Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 344


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘТӘСБАЛЫҠ
тырнаҡлы ата енесле ҡош; тауыҡтың ата енеслеһе. □ Петух. / Петушиный (лат. Gallus). Әтес кикреге. ■ Тирә-яҡты яңғыратып, әтәстәр ҡысҡырыша. А. Абдуллин. Аттар бышҡырып ала, арба тәгәрмәстәре шығыр-шығыр итә, әтәстәр ҡысҡыра. И. Абдуллин. • Әтәс уҙ суплегендә уҙе мырҙа. Әйтем.
2. миф. Башҡорттарҙа Ҡояшты, яҡтылыҡты символлаштырыусы, яуыз көстәрҙән һаҡлаусы йорт ҡошо. □ Петух (символ солнца, вестник света, носитель времени; в народной культуре оберегает от злых сил). Әтәс көн аяҙайта. ■ Тауыҡ әтәс булып ҡысҡырһа, ярамай, салырға кәрәк уны. «Башҡорт мифологияһы»нан.
3. кусм. Юҡ ҡына сәбәптән ҡыҙып барған, һуғышырға әҙер торған кешегә ҡарата әйтелә. □ Петух (о молодом человеке-задире). Я Васяны кургәс, өйрәнгән ғәҙәте менән ике сажин бейеклегендәге Тубәнәй сос ҡына һикереп төштө лә дуҫы өҫтөнә әтәс кеуек ташланды. X. Мохтар. [Егеттәр] йөҙгә-йөҙ ҡаршы тороп, бер-береһенә әтәстәрҙәй осоп-ҡунырға уҡталдылар. Й. Солтанов.
♦ Көҙгө әтәс мыҫҡ. көс-ғәйрәтен күрһәтеп, шәп булып ҡыланған кешегә ҡарата әйтелә. □ Задиристый (о человеке), доел. Осенний петух. Н Эй, һеҙ, көҙгө әтәстәр, көш! — ти Мансур бабай. М. Кәрим. Ҡаш аҫтынан ҡарашып, көҙгө әтәстәр һымаҡ, бер килке ҡара-ҡаршы баҫып торҙолар. Яр. Вәлиев. Ҡыҙыл әтәс үрт, янғын. □ Огонь, пожар, доел. Красный петух. ■ Зариф кисен бер ҡап шырпы алып, музей башына «ҡыҙыл әтәс» ҡундыртырға йыйынған еренән саҡ тотоп ҡалдым. Й. Солтанов. Ҡыҙыл әтәс ҡундырыу {йәки ебәреү, осороу) {йәки ҡыҙыл әтәстән ялатыу) ут төртөп яндырыу, үртәү. □ Пустить красного петуха; поджечь. ■ Совхоз баҫыуына кем ҡыҙыл әтәс осорҙо, ә? Б. Бикбай. Тыштан ишекте терәп ҡуябыҙ ҙа ҡыҙыл әтәс ебәрәбеҙ. X. Мохтар. Таң әтәсе иртә таңда ҡысҡырған әтәс. □ Утренний петух. Я Тышта таң әтәстәре ҡысҡыра башланы. Ә. Вәли. Бында ла уны ҡыҙҙар таң әтәсе тип атаны. Н. Ҡотдосов. Таң әтәстәре ҡысҡыра, әллә таң ата микән? Халыҡ
йырынан. Тәүге әтәс таңға ҡаршы беренсе булып ҡысҡырған әтәс. □ соотв. Первые петухи. Я Кетәктә тәуге әтәс ҡысҡырҙы. Р. Ғабдрахманов. Ара-тирә эттәр өрә, тәуге әтәстәр һөрән һала. Н. Алсынбаев. Әтәс булып ҡысҡырыу йәшереп ҡуйған, йыйған затлы нәмәнең, аҡсаның билдәле булыуына ҡарата әйтелә. □ Закукарекать (стать известным, — о спрятанных деньгах или дорогих вещах). Аҡсаң әтәс булып ҡысҡырған инде.
ӘТӘСБАЛЫҠ (әтәсбалығы) (Р.: рыба-усач; И.: barber; T.: bayağı bıyıklı balık) и. диал. ҡар. мыйыҡлы балыҡ.
һаҙандар ғаиләһенә ҡараған йылға балығы. □ Рыба-усач (лат. Barbus barbus). Әтәс-балыҡ — көслө балыҡ. Әтәсбалыҡ башҡа балыҡтарҙан мыйыҡлы булыуы менән айырылып тора.
ӘТӘСЛЕК (әтәслеге) (Р.: разгорячённость; И.: pertness; T.: küstahlık) и. диал.
Урынһыҙ ҡыҙып китеүсәнлек, бәйлән-секлек. □ Разгорячённость, задиристость. Бөтмәне инде хужаның әтәслеге.
ӘТӘСЛӘН Д EPEY (әтәсләндер-) ҡ. йөкм. ҡар. әтәсләнеү, понуд. от әтәсләнеү. Әтәсләндермәгеҙ әле шул малайҙарҙы.
ӘТӘСЛӘНЕҮ (әтәслән-) (Р.: петушиться; И.: fume; T.: horozlanmak) ҡ. һөйл.
Ғәйрәтләнеп, кәпрәйеп, кешегә ташланырға тороу. □ Петушиться, задираться. Йә, әтәсләнмә! Я Юҡ-барға ла әтәсләнергә торған һуғыш суҡмарҙары уның [Әшрәфтең] ҙур булмаған, әммә бер тондорһа, берәгәйле тондора торған «тимер» йоҙроҡтарынан шөрләйҙәр ине. И. Абдуллин. Ҡоралһыҙ малайҙар алдында әтәсләнеу өсөн көс кәрәкме ни? 3. Биишева. Азат иркенләп тын алырға ла өлгөрмәне, Микола, әтәсләнеп, уның алдына килеп баҫты. Ә. Бикчәнтәев.
ӘҮ (Р.: а; И.: yes? hey!; T.: efendim) ымл.
Кеше өндәшкәндә яуап итеп әйтелә. □ А (выражает отзыв, отклик). Әу, инәй! ■ [Бибекәй әбей — Заһираға:] Әу, ҡолонсағым!
3. Биишева. [Шәрифә инәй — Тимербу-латҡа:] Әу, балам. Һ. Дәүләтшина. [Әхәт:] Әу, Зифа. Н. Мусин.
344