Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 360


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘФКАР
2. Әфйун һатыусы, әфйун таратыусы. □ Торговец опиумом, распространитель опиума. Махсус операция үткәреп, полиция хеҙмәткәрҙәре әфйунсылар төркөмөн тотҡандар.
ӘФКАР [ғәр. jlSâl] (Р.: мысли; И.: ideas; T.: efkar) и. иҫҡ. кит.
Фекерҙәр. □ Мысли, суждения. ■ Уларҙа милли әфкар булған ул саҡ. .. Күрерһең, рус тәуарихтарына баҡ. С. Яҡшығолов.
ӘФЛИСУН [рус. апельсин < гол. appels-ien\ (Р.: апельсин; И.: orange; T.: portakal) и. бот.
Цитрус үҫемлектәргә ҡараған оҙонсараҡ япраҡлы мәңге йәшел көньяҡ ағасы һәм шул ағастың түңәрәк йәки оҙонсараҡ формалағы ҡыҙғылт һары ҡалын ҡабыҡлы, ваҡ бүлкәттәрҙән торған һутлы емеше. □ Апельсин. / Апельсиновый (лат. Citreae). Әфлисун үҫтереү. Әфлисун ағасы Урта диңгеҙ ярҙары буйында үҫә. ■ Бына Мәскәү күстәнәсенән ауыҙ итә тороғоҙ, егеттәр, — тип Ғүмәр ағай тегеләргә берәр әфлисун сығарып бирҙе. Р. Байбулатов, һеҙҙец кеүек егеттәр менән ҡыҙҙар барҙа, әфлисун үҫтерергә лә була! Р. Ғабдрахманов. Ҙур вазаларға алма, алтын төҫлө әфлисун менән эре виноград тултырып ҡуйылған. X. Мохтар. Әфлисун да менән әй бер лимон япраҡ яра микән көҙҙән һуц. Халыҡ йырынан.
ӘФЛӘС [ғәр. oölâl] (Р.: несбыточный; И.: chimerical, illusory; T.: olmayacak) с. иҫк.
Тормошҡа ашмаҫ. □ Несбыточный, неосуществимый. Әфләс хыялдар. ■ Ул минец әфләс хыялым. Ш. Бабич.
ӘФСЕН [фарс. ] и. диал. иҫк. кит. ҡар. әпсен II. Әфсен белеү. Әфсен уҡыу. ■ [Зәрҡум:] Ынйы башлы таяғын бирһә, шуны алырһыц. Ул таяҡтың әфсене шул: һыуға төшһәц, батмаҫһың, утҡа инһәң, янмаҫһың. «Урал батыр».
ӘФСЕНЛӘҮ (әфсенлә-) ҡ. диал. ҡар. әпсенләү. Әфсенләп имләү. Әфсенләп өшкөрөү. Әфсенләп һыу һибеү.
ӘФТИӘК (әфтиәге) [фарс. <Дшд] (Р.: афтияк; И.: one seventh part of the Quran; T.: Haftiyek) и. дини.
Ҡөрьәндең етенән бер өлөшө (мәҙрәсәләр өсөн бәләкәй генә форматта сығарылған китап). □ Афтияк (облегчённая, одна седьмая часть Корана, адаптированная для медресе). Әфтиәк сүрәһе. Әфтиәк уҡыу. M Ижтиһад итһә, малай, әфтиәк, иман шартына мауығып, бәлки, тоғро юлға төшөр? — тип уйлай Таип һәм буй еткән малайын ҡулынан етәкләп мулла ҡулына тапшыра. Р. Өмөтбаев. Ҡыш урталарында ул [Миңлеғол] әфтиәкте иркен уҡый, һабаҡташтарының ыҡ-мыҡ итеп тороуына ғәжәпләнеп бөтә алмай ине инде. Б. Рафиҡов. [Сәфиулла мулла] Ҡөрьән менән әфтиәкте үҙебеҙсә аңлатып та ебәрә, әкиәт, хикәйәттәрҙе бихисап күп белә, тип һөйләйҙәр. Ғ. Хисамов.
♦ Әфтиәк ҡалынлығы бик йоҡа. □ Очень тонкий, доел. Толщиной с афтияк. Әфтиәк ҡалынлығы китап.
ӘФФЕ и. диал. ҡар. әҫпе. Әффе менән ауырыған бала.
ӘФӘНДЕ [төр. efendi < гр. apentns ‘әмир, хужа’] (Р.: господин; И.: mister, messieurs; T.: efendi) и.
1. иҫк. Синфи йәмғиәттәге өҫтөн ҡатлам кешеһе һәм шундай кешегә ололап өндәшеү һүҙе. □ Господин, сударь (представитель господствующего привилегированного класса и вежливая форма обращения к нему). Офицер әфәнделәр. ■ [Һарун — Гансҡа:] Һинең мине атырға хаҡың юҡ, мин тере саҡта Генрих Вернер әфәндегә уны илтеп тапшырырға тейешмен. И. Ғиззәтуллин. Ғали йәнәптәре Баш полковник Ҡәнзәфәр Усаев әфәндегә ғаризнамә. М. Ғиләжев.
2. Әңгәмәләшкәндә ир кешегә ололап өндәшеү һүҙе. □ Господин, сударь, благородие (вежливая форма обращения к мужчине). Әйтегеҙ әле, әфәндем. ■ Әхмәтзәкиҙең өй хужаһы ла осрашҡан һайын Кавказ мыйығы аҫтынан аҫтыртын йылмайып: «Сабыр ит, әфәндем, сабыр ит, инҡилап дауылы етә бит!» — тип һамаҡлап үтә торған булып китте. Р. Байымов. [Ошурко:] Уҙығыҙ түргә, Зенцов әфәнде, рәхим итегеҙ. В. Исхаҡов. [Харис бай:]Ай-һай-һай-һай, кем, Биктимер әфәнде, бәхетең булғас, ожмахта йәшәйһең бит һин! Р. Ғабдрахманов. Мәхмүт әфәндене хәҙрәт сәйгә алып китте. М. Ғафури.
360