Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 357


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘҮӘЛӘҮ
Элеккесә, элекке кеүек, элек булғанса. □ По-прежнему, по-старому. Әүәлгесә матур. Әүәлгесә эшләү. Әүәлгесә ҡыҙыҡлы. Әүәлгесә яратыу. ■ Былай үҙемде әүәлгесә һәйбәт кенә һиҙәм. Ғ. Аллаяров. Ә аҫта, гранит ҡаялар ҡуйынында, тормош әүәлгесә дауам итте. 3. Биишева. Мал аҙығы, мал торлаҡтары етешмәү әүәлгесә бәкәлгә һуға торҙо. Т. Ғарипова.
ӘҮӘЛДӘН (Р.: издавна; И.: since olden times; T.: evvelden) p.
1. Үткән замандан, бик күптән; электән. □ Издавна, искони, испокон веков, прежде, раньше. ■ Бер йәйләүҙе иҫәпкә алмағанда, ҡалғандары барыһы ла әүәлдән килгән исемдәрен йорөтәләр. Д. Исламов. Редакцияла әүәлдән килгән бер тәртип бар: әҫәрҙең типографияға киткән экземплярынан тыш, топ нөсхә редакцияла һаҡланырға тейеш. Н. Мусин. Хәйер, таллылар беҙҙекеләрҙе үҙ итә ул, ҡоҙа-ҡоҙағый булышып йәшәйҙәр әүәлдән, туғанлашып бөткәндәр. Г. Яҡупова.
2. Алдан уҡ, элгәре. □ Заранее, загодя. Әүәлдән әҙерләнеп ҡуйыу. ■ Әүәлдән әҙерләнгән нәмәләрҙе рәтләп һалдыҡ. М. Ғафури.
ӘҮӘЛЕ [ғәр. JJI] (Р.: прежде; И.: formerly; T.: önce, önceden, evvel) р.
Элек, элгәре, борон; әүәл. □ Прежде, раньше. ■ Әүәле шулай ине кеүек: бер тапҡыр белем алһаң, шул бик оҙаҡҡа етә ине һымаҡ. С. Агиш. Әүәле көнө-төнө геүләп торған завод-фабрикаларҙы, гүйә, дошман туптары утҡа тотҡанмы ни, уларҙы тергеҙер өсөн баш етмәҫ һандағы аҡса кәрәк. Р. Вәлиев.
ӘҮӘЛӘНЕҮ (әүәлән-) ҡ. төш. ҡар. әүәләү 1—5. страд, от әүәләү 1—5. Әүәләнгән балсыҡ. ■ Ниғмәттәр оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа булды, үҙәктән киләсәк вәкилде көтөп тә тормайынса, үҙ белдектәре менән колхоз төҙөү эшенә керештеләр. Йәнәһе, улар ҙа ҡамырҙан әүәләнмәгән! Р. Байымов. Урманов ҡоростан ҡойолған булһа, былар ҙа балсыҡтан әүәләнмәгән. М. Кәрим.
ӘҮӘЛӘТЕҮ (әүәләт-) ҡ. йөкм. ҡар. әүәләү 1—5. понуд. от әүәләү 1—5. Ҡамырҙы онға әүәләтеү. ■ Әсәйем, ғәҙәттә, китап астырыусының үҙенән икмәк валсығын бор
саҡ һымаҡ әүәләтеп, шул борсаҡты тәүге биткә тәгәрләттерә. М. Садиҡова.
ӘҮӘЛӘҮ (әүәлә-) (Р.: укатывать; И.: mash; T.: yuvarlamak) ҡ.
1. Баҫҡылап, сәпәп йомарлау, билдәле бер рәүешкә килтереү. □ Укатывать, уминать, разминать. Балсыҡ әүәләү. ■ Тәнре тәүге әҙәмде мәтенән әүәләгән. Б. Рафиҡов. Бала-саға, йондоҙҙар ҡалҡҡансы, ат уйнаған, әбейҙәр, һыйыр ябағаһын йолҡоп, кейеҙ туп әүәләгән. И. Абдуллин. Көн һайын ике ҡамыр тәпәне икмәк баҫып, шуны әүәләп, мейескә һалыу, ҙур ҡаҙан менән аш бешереү, көнөнә бер нисә тапҡыр ике күнәк һыйышлы самауыр ҡайнатыу, иртәле-кисле һыйыр һауыу кеүек ваҡ эштәр ялыҡтырған. М. Ғафури.
2. Нимәнелер онтаҡ нәмә өҫтөндә төрлөсә әйләндергеләп, тәгәрәтеп йомарлау. □ Обвалять. Онға әүәләү. Ҡамырҙы онға әүәләү. Котлетты шөкәрә онтағына әүәләү. ■ Ысынлап та, кисә төш ауышҡанда, һыу ҡойонғайным шул, — тине Вероника, котлет әүәләп торған еренән еңелсә ҡыҙарып. Д. Исламов.
3. күсм. Аҙыҡты ауыҙҙа тел менән тегеләй-былай йөрөтөп иҙгеләү (ғәҙәттә, тешһеҙ кешеләргә ҡарата әйтелә). □ Уминать, разминать (во рту, обычно о беззубых людях). ■ Ул [Шымбай] ике яңағына ла тертелдәп ятҡан ҡуй майын ҡабалана-ҡабалана тултырып, тешһеҙ ауыҙы менән мөйтәңләп әүәләргә тотонғайны. 3. Биишева. Бына бит, яҙған ризыҡ теш һындырып керә, — тине Мансур ҡарт, тешһеҙ ауыҙында ҡаты өрөктө әүәләп. М. Кәрим.
4. Нимәнелер төрлөсә әйләндергеләп, тәгәрәтеп йомарлау. □ Обкатывать, укатывать, скатывать. ■ Күптән аллеяларға түшәлгән япраҡтарға ла тыныс ятырға бирмәйенсә, ул [ел]уларҙы әүәләп, бер урындан икенсе урынға ҡыуалай, туҙғытып, ҡала урамдарына алып китә. Д. Исламов. Һоро масса, пластилин — нисек теләйем, шулай әүәләйем. Ә. Әминев.
5. күсм. Өҫтән-мөҫтән генә, нисек етте шулай эшләү; әтмәләү. □ Делать что-л.
357