әтрафлы
тикшереп, бөтә Башҡортостанды ете кантонға бүлергә ҡарар ҡылынды. Ш. Хоҙайбирҙин- -х. -.11
ӘТРАФЫ ШӘТТА [ғәр. <>-11
(Р.: окрестность; И.: environs; locality; T.: etraf) и. иҫк. кит.
Төрлө яҡ. □ Окрестность, разные стороны. Әтрафы шәттанан йыйылыу. Я Кыпсаҡ таифәһенең сәләмәт ҡалғандары әтрафы шәттаға таралған. «Башҡорт шәжәрәләренән.
ӘТРӘГӘЛӘМ (Р.: бродяга; И.: rabble, tramp; T.: gürüh) и.
1. Тотороҡло эше, йәшәр урыны булмай илдән илгә йөрөгән ярлы кеше. □ Бродяга.
■ Тормош сүплегенә ырғытылған йүгәнһеҙ әтрәгәләм ҡыҙғаныуҙы беләме. Ә. Хәкимов.
2. Шундай кешеләрҙең күплеге. □ Сброд.
■ [Файза — Радмирға:] Мине баҡсаға алып
341