Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 354


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘҮРӘТЕРЛЕК
ӘҮРӘТЕРЛЕК I (Р.: увлекательный, заманчивый; И.: tempting; T: cazip) с.
Ҡыҙыҡтырғыс, әүрәтә алырҙай. □ Увлекательный, заманчивый. Бында әурәтерлек нәмә юҡ. Баланы әурәтерлек уйынсыҡ. М Әурәтерлек ине уҡытыусыһының тәҡдиме һәм был тәҡдимгә һис икеләнеуһеҙ «риза» тиергә генә ҡала. Н. Ҡотдосов. Атаһының да һуҙҙәре әурәтерлек ине. Ш. Янбаев.
ӘҮРӘТЕРЛЕК II (Р.: увлекательно; И.: fascinatingly; T.: cezbedici bir şekilde) р. диал.
Ҡыҙыҡтырырлык, әүрәтә алырлыҡ. □ Увлекательно; заманчиво, соблазнительно.
■ Хәйер, прозаиктың да тамашасыны әурә-терлек итеп сығыш яһай алыуын, бының өсөн айырым бер һәләт кәрәклеген дә белә инем. Н. Мусин.
ӘҮРӘТЕҮ (әүрәт-) (Р.: увлечь; И.: capture, entice away; T.: kaptırmak) ҡ.
1. Нимә менәндер ҡыҙыҡтырып, күңелен арбап үҙеңә ҡаратыу, ылыҡтырыу. □ Увлекать, отвлекать. Баланы әурәтеу. Һуҙгә әурә-теу. ■ Әгәр ҙә һин Гөлфиәне әурәтеп, башын әйләндереп, уҙеңә был төбәктән ҡасып китергә тура килһә, ул ни эшләр? Р. Байбулатов. Сәми ҙә әллә ни моңаймай башланы, ҡыҙыҡлы һәнәр уны ла бөтөнләй әурәткәйне. Р. Байымов. Класташтарын куңелле анекдоттар менән әурәтә [Рәмзил]. Д. Бүләков.
2. Нимә менәндер үҙенә тартыу, йәлеп итеү, мауыҡтырыу. □ Привлекать, увлекать.
■ Әһә, улайһа анрашыла, — Зәки Вәлидиҙең кәйефе китте, — йәнәһе, вазифа менән әурә-тәләр, милли хәрәкәттән айырмаҡсылар. Р. Байымов. Уйҙарының осона сыға алмай яфаланған Фәузиә, уҙен эш менән әурәтергә була, ҡурмас ҡыҙҙырҙы, талҡан майланы. Т. Ғарипова.
3. Ауыр хәлдәге кешене йыуатыу. □ Утешать. Бойоҡҡан кешене әурәтеу. ■ Арыҫлан-ғәле, әсәһен әурәтеп, көлөмһөрәп яуап бирҙе. Ғ. Дәүләтшин. Яланбикә дуҫының башын кукрәгенә ҡыҫып әурәтте. Һ. Дәүләтшина.
4. Илаған, мыжыған баланы тынысландырыу өсөн йыуатыу; алдаштырыу. □ Утешать, отвлекать. Баланы әурәтеу. Әурәтеп йоҡлатыу. ■ Мәғфурә баланы ҡулына алып, арҡаһын, эсен һыйпап уны кирелтте лә яратып әурәтте. Һ. Дәүләтшина.
ӘҮРӘТКЕС (Р.: увлекательный; И.: absorbing; enthralling; T.: çekici) с.
Әүрәтә торған, әүрәтә алған. □ Увлекательный; прельстительный, соблазнительный. Әурәткес уйын. Әурәткес фильм.
ӘҮРӘҮ I (әүрә-) (Р.: увлекаться; И.: addict; go in for; T.: meraklı olmak, düşkün olmak) ҡ.
1. Кем йәки нимә менәндер мауығыу, уға бөтә күңел менән бирелеү. □ Увлекаться. Хәбәргә әурәу. ■ Һуҙгә әурәп китеп, улар [Йәмил менән Гөлфиә] ҡайтып еткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалды. Р. Байбулатов. Мауыҡтырғыс уйҙар менән әурәп, төн һалҡынының ни арала арҡа уҙәгенә утеп инеуен дә һиҙмәй ҡалды ул [Нурия]. Ә. Байрамов. Улының самолётҡа әурәуе Фәриҙәне борсой. А. Мағазов. Кыҙ ҙа һылыу булғанға, Шулгән әурәп, мауығып, бай һарайға йотолған, бөтә эше онотолған. «Урал батыр».
2. Нимәгәлер мауығып онотолоу. □ Отвлекаться. Я Улар [кешеләр], рәхәт бер ләззәтлднеу менән әурәп, ағас туҫтаҡтан һалҡынса эсемлекте һемерәләр. Ә. Байрамов. Телгә әурәп ҡунаҡ һыйлау ҙа онотолған даһа! — тигән булды [Сәйфетдин]. Р. Байымов. Тәбиғәткә әурәп ғәмһеҙ барған Миңлеғәле, асыҡ яланға ҡабаттан сыҡҡас ҡына, ҡапыл иҫенә килде. Я. Хамматов.
3. Кем йәки нимә менәндер йыуаныу, уға албырғау. □ Утешиться. Балаларға әурәп йәшәу. Бала уйынсыҡҡа әурәп йоҡлап китте. ■ [Тоня:] Балаға әурәп, төштә йәшәгән һымаҡ инем. А. Абдуллин. [Сәлимә:] Ниңә, исмаһам, бала ла юҡ икән? Бала булһа, бәлки, уға әурәп йөрәк баҫылыр ине. 3. Биишева.
4. Ҡыҙығыу, күңел аҙыу. □ Прельщаться, соблазниться. Аҡсаға әурәу. Компьютерға әурәу. ■ Санаға йәбешеп алған ҡыҙҙар, малайҙар, бала-саға аҡсаға әурәп, ситкә киттеләр һәм ҡар араһынан аҡса эҙләргә тотондолар. Ж. Кейекбаев.
ӘҮРӘҮ II (Р.: мякина; И.: chaff; Т.: kesmik) и.
Иген елгәргәндә төшкән ваҡ ҡый. □ Мякина. ■ Әурәуҙең яртыһы тип әйтерлек орлоҡло ине. Б. Ишемғол. Унда ырҙын табаҡтары, әуеҫлектәр, башаҡ, әурәу оялары. И. Ғиззәтуллин. Айбулат менән әсәһенә,
354