Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 346


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘҮЕМБӘК
ӘҮЕМБӘК (әүембәге) (Р.: чирок-свистунок; И.: Eurasian teal; T.: çamurcun) и. зоол.
Йәшел башлы бәләкәй ала өйрәк. □ Чирок-свистунок (лат. Anas сгесса). ■ Әуем-бәк — йылғаларҙа йәшәй торған ҡыҫҡа муйынлы һәм бик осло ҡанатлы бәләкәй өйрәк. Э. Ишбирҙин.
ӘҮЕН I [рус. овин\ (Р.: овин; И.: barn; T.: ambar) и.
1. Һуғыр алдынан көлтәле игенде киптерә торған ҡоролма. □ Овин. / Овинный. Әуенгә һалыу. ■ Хисбулла ямғыр серетеп бөтөп барған ҡарабойҙайҙы әуенгә һалып, елләтеп булмаҫмы тип, таң-иртәнән тороп баҫыуға китте. 3. Биишева. Ләйләбәҙәр туҙмәне, һикереп торҙо ла, бейек кәлтә әуенен тубәндә ултырған Әхмәтзәки өҫтөнә ауҙарҙы. Р. Байымов. [Кәрим ҡарт:] Бына, Вәли, ҡара инде, һеҙҙең ат бер әуен тарыны харап иткән, шул балаға ышанып, ат биреп ебәрәләрме ни? М. Ғафури.
2. диал. ҡар. ырҙын. Әуен таҙартыу. Әуенгә быйылғы иген килтергәндәр. ■ Ямғыр яуып-нитеп ебәрһә, иген әуенгә һалыныр, — тине Ваһап ҡарт. Ж. Кейекбаев. Урырға ла, шунда уҡ әуендәрҙә киптереп, һуға барырға. Р. Ғабдрахманов. Уның [Петриктың] әуен артына сығыуын ғына шәйләп ҡалалар, ә ҡайҙа йунәлеуен, ни уйлауын, ни көҫәуен берәу ҙә белмәй. Р. Камал.
3. диал. Бесән кипһен өсөн күбә эсенә ҡуйылған таяу; таған. □ Стожар (шесты, вставляемые конусом в середину стога для просушки и проветривания сена). Әуен теркәнек, бесән өйә бар.
♦ Әүене янғандай бик борсолоп, хафаланып йөрөгән кешегә ҡарата әйтелә. □ Мрачный, не в духе. ■ Кисә лә ул [Ғилман] эштән әуене янған кешеләй ҡайтып инде. Ғ. Лоҡманов.
ӘҮЕН II (Р .: сон; И.: sleep; T.: uyku, rüya) и. һөйл. ҡар. нәүем.
Организмдың ял итеү хәле; йоҡо. □ Сон. Әуенгә талыу.
♦ Әүен баҙары йоҡо. □ Сон. ■ Эргәһендәге малайҙар тиҙҙән әуен баҙарына тайҙылар. Р. Байбулатов. Әүен баҙарына китеү йоҡоға
талыу, йоҡлап китеү. □ Заснуть, уснуть.
■ Йугереп арыған ҡустылары, әлбиттә, кистән ук әуен баҙарына китә, ә Ниғмәттең куҙҙәрен йоҡо алмай. Р. Байымов. Әсәһен һағынып талсыҡҡан Миңлегөл шунда уҡ мышнап әуен баҙарына китте. Р. Байбулатов. Айбулат, әсәһенең йырын тыңлағандай итеп, бер аҙ ятҡас, әуен баҙарына китеп тә барҙы. Т. Килмөхәмәтов.
ӘҮЕН III (Р.: силок для рябчиков; И.: trap, snare; T.: ilmikli kapan) и. диал.
1. Ҡор ауы. □ Силок для рябчиков. Ҡорҙарға әуен ҡуйыу.
2. Балыҡ ауы. □ Рыболовная сеть. Әуен һалайыҡ әле балыҡҡа.
3. Аулау өсөн ҡулланылған алдатҡыс соҡор. □ Овраг-приманка (на охоте). Ҡыр кәзәһе әуенгә килеп төшкән.
4. Ҡош аулаусының ҡыуышы. П Шалаш охотника. Ҡор аулаусы әуененә инеп китте.
ӘҮЕН БАҘЫ (Р.: овинная яма; И.: kind of a deep pit; T.: ahır çukuru) и. иҫк.
Иген киптергәндә ут яғыр өсөн әүен аҫтына ҡаҙылған, тирә-яғы таштар менән уратылған тәрән соҡор. □ Овинная яма.
■ Әуен баҙы тип беҙҙең яҡта иген киптергәндә ут яғыр өсөн әуен аҫтына ҡаҙған тәрән соҡорҙо әйтәләр. Экспедиция материалдарынан. Бесәй зыр-зыр әйләнеп, эт янына — әуен баҙына барып төштө. Ғ. Хәйри.
ӘҮЕН БУТҠАҺЫ (Р.: праздник урожая; И.: harvest festival; T.: hasat bayramı) и. йола.
Уңыш байрамы; игендәр йыйылып-һуғы-лып бөткәс, киләһе йылда ла уңыш мул булһын тип үткәрелгән йола байрамы. □ Праздник урожая, доел. Каша овина (празднество, направленное на проецирование богатого урожая, изобилия). ■ Әуен бутҡаһы менән ауылдың барлыҡ кешеләрен, ҡартын, йәшен һыйлағандар. Халыҡ ижадынан.
ӘҮЕНЛӘҮ (әүенлә-) (Р.: класть в овин; И.: place into a barn; T.: ambarlamak) ҡ.
1. Көлтәләге игенде әүен аҫтына тағанлап өйөү. □ Класть в овин. Әуенләп һалыу.
■ Уларын [ашамлыҡ игендәрен] әуенләп кенә, кәбәндә тотоу ярамай ине быйыл. Ғ. Хөсәйенов.
346