Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 348


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘҮЕРЕЛЕШ
ӘҮЕРЕЛЕШ (Р.: превращение; И.: change, transformation; T.: dönüşme) и.
Ғәмәлдәге хәле үҙгәреп икенсе сифат, башка төҫ алыу, башҡаға әйләнеү күренеше. □ Превращение, преобразование, перерастание, переход, становление. Үләндәрҙең, япраҡтарҙың тупраҡҡа әүерелешен тикшереү. ■ XIII—XIV быуаттарҙа шул этногенез әүерелештәренә татар-монгол урҙаһы менән Көньяҡ Уралға килеп сыҡҡан төрки һәм монгол элементтар ҙа ҡушылған. Й. Солтанов.
ӘҮЕРЕЛЕШЕҮ (әүерелеш-) ҡ. урт. ҡар. әүерелеү, взаимн. от әүерелеү. Ун йылдан беҙ әллә кемдәргә әүерелешеп бөтөрбөҙ әле.
ӘҮЕРЕЛТЕҮ (әүерелт-) ҡ. ҡар. әүерелдереү. Мәскәйҙе ҡыҙға әүерелтеү. Һыуҙы боҫҡа әүерелтеү. ■ [Мифтахетдин] әйбер-ҙәрен тумбочкаға ҡыҫтап тыҡты ла ишеген шартлата ябып, аҙыҡ келәтенә әүерелткән был ҡоролмаһын үҙе алып ингән баҡыр сым киҫәге менән билбауҙай уратып, остарын сырмаҡлап ҡуйҙы. Й. Солтанов.
ӘҮЕРЕҪЛЕК (әүереҫлеге) и. диал. ҡар. әүеҫлек. Әүереҫлек яһау. Әүереҫлеккә бесән киптерергә ҡуйыу.
ӘҮЕРЕҮ (әүер ) ҡ.
1. ҡар. әүерелдереү 1. Төндө көнгә әүереү. М Йылғаға текләп, сәскәләрҙең хуш еҫенә кинәнеп ҡырсында аунаған саҡтар, аҙаҡтан, байтаҡ йылдар үткәс, хәтерҙә ҡабаттан терелер ҙә балалыҡты һағыныу тойғоһона әүерер, үҙәктәрҙе өҙөр тип ул ваҡытта кем уйлаһын инде! Ш. Янбаев.
2. күсм. Кешенең күңелен кемгәлер йәки нимәгәлер ауҙарыу, ҡаратыу. □ Склонить к чему, располагать. Бала күңелен үҙеңә әүереү. Кешене үҙеңә әүереү. Халыҡты дошманлыҡҡа әүереү. ■ [Даниил Вадимович:] Бик ныҡыша торғас, Правдинды әүереп булырға оҡшай. А. Мағазов.
3. диал. Ауырыу, сырхау. □ Болеть. Төнә-нән бирле әүерей.
ӘҮЕРЕҮ-СӘҮЕРЕҮ (әүер-сәүер ) ҡ. диал. ҡар. ыңғайлау. Һүҙгә әүереү-сәүереү.
ӘҮЕРКӘ [рус. оборка] (Р.: оборка; И.: frill; flounce; T.: fırfır, farbala) и. диал. ҡар. балитәк.
Ҡатын-ҡыҙҙың күлдәгенең итәгенә ҡатлы-ҡатлы итеп тегелә торған таҫма; ҡатмар. □ Оборка. Күлдәккә әүеркә һалыу.
ӘҮЕРКӘЛЕ (Р.: с оборкой; И.: frilled; T.: farbalalı) с. диал. ҡар. балитәкле.
Ҡатмар һалып тегелгән. □ С оборкой. Әүеркәле күлдәк. ■ [Сабира — Кунаҡбикәгә:] Ана, анауы кәштәләге шәлъяулыҡты, әүеркәле күлдәкте, анауы сәйҙә торған түбәтәйҙе һалған. Р. Низамов.
ӘҮЕРМӘК (әүермәге) (Р.: забава; И.: entertainment, amusement; T.: eğlence) и. һөйл.
Кеше күңелен тартҡан ҡыҙыҡ күренеш; тамаша. □ Забава, развлечение. Бик ҡыҙыҡ әүермәк. Әүермәк ҡороу.
ӘҮЕРМӘЛЕ (Р.: покладистый; И.: dealable; T.: uyuşkan) с. һөйл.
Ыңғайға килгән, тыңлаулы. □ Покладистый, поддающийся влиянию. М Әүермәле холоҡло ҡыҙ.
ӘҮЕРМӘН (Р.: оборотень; И.: Werewolf, wolf-man; T.: gülyabani) и.
1. миф. Сифатын үҙгәртеп, төрлө ҡиәфәткә инә, әүерелә алған мифик зат. □ Оборотень. Әҙәм түгел был, әүермән! Күҙгә әүермән күренеү. ■ Килмәт ҡарт уны [Хәҙисәне ] «әүермән» тип атаны. Ә. Хәкимов.
2. күсм. Үҙенең ысын йөҙөн йәшереү өсөн эш алымын үҙгәрткән кеше. □ Оборотень (двуличный человек). Әүермәнгә әйләнгән әҙәм. ■ Тимашев, Куприянды һеңгәҙәтеп, шаҡ ҡатырҙы. «Ике яҡлы уйын уйнайһыңмы әллә, әүермән?!» И. Ноғманов. [Айым — Маһитапҡа:] Үҙең әүермән булыу ғына аҙ, мине лә шундай итеп, иремдән һыуыттың. Ғ. Ибраһимов.
ӘҮЕРНӘ (Р.: крестовина; И.: crossing, intersection; T.: maka) и.
1. Бер-береһенә тәре рәүешендә арҡыры ҡуйып нығытылған ике ағас, тимер һ. б. (төрлө маҡсатта ҡулланыла). □ Крестовина. Әүернә яһау. Бураны әүернәгә ултыртыу. ■ Рәүф шунда уҡ һикенән иҙәндәге ҡанаттарын йәйгән әүернә янына һикереп төштө. Р. Ғабдрахманов. [Емеш:] Ағай, анау әүернә һымаҡ нәмә нимәкәй икән ул? «Ел тирмәне», — тип аңлата Иштуған. 3. Биишева.
348