Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 347


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘҮЕРЕЛЕҮ
2. Ашлыҡ йәки бесәнде тағанлап өйөү. □ Скирдовать хлеб или сено на стожары. Бесәнде әүенләү. Әүенләп өйөп ҡуйыу.
ӘҮЕН ҺУҒЫУ (әүен һуҡ-) (Р.: молотить овинный хлеб; И.: trounce corn; T.: harman dövmek) ҡ. иҫк.
Әүендә киптерелгән ашлыҡты һуғыу. □ Молотить овинный хлеб. ■ Был ҡышты мин үҙебеҙҙә үткәреп, ауыл байҙарына көнлөкләп утын-бесән ташып, әүен һуғып үткәрҙем. Ғ. Минһажев.
ӘҮЕР (Р.: плечо; И.: shoulder; T.: omuz) и. иҫк.
Ҡулдың яурынға тоташҡан урыны; ҡулбаш, иңбаш. □ Плечо. Әүере ауыртҡан. Әүере һыҙлай.
ӘҮЕРЕЛДЕРЕЛЕҮ (әүерелдерел-) ҡ. төш. ҡар. әүерелдереү, страд, от әүерелдереү. Боҙ һыуға әүерелдерелгән. М Зәки Вәлиди үҙ шәхесен раҫларҙай ҡағыҙҙар алғайны, шуларҙы күрһәтә-күрһәтә барып, ниһайәт, хәрби штабҡа әүерелдерелгән боласылар башлығы Богдан Павлоның вагонын эҙләп тапты. Р. Байымов. Беҙ немецтар тарафынан, ысынлап та, утлы крепосҡа әүерелдерелгән Ҡырымға һөжүм итә инек. Р. Байбулатов.
ӘҮЕРЕЛДЕРЕҮ (әүерелдер-) (Р: превращать; И.: transform; T.: dönüştürmek) ҡ.
1. Ғәмәлдәге хәлен үҙгәртеп икенсе сифат биреү, башҡаға әйләндереү. □ Превращать, преобразовать. Боҙҙо һыуға әүерелдереү. Урманлы ерҙе ҡоро далаға әүерелдереү. ■ Немецтар күп ваҡытта сиркәүҙәрҙе күҙәтеү пунктына әүерелдерәләр. Ғ. Аллаяров. Улыңа ла Ирдәүләт тип ҡушҡанһың, Әминәне лә бәхетле иткәнһең, ауылды гөл баҡсаһына әүерелдереп, яҡташтарҙы ла ҡыуандырғанһың. Р. Байымов.
2. миф. Сихри көс менән бер нәмәне йәки кешене икенсе нәмә, кеше итеп үҙгәртеү. □ Превратить, преобразовать в кого, во что (при помощи волшебных сил). ■ [Ҡыҙ — егеткә:] Беҙҙең әсәйебеҙ бик мәкерле: ул мине быжыр, бөкрө ҡыҙға әүерелдерер, уртансы апайымды урта йәштәрҙә яһар, ә иң өлкән апайымды бөтәбеҙҙән дә һылыу итер. Алдана күрмә. Әкиәттән.
ӘҮЕРЕЛЕҮ (әүерел-) (Р.: превращаться;
И.: transform; T.: dönüşmek) ҡ.
1. Ғәмәлдәге хәле үҙгәреп, икенсе сифат, башҡа төҫ алыу, башҡаға әйләнеү. □ Превращаться, преобразовываться, преображаться в кого, во что, перерастать, переходить во что-л., становиться, обернуться кем, чем. // Превращение, преобразование.
■ Нефть табыу уның өсөн тормоштоң төп маҡсатына әүерелде. Ә. Бикчәнтәев. Әгәр тормошҡа, хатта бик оҡшамаһа ла, ыңғай баһа бирһәң, миңә тәжрибә өсөн ебәрелгән, тиһәң, ул һинең өсөн бәхеткә әүерелер. Н. Ғәйетбаев. һәр кем өсөн тыуған йорто нисек ҡәҙерле, бөтә Ер шары шундай яҡын булып әүерелер. А. Мағазов. Ғали йәнәптәре, — тигән аҡыллы вәзир, — олоно оло итмәй, ата-баба йолаһын һанға һуҡмай, бер-береһен тыңламай ошолай ҡыланһалар, афәт уларға былай ҙа килер, йәшәгән ерҙәре ташландыҡҡа әүерелер, йылғаларынан һыу урынына ҡара дегет, сүп-сар ағыр. Р. Байымов.
2. Ниндәйҙер икенсе бер нәмә булып сығыу, булып китеү. □ Превращаться, преобразовываться; становиться, обернуться кем, чем. // Превращение. ■ Бер ваҡыт ул уҫал арыҫландан ҡурҡаҡ ҡуянға әүерелгәнлегенә ғәрләнә. С. Поварисов. [Нажияның] йөрәгендә ниндәйҙер һағыш тойғоһо уянды, гүйә, әле генә күңеле күгендә балҡыған сағыу ҡояш, ни сәбәптәндер һүрелеп, һары айға әүерелде. Р. Вәлиев.
3. миф. Сихри көс ярҙамында бер нәмә йәки кеше икенсе бер нәмә, кеше булып үҙгәреү. □ Превратиться, преобразоваться в кого, во что (при помощи волшебных сил). Йөҙйәшәр йыландың аждаһаға әүерелеүе.
■ Ул бүреләр, килеп етеү менән, Алмушхан кешеләренә әүерелер. Б. Рафиҡов. Их, берәр дарыу табаһы ине лә, уны боронғо аҡыллы, матур Ғәлимә апай итеп әүерелдерәһе ине! М. Ғафури. Эйәләр әҙәм күҙенә күренмәй, күренһә, әҙәм шашып әруахҡа әүерелер ине. Ғ. Хөсәйенов. ҒИүлгәндең турһыҡтан бер ҡалаҡ ҡанды алып йотоуы булды — айыуға әүерелеүе булды, ти. Әкиәттән.
347