әтәс
Ғәжәпләнгәндә, аптырағанда әйтелә; атаҡай. □ О Боже; батюшки (выражает удивление). Әтәкәс, ни эшләуең был?
ӘТӘЛ (Р.: чур; И.: keep away; T.: aman) ымл.
1. Уйын барышында уйындан сыҡҡанды белдереп әйтелә. □ Чур (говорится вышедшим из игры её участником).
2. Уйын барышында яһалған тәнәфес. □ Пауза во время игры. Әтәлгә туҡтау.
♦ Әтәл араһына бәтәл кәрәкмәгән саҡта ҡыҫылған кешегә ҡарата әйтелә. □ Соваться не в своё дело. Әтәл араһына бәтәл булып йөрөмә.
ӘТӘЛГЕ I (Р.: кречет-самка; И.: gerfalcon, merlin; T.: sungur) и.
1. зоол. Инә шоңҡар. □ Кречет-самка. Я Был — өйрәктәрҙең иң яуыз дошманы әтәлге ине. X. Мохтар. Ҡапыл Торатау ҙа, ҡыйғыр әтәлге лә юғалды. Б. Рафиҡов. Тик һирәк-һаяҡ ҡына иртәнге ҡояш яҡтыһында ҡанаттарын ялтыратып төйлөгән, әтәлге-ләр генә осалар. А. Таһиров.
2. кусм. Батыр, ҡыйыу, сая кеше. □ Кречет (о сильном, смелом человеке). ■ Берәй әтәлгеһе, тон уртаһында ишекте емереп инеп, беҙҙең Гөлсибәрҙе лә бына шулай урлап китһә! Д. Исламов.
3. миф. Юрматы башҡорттарының ыша-ныуҙары буйынса, инә шоңҡар — тоҡом башы, яҡлаусы, һаҡлаусы изге ҡош. □ Кречет (самка), тотем, первопредок, прародитель, покровитель башкир-юрматинцев. Юрматыларҙың ағасы — өйәңке, ҡошо — әтәлге, ораны — аҡтайлаҡ. Я Ҡыйғыр әтәлге — ырыу серҙәрен һаҡлаусының билдәһе, тип тә әйткеләйҙәр. Б. Рафиҡов. • Әтәлгене тый, ҡарсығаны һуй. Әйтем.
ӘТӘЛГЕ II (Р.: круглое долото; И.: kind of chisel; T.: oyma kalemi) и. диал. ҡар. бөрөш ҡасау.
Ағас ҡабығын ыра торған йомро ҡасау. □ Круглое долото. Әтәлге менән ҡырыу.
ӘТӘЛГӘ ҠАЛЫУ (әтәлгә ҡал-) (Р.: попасть в безвыходное положение; И.: be at a dead end, dead lock; T.: zor durumda kalmak) ҡ.
Ҡыйын хәлгә юлығып, сараһыҙ булыу. □ Попасть в безвыходное положение. Я Ямғыр ҡатыш көслө ел сыҡһа, был әтәлгә ҡалған юлаусыға ҡайын булды ҡыуыш-ҡыйыҡса. С. Кулибай.
ӘТӘМБАЙ (Р.: приветливый, радушный человек; И.: communicable person; affable person; T.: güleryüzlü kimse) и. диал.
Алсаҡ, һүҙгә әүәҫ кеше. □ Приветливый, радушный человек; охотник поболтать. Юлда беҙ бер әтәмбайға тура килдек.
ӘТӘМБӘЙ I (Р.: ягнёнок или козлёнок позднего окота; И.: ewe, lamb (born in autumn); T.: güz doğan kuzu) и.
1. Һарыҡ, кәзәнең көҙ тыуған бәрәсе; көҙләүес, бүлтерек. □ Ягнёнок или козлёнок позднего окота. Был әтәмбәй ҡыш сыға алырмы икән?
2. кусм. Буйға бәләкәй, кәгез кешегә әйтелә. □ Человек, физически слабо развитый. Үҙе әтәмбәй генә булһа ла, башҡаларҙан ҡалышмаҫҡа тырыша.
3. һөйл. Сәсмәй үҫкән тыу ашлыҡ. □ Падалица. Әтәмбәй арыш. Әтәмбәй һоло. Ыҙан буйына әтәмбәй уҫкән.
ӘТӘМБӘЙ II (Р.: припущенник; И.: landless comer; T.: topraksız, göçmen kimse) u. map.
Ситтән күсеп килеп ултырған кеше; килмешәк. □ Припущенник; безземельный (люди позднего поселения), пришелец. Әтәмбәй мишәр. Я Низағлашып йә ғауғалашып киткән саҡтарҙа ғына әсе теллеләр кемдең кемлеген ләҡәп итеп иҫкә төшөр-гөләгән: башҡорт киҫәге, мишәр килмешәк, әтәмбәй. Ғ. Хөсәйенов. Ғилаждың уландары Сөнәғәттең артынан әрләп, уны ирештереп тороп ҡалалар: «Ерең дә юҡ бит һинең, әтәмбәй!» Ғ. Ибраһимов. • Яҙын иген икмәгән әтәмбәйгә моң булыр. Әйтем.
ӘТӘРБАЙ (Р.: ловкий; И.: adroit; Т.: kurnaz) с. диал. ҡар. хәйләкәр.
Бик әрһеҙ; йылмаяҡ; үтембей. □ Ловкий, хитрый; пронырливый. Әтәрбай кеше. Бик әтәрбай ҡыҙ ине.
ӘТӘС (Р.: петух; И.: rooster, cock; T.: horoz) и.
i, зоол. Тауыҡтар ғаиләһенә ингән оҙон дуға ҡойроҡло, ҙур ҡыҙыл кикрекле, типке
343