ӘҮШӘЛӘҮ
ӘҮШӘЛӘҮ (әүшәлә-) ҡ. һөйл. ҡар. әүәләү 1—4. Икмәкте әушәләп йотоу. Мал ябағаһын еуешләп әушәләйбеҙ ҙә туп итеп уйнатабыҙ. Һыйыр көйөшөн әушәләй.
ӘҮӘЙ (Р.: баю-бай; И.: hushaby; Т.: nenni) ымл. бал.
Бәү, бәлли-бәү (баланы йоҡлатҡанда көйләп әйтелә). □ Баю-бай. Әуәй итеу. Әуәй-бәуәй итер ул, хәҙер йоҡлап китер ул.
■ [Дауыт:] Йә инде, әуәй, әуәй! Бая ун дурткә тиклем һанағайны, киттек ары: ун биш... ун алты... ун ете. С. Шәрипов.
ӘҮӘЙ БУЛЫУ (әүәй бул-) (Р.: заснуть; И.: go to sleep; T.: uyumak, uykuya dalmak) ҡ. бал.
Йоҡлау, йоҡоға талыу. □ Заснуть, спать. Әуәй була бәпәйем.
ӘҮӘЙ ИТЕҮ (әүәй ит-) (Р.: усыплять; И.: cause to fall asleep; T.: uyutmak) ҡ. бал.
Йоҡларға һалыу, йоҡлатыу. □ Усыплять, укладывать спать. Әуәй итәм бәпесемде. Әлли-бәлли итермен, әуәй итеп китерһең.
ӘҮӘКЛӘҮ (әүәклә-) (Р.: передразнивать кого; И.: mimic, imitate; T.: taklidini yapmak) ҡ. диал. ҡар. үсекләү.
Төрлө һүҙ йәки ҡыланыш менән үртәү; үсектереү. □ Передразнивать кого. Ҡыҙҙарҙы әуәкләу. Тел сығарып әуәкләу.
ӘҮӘЛ I [ғәр. JJI] (Р.: сначала; И.: at first; T.: evvela) р. иҫк. кит.
1. Тәү башлап; башта, тәүҙә. □ Сначала, сперва. Әуәл һыуға барырға кәрәк булыр.
■ Сөкөрләшә-гөрләшә сымылдыҡ эсенә инеп ятҡас, әуәл Азат телгә килде. Т. Ғарипова. [Азат — Мишаға:] Әуәл мин уҙем генә инәйем, ә һин куҙ-ҡолаҡ булып тор. Ә. Бикчәнтәев. Кем кутәрер ҡалын пәрҙәләрҙе уҙем әуәл барып тотмаһам? М. Ғафури. • Әуәл яфа курмәй, һуңынан вафа килмәй. Мәҡәл.
2. Нимәнәндер алда, элек. □ Прежде, вперёд. Иң әуәл килеп етте. Кешенән әуәл барыу. ■ Улым «башҡорт ғәскәренә барам» тип киткәйне әуәл. Р. Байымов. Ғәйшә абыстай бынан биш йыл әуәл бик яҡшы көн итә торған бер ғаиләнең мөрәббиәсеһе ине. М. Ғафури. Мин хат яҙам, барып етһен, тимен, ғәйбәттәрҙән әуәл намыҫым. X. Ғиләжев. • Әуәл уйла, унан әйт. Әйтем.
3. Үткән заманда; элек, борон. □ Раньше, в старину. ■ Әуәл бер-береһенә һыйынып ултырған өйҙәр һирәгәйгән. X. Ғиләжев. Беҙҙә тимер ташын тауҙан ҡаҙығандар, урыҫтар әуәл һаҙҙан сумесләп йыйғандар. Ғ. Ибраһимов.
ӘҮӘЛ II [ғәр. JJI] (Р.: древний; И.: ancient, antique; T.: eski, evvel) с. иҫк. кит.
Элекке, булып үткән, боронғо. □ Древний, былой, прошлый, прежний. Әуәл заман. М Беҙгә, әуәлерәк ваҡыттағы кеуек, ырыуҙы уҡмаштырып, кәрәк саҡта әмер биреусе башлыҡ етмәйме икән әллә, тим? Н. Мусин. Әуәл заманда бер ауылда бер ҡарт менән ҡарсыҡ йәшәгән, ти. Әкиәттән.
ӘҮӘЛ III [ғәр. JJI] (Р .: начало чего-л:, И.: beginning, start; T.: evvel) и. иҫк. кит.
Нимәнеңдер тәүге, башланған ере, баш өлөшө; баш. □ Начало чего-л., начальная часть. Эштең әуәле. Һәр эштең әуәле бар. ■ Бисмилла тип башланым һәр бер эштең әуәлен. Бәйеттән.
ӘҮӘЛГЕ (Р.: прежний; И.: former, ex; T.: evvel) с.
1. Элек булған, баштағы; элекке, алдағы. □ Прежний, старый. Әуәлге ваҡытта. Әуәлге вариант. Н Һыу өҫтө дуңгәләкләнеп тулҡынланды ла тағы ла әуәлге хәленә ҡайтты. С. Агиш. [Сатура:] Ҡайҙа уның [Кәримдең] әуәлге балдай татлы теленән сыҡҡан «аҡҡошом, һөйөклөм, йөрәгем» тигән һуҙҙәре? Р. Вәлиев. Ҡабат әуәлге әмәлдәренә ҡайтты тормош, кире урынына ултырҙы донъя. Р. Камал. Тик һаман шул әуәлге шалапайлы-ғын ташламаған [Рәҡиә]. И. Ғиззәтуллин. • Әуәлгенең маҙаһын һуңға бирер язаһын. Мәҡәл.
2. Боронғо, бик күптәнге. □ Древний, старинный. Әуәлге йола. Әуәлге ғөрөф-ғәҙәт. Әуәлге заман. Әуәлге йылдар. ■ Каруан-һарайҙа, әуәлге губернатор биләмәләрендә Ырымбурҙың эшсе һәм һалдат депутаттары Советы төйәкләнгән. Р. Байымов.
ӘҮӘЛГЕЛӘЙ р. ҡар. әүәлгесә. Әуэлгеләй һөйләшеп ултырырбыҙ. Әуәлгеләй булып китте.
ӘҮӘЛГЕСӘ (Р.: по-прежнему; И.: as usual; T.: eskisi gibi) p.
356