Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 353


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘҮРӘЛӘҮ
ӘҮМӘКЛӘШЕҮ (әүмәкләш-) (Р.: схватываться; И.: roll (about) together; T.: yuvarlanmak) ҡ.
Үҙ-ара көрмәкләшеп аунашыу, тәгәрәшеү, мәтәлләү. □ Схватываться, бороться, сцепиться; кувыркаться вцепившись друг в друга. Малайҙар ерҙә әүмәкләшәләр. ■ Балаларҙың берәүҙәре таҡта киҫәгенә ултырып, икенселәре ятып, өсөнсөләре әүмәкләшеп шыуып төшәләр. Р. Ханнанов. Сиҙәмдә аунай-аунай әүмәкләшһендәрме, таяҡты ат итеп, уны ҡамсылай-ҡамсылай йорт тирәләп сапһындармы [балалар]. Ғ. Лоҡманов. [Йомағол менән Сөйөмбикә] кисен эштән ҡайтҡанға тиклем дә һағынышалар, ҡайтҡас, ҡосаҡлашып һикегә ауалар ҙа бала саҡтағы шикелле әүмәкләшеп йөрөп шаяралар. Н. Мусин.
ӘҮМӘКӘЙ (Р .: непостоянный; И.: fickle; T.: kararsız, devamsız) с. һөйл. ҡар. аумаҡай.
Бер һүҙҙә, бер ҡарашта тора алмаған; ауыусан. □ Непостоянный, изменчивый, неустойчивый. Әүмәкәй кеше.
ӘҮМӘЛӘ (Р.: мучная жидкая каша на растопленной сметане; И.: kind of gruel; T.: lapa) и. кул. ҡар. саламат II, 1.
Ҡаймаҡты талғын ғына ҡайнатып, он йәки манныйҙан бешерелгән бутҡа. □ Мучная жидкая каша на растопленной сметане. Әүмәлә бешереү.
ӘҮМӘЛӘНЕҮ (әүмәлән-) ҡ. төш. ҡар. әүмәләү, страд, от әүмәләү. Ашыҡ-бошоҡ әүмәләнгән май. ■ Ул саҡта Ильястарҙың крейсеры япон туптары тарафынан тетелгәс, башҡалар менән бергә Ильяс та диңгеҙҙә тулҡындар араһында әүмәләнгән, уны япондар алып киткәндәр. А. Таһиров.
ӘҮМӘЛӘТЕҮ (әүмәләт-) ҡ. йөкм. ҡар. әүмәләү, понуд. от әүмәләү. Быйма әүмәлә-теү. М Әғләм улы иҫен йыйған арала, ҡатарына сүкәйеп, бер ус ҡара тупраҡ умырып алды, усында әүмәләтеп, сикәһенә терәп бер килке тотҡас, һығымта ла яһаны. Й. Солтанов.
ӘҮМӘЛӘҮ (әүмәлә-) (Р.: катать; И.: roll; T.: yuvarlamak) ҡ.
1. Йомшаҡ нәмәне сәпәп йәки төрлөсә әйләндергеләп баҫып, йомарлау. □ Катать,
скатывать, укатывать (тесто, масло, глину). Ҡамырҙы әүмәләү. Май әүмәләү. Әүмәләп бер-ике өс йәймә бешерә һал сәйгә. ■ Аҫта үҫкән ҡуйы таллыҡ яны — ҡумырыҡ. Ҡулына ул [Салауат] үҙе һындар әүмәләп уйнаған пластилин ҡабын тотҡайны. Й. Солтанов.
2. Еренә еткермәй, өҫтән-мөҫтән генә, арлы-бирле генә эшләү (быйма, кейеҙ кеүек нәмәгә ҡарата); әтмәләү. □ Делать как попало, кое-как. Быйманы әүмәләп кенә биргәндәр, баҫыуы етмәгән.
ӘҮМӘЛӘШТЕРЕҮ (әүмәләштер-) (Р.: слегка, чуть-чуть катать; И.: roll slightly; T.: yuvarlamak) ҡ.
1. Саҡ-саҡ, еңелсә генә әүмәләү. □ Слегка, чуть-чуть катать, скатывать, укатывать, уминать. ■ Мәүлихә ҡарсыҡ ауыҙына ҡапҡан балды бер-ике генә тапҡыр әүмәләштерҙе лә ергә төкөрҙө. Р. Ғабдрахманов.
2. һөйл. Киҫәктәрҙән бер бөтөн яһау; ҡораштырыу. □ Составлять, собирать что-л. М Берәй иҫке-моҫҡоно боҙғанда, шуларҙан әүмәләштереп, Хәлкәйгә күлдәк һымаҡ нәмә тегеп кейҙерә торғайнылар. Д. Юлтый.
ӘҮМӘТ (Р.: богатство; И.: affluence, riches; T.: mülk) и. диал. ҡар. байлыҡ.
Дәүләт, аҡса, мал. □ Богатство. Әүмәт, дәүләт йыйып ҡалдылар байҙар.
ӘҮРӘ (Р.: поляна; И.: glade; T.: alan) и.
Урман эсендәге аҡлан. □ Поляна, полянка в лесу. Әүрә бесәне.
ӘҮРӘ БУЛЫУ (әүрә бул ) (Р.: заниматься; И.: be engaged in, be occupied in; T.: meşgul olmak) ҡ.
Мәшғүл булыу. □ Заниматься; быть занятым. ■ Шул ямғырлы көндәрҙең береһендә Ҡәшиф көндөҙ сәғәт өскә тиклем ғәскәр араһында әүрә булды. А. Таһиров.
ӘҮРӘК (әүрәге) (Р.: мякина; И.: chaff; T.: kesmik) и. диал. ҡар. әүрәү II.
1. Иген елгәргәндә төшкән ваҡ ҡый; кәбәк. □ Мякина. Әүрәк ашатыу.
2. Бесән вағы. □ Труха сенная. Урман бесәненең әүрәге.
ӘҮРӘЛӘҮ (әүрәлә-) ҡ. диал. ҡар. әүрәү
I. Шулай әүрәләп торғанда, бер ҡарт килеп сыҡты.
353