Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 342


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘТТЕК
барырға ваҡыты юҡ, ә бына әллә ниндәй әтрәгәләмдәрҙе ташый. Р. Байбулатов. [Зәки Вәлиди — Ғаяз Исхаҡиға:] Уның менән гел сит батшалар хакимлыҡ иткән — башта нормандар, унан татар-монголдар, аҙаҡ тағы әллә ниндәй әтрәгәләмдәр. Р. Байымов. [Гөлнара — Айнурға:] Эштән аҙаҡ әтрәгәләмдәрең менән яйлап йөрөмә, ваҡытында ҡайт. Н. Мусин.
3. әрл. Йылмаяҡ, берәҙәк (әрләгәндә әйтелә). □ Бродяга; сброд. ■ Йыйын әтрәгәләм, хәшәрәттәрҙе, әрәмтамаҡтарҙы ҡырып-һепереп тугергә кәрәк! Д. Бүләков.
ӘТТЕК (әттеге) и. диал. ҡар. әтлек. Аҡ сөгөлдөр һымаҡ тамыр уләнде әттек йә әтлек тип йөрөтәләр ине өләсәйемдәр.
ӘТТӘ I (Р.: отец; И.: Father; T.: baba) и. диал. ҡар. атай.
1. Балаһы булған ир кеше (уҙ балаһына ҡарата). □ Отец. Әттәм ҡайтманы әле. М Ул [Фәтихов] штабтан хеҙмәттән ҡайтып килә, имеш, ә ҡыҙы, тәҙрә тупһаһына баҫып: «Әттә ҡайта, әттә ҡайта!» — тип ҡысҡыра. И. Абдуллин.
2. миф. Ышаныуҙар буйынса, кешелектең башында тороусы изге рух; боронғо ата. □ Отец (мифологизированное лицо, дух, божество, создатель, предок, покровитель). Әттә һағы аҫтында булыу. Кук әттәбеҙ ризалығын алыу.
ӘТТӘ II ымл. ҡар. әттәгенәһе. Әттә, бигерәк туҙемһеҙһең!
ӘТТӘГЕНӘҺЕ (Р.: ах; И.: ah, oh, gosh; Т.: vay!, аһ! ашап!) ымл. ҡар. ай әттәгенәһе.
Аптырағанды, үртәнгәнде, үкенгәнде белдерә. □ Ах; ах, какая жалость; ох, как жалко! (выражает досаду, сожаление). М [Ғайсар бабай:] Әттәгенәһе, балам, ниңә улай сәбер-сенеп киттең әле? Ғ. Аллаяров. [Юлдаш:] Һай, әттәгенәһе, анауы Өйрәнсекте әйтәм әле, бигерәк тә моңһоҙ нәмә булған икән.
3. Биишева.
ӘТ-ТӘ-ТӘ (Р.: о, ого; И.: jeez!, оһо!; Т.: vay canına!) ымл.
Нимәгәлер иҫ китеп, ғәжәпләнеп торғанды белдерә. □ О, ого! (выражает восторг, восхищение). М [Әбей:] Әт-тә-тә!.. Харап килешә икән уҙенә сабата менән аҡ ойоҡ. М. Тажи.
ӘТТӘХИӘТ [ғәр. Aaajil | (Р.: молитва во время совершения намаза; И.: sort of Moslem prayer; T.: Ettehiyyatü Duası) и. дини.
Намаҙҙа тубыҡланып уҡылған доға (Хоҙайға баш ороу, йөҙ ороу). □ Молитва во время совершения намаза (обращаясь с поклоном к Богу). Әттәхиәт доғаһы. Әттәхиәт уҡыу.
♦ Әттәхиәт уҡытыу кәрәген биреү, арт һабағын уҡытыу. □ Дать как следует, наказать за что. Теге шилманың әттәхиәтен уҡытырға кәрәк.
ӘТҮКӘС (Р.: озноб; И.: chill; T.: ürperme) и. диал. ҡар. сирҡаныс.
Һыуыҡ һыуҙан өшөү; сикәнес. □ Озноб, дрожь (от холодной воды). Әтукәстән ҡурҡам.
ӘТҮКӘС АЛЫУ (әтүкәс ал-) (Р.: окунуться в воду перед купанием; И.: immerse oneself; T.: suya dalmak) ҡ. диал.
Сикәнес алыу; һыу инер алдынан сумып алыу. □ Окунуться в воду перед купанием. Әтукәс алғас, һыу бик һыуыҡ булып курен-мәне.
ӘТҮКӘШ (Р.: мороз; И.: frost; T.: soğuk) и. диал. ҡар. һыуыҡ II.
Ныҡ түбән температуралы һауа. □ Мороз. Әтукәш өтә генә.
ӘТҮМЕС (Р.: божья коровка; И.: ladybird, ladybug; T.: uğurböceği) и. диал. ҡар. ҡамҡа II.
Ҡанат өҫтө ҡыҙыл йәки һары төҫлө, ҡара төрткөлө ваҡ ҡына ҡуңыҙ. □ Божья коровка (лат. Coccinellidae). Балалар әтумес тотоп уйнай.
ӘТӘКӘС I (Р.: холодный; И.: cold, chilly; T.: soğuk) с. диал. ҡар. һыуыҡ I.
Өшөттөрә торған; өшәнес. □ Холодный, дождливый. Әтәкәс көн.
ӘТӘКӘС II (Р.: дрожь; И.: shivers, tremble; T.: ürperti) и. диал. ҡар. сирҡаныс 2.
Сикәнес (һыуҙан). □ Дрожь, озноб (от вида холодной воды, перед купанием). Әтәкәс алыу. Әтәкәс тип төшмәй торабыҙ.
ӘТӘКӘС III (Р.: о Боже; батюшки; И.: god!, good Lord!; T.: fesuphanallah! yarabbi!) ымл.
342