ӘФЙУНСЫ
ӘҮӘҪ ИТЕҮ (әүәҫ ит-) (Р.: пристраститься к чему-л.\ И.: develop passion; T.: heves etmek) ҡ.
Нимәнелер яратҡан бер шөғөл итеү. □ Пристраститься к чему-л. Кәрт уйынын әуәҫ итеп алыу.
ӘҮӘҪЛЕК I (әүәҫлеге) (Р.: страсть; И.: passion; T.: heveslilik) и.
Берәй эш менән ысын күңелдән мауыҡҡан л ыҡты, уға булған теләкте күрһәткән сифат; ихласлыҡ. □ Страсть, увлечение, влечение. Әуәҫлек булыу. Әуәҫлек уятыу. Тикшеренеу әуәҫлеге. Белемгә әуәҫлек. Йырға, бейеугэ әуәҫлек. Уҡыуға әуәҫлек. К [Амантаев:] Юҡ, йөрәк елкетеп һыбай сабыусы егет була белмәнем мин, ә шулай ҙа уларҙан сәмләнеп юл йөрөу ғәҙәтен, ғумерем буйына сәйәхәткә әуәҫлекте мираҫ итеп алғанмын. Ә. Бикчәнтәев. Атайымдың ау-һунарға әуәҫлеге юҡ ине. Р. Вәлиев. Әлибайҙың атаһы, ана шундайҙар кеуек, әуәҫлек курһәтеп, һуңғы йылдарҙа уҙенсә генә булһа ла, һатыу-алыу яғын көйләп ебәргәйне. Ғ. Ибраһимов.
ӘҮӘҪЛЕК II (әүәҫлеге) (Р.: навес; И.: awning, shed; T.: sundurma, siper) и. диал. ҡар. лапаҫ.
Бесән һалыр өсөн кәртә алдына эшләнгән лапаҡ япма. □ Навес. М Ут әуәҫлек башындағы бесәнгә барып тоҡанды, әуәҫлек-тән сиңлек ҡыйығы буйлап килеп келәткә ҡапты. Ж. Кейекбаев.
ӘҮӘҪЛӘНДЕРЕҮ (әүәҫләндер-) ҡ. йөкм. ҡар. әүәҫләнеү, понуд. от әүәҫләнеү. Балаларҙы белем алырға әуәҫләндереу. Йырға, бейеугэ әуәҫләндереу.
ӘҮӘҪЛӘНЕҮ (әүәҫлән-) (Р.: увлекаться; И.: addict; go in for; T.: heveslenmek) ҡ.
Ниндәйҙер эшкә бирелеү, мауығып уға ынтылып тороу; ихласланыу. □ Увлекаться, пристраститься к чему-л. ■ Агрономдың яңы эшләй башлаған мәле, баҫыуҙа әллә ни эш ҡыйратмаһа ла, идара ултырыштарында, йыйылыштарҙа вәғәз һөйләргә әуәҫләнеп киткән был бер саҡ. Р. Байымов. Командир уның [Оттоның] ауыҙ гармунында уйнауын тыңларға бик әуәҫләнеп китте. Ә. Бикчәнтәев. Мөхәммәт Әбсәлиҡов та, бригадирҙың
һуҙен тотоп, ауылда ҡалды һәм, бик әуәҫләнеп, клубҡа кереште. Яр. Вәлиев.
ӘФАЗЫЛ [ғәр. cJjJalâl] (Р.: превосходный, достойный; И.: excellent, superior; T.: efazil) с. иҫк. кит.
Бик яҡшы, шәп; лайыҡлы; ғалим. □ Превосходный, достойный; учёный. Әфазыл шәхес. Әфазыл ирҙәр.
ӘФҒАЛ [ғәр. ‘фиғелдең күплеге’] (Р.: множество дел; И.: a great deal; T.: efal) и.
Эш, хеҙмәт; ҡылыҡ (куплектә). □ Множество дел, действий, поступков. Кешеләрҙең әфғалы.
ӘФИСӘР [рус. офицер < нем. Offizier < лат. officium ‘вазифалы кеше’] и. һөйл. ҡар. офицер. ■ Маҡарҙағы таш йортло Кара-мыш-тарамыш малайҙары ла, хатта бөкрө Гәрәйҙәренә тиклем һәр ҡайһыһы әфисәр ҙә хөкумәт ағзаһы булып бөткән. Р. Байымов. [Һалдат — Харрасҡа:] Ваше благородие! һеҙҙе хәҙер ук әфисәр әфәнде саҡыра! Р. Ғабдрахманов. Улар [казактар] ябай кешене, сауҙагәрҙәрҙе генә тугел, әфисәр, янаралдар-ҙы ла, .. ҡулға эләккәндә, аямайҙар. Ғ. Ибраһимов. Әфисәрҙәр ҡысҡырғанда, һалдат тора ҡалтырап. Бәйеттән.
ӘФЙУН [ғәр. ûj^âl < лат. opium] (Р.: опиум; И.: opium; T.: afyon) и.
1. Мәк һутынан яһалған көслө наркотик (айырым төр дарыуҙар эшләгәндә ҡулланыла). □ Опиум, опий. / Опиумный, опийный. Әфйун тартыу. Әфйун һатыу. Әфйун менән йәштәрҙе ағыулау. ■ Һатып бирә ишан әфйундарын да. М. Ғафури.
2. кусм. Ысынбарлыҡты дөрөҫ аңлауға ҡамасаулаған, аҡылды, аңды томалаған нәмә. □ Наркотик. ■ Рәсул булһаң, ишан, әфйун урынына ғилем, әхлаҡ өләш. Ш. Бабич. Ленин, Сталин тәғлимәттәре әфйун кеуек ойотто әҙәм балаһының зиһенен. Т. Ғарипова.
ӘФЙУНСЫ (Р: курящий опиум; И.: drug addict; T.: esrarkeş, haşşaş) и.
1. Әфйун тартыусы. □ Курящий опиум; наркоман. Әфйунсылар йәмғиәт өсөн бик ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра.
359