ӘҮЕРНӘ ЯН
2. туҡ. Кәләпле епте урау, йомғаҡлау өсөн ҡулланылған тәре рәүешендәге ҡуш тар таҡтанан ғибәрәт ҡулайлама. □ Вороб, моталка. Әуернә аяғы. Әуернә сөйө. Әуернә орсоғо.
3. Урғыс машинаның әйләнеп торған ҡанаты. □ Крыло мотовила. Комбайндың әуернәһе. Әуернә ҡанаты. ■ Комбайнёр, һәлмәк кенә атлап, ергә төштө һәм, ниҙер юғалтҡан кеше кеуек, машинаның алдына сыҡты, әуернә ҡанатын тубән төшөрөп сукәйеп ултырҙы. Ә. Вәли.
4. Өҫтө-өҫтөнә арҡыс-торҡос һалып өйгән кәлтә. □ Крест-накрест положенные снопы. ■ Үмәр ҡарт, ай яҡтыһы бар саҡта, ошо иген әуернәһен бөтә һалып ҡуйырға тырышып, ҡалған көшөлөн ағас кәрәк менән ашыға-ашыға елгәрергә кереште. Һ. Дәүләтшина.
5. этн. Башҡорт тамғаларының береһе. □ Крест (один из родовых знаков (тамг) башкир). Беҙҙең ырыуыбыҙҙың тамғаһы — әуернә.
ӘҮЕРНӘ ЙОНДОҘЛОҒО (Р.: созвездие Креста; И.: Crux; T.: Güneyhaçı takımyıldızı) и. (баш хәреф менән)
Көньяҡ ярымшарҙа урынлашҡан әүернәгә оҡшаған йондоҙлоҡ. □ Созвездие Креста (Южный крест). ■ Кук йөҙөндә Әуернә йондоҙлоғоноң яҡты йондоҙҙары ромб йәки әуернә кеуек фигура барлыҡҡа килтерә. Интернет селтәренән.
ӘҮЕРНӘЛЕ (Р.: имеющий крестовину; И.: with a crossing; T.: makah) c.
Әүернәһе булған. □ Имеющий крестовину, с крестовиной. Әуернәле бөжәктәр.
ӘҮЕРНӘЛЕ ҠУҢҒЫҘ (Р.: жук-крестовик; И.: beetle species; T.: bir tür böcek) u. зоол.
Һары ҡанат өҫтөндә әүернә һымаҡ һүрәт булған, бөртөклөләргә зыян килтерә торған ҡуңыҙ. □ Жук-крестовик (лат. Araneus praesignis). Әуернәле ҡуңғыҙҙы минең кургә-нем юҡ.
ӘҮЕРНӘЛЕ ТӨЛКӨ (Р.: лисица-крестовка; И.: fox species; T.: bir tür tilki) и. зоол.
Арҡаһында әүернәгә оҡшаған ҡара биҙәге булған төлкө. □ Лисица-крестовка, сиводушка (лат. Vulpes crucifera). Әуернәле төл
көнөң ҡара һыҙаттары арҡаһында ярылып ята.
ӘҮЕРНӘЛЕ ҮРМӘКСЕ (Р.: паук-крес товик; И.: garden-spider; T.: bir tür örümcek) и. зоол.
Арҡаһында әүернә рәүешендәге һүрәте булған ҙур үрмәксе. □ Паук-крестовик (лат. Araneus diadematus). Әуернәле урмәксенең оҙонлоғо 2—3 сантиметрға етә.
ӘҮЕРНӘЛӘҮ (әүернәлә-) (Р.: сделать крестом; И.: make smth criss-cross; T.: maka şeklinde yapmak) ҡ.
Әүернә (1) рәүешле итеү. □ Сделать крестом, крест-накрест. Яурындан әуернә-ләп ҡайыш тағыу. ■ Кун куртка тәнен ыҫпай итеп ҡыҫып тора. Уның өҫтөнән әуернәләп ҡайыш тартылған. Б. Хәсән.
ӘҮЕРНӘ СӘСКӘЛЕЛӘР (Р: крестоцветные; И.: cruciferae; T.: turpgiller) и. бот.
Дүрт таж япрағы әүернә кеүек ҡара-ҡаршы урынлашҡан үҫемлектәр ғаиләһе. □ Крестоцветные (лат. Cruciferae). М Башҡа сәскәләрҙән айырмалы рәуештә әуернә сәскә -леләр уҙҙәренең сәскә төҙөлөшө менән танылып тора. Әуернә сәскәлеләр — бал ҡорттарының иң яратҡан сәскәләре. Әуернә сәскәлеләрҙең 350 төрө бар тип иҫәпләнә. Интернет селтәренән.
ӘҮЕРНӘТӨП (әүернәтөбө) и. диал. ҡар. таған 4. Әуернәтөп ҡуйҙылар, һыулыраҡ бесән кәбәндә кипһен өсөн, аҫтан тәҙрә һымаҡ тишек ҡалдырҙылар.
ӘҮЕРНӘ ҮЛӘН (Р.: Петров крест; И.: toothwort; T.: gizli ot) и. бот.
Шомбоялылар ғаиләһенә ҡараған, япраҡһыҙ аҡ һабаҡлы, ал сәскәле паразит үҫемлек. □ Петров крест, потаённица, царь-трава (лат. Lathraea). Әуернә уләндең һабаҡтары тупраҡ аҫтында була.
ӘҮЕРНӘ ЯН (Р.: боевой тяжёлый лук, сделанный из рога; И.: kind of heavy bow; T.: boynuzdan yapılan yay) u.
Ике яҡ башын мөгөҙҙән ҡуйып, керешенә бүре тарамышы тартып яһалған ян. □ Боевой тяжёлый лук, сделанный из рога. Әуернә яндан атыу. Әуернә ян менән ауға сығыу.
349