ӘХИРӘТЛӘШЕҮ
ӘХ (Р.: эх; И.: heh; heigh-ho!; T.: ah!, eh!) ымл. һөйл.
һоҡланыуҙы, ғәжәпләнеүҙе йәки үкенеү, әсенеүҙе белдерә. □ Эх (выражает восхищение или досаду). Эх, ниндәй матур! Эх, шул кулдә һыу инеп сыҡһаң ине! Эх, ниңә генә ул яҡҡа барҙым икән. Я [Зарифа әбей:] Эх, куҙҙәр, куҙҙәр, яҡындан ҡараһам, бар нәмә бергә уҡмашып, тотош юғала ла ҡуя шул. Б. Бикбай. Эх, заманалары икенсе ине бит. М. Ғиләжев. [Хужа — Сәйфуллаға:] Эх, шулаймы әле, ҡулын шаҡарып бәйләгеҙ, егеттәр, халыҡ алдында яуап бирһен! Б. Ноғо-манов.
ӘХИ [ғәр. £*] (Р.: брат; И.: pal, buddy; T.: ahi) и. һөйл.
1. Яҡын, дуҫ кешегә өндәшеү һүҙе. □ Брат, друг, подруга (форма обращения к близкому человеку). Эхи, тыңла эле мине бер генә минут.
2. Дуҫ ҡыҙ, әхирәт (II). □ Подруга. Әхиҙәр өйҙәренә быйыл ғына сыҡтылар.
ӘХИРӘТ I [ғәр. SjSJ] (Р.: загробная жизнь; И.: afterlife; T.: ahiret) и. дини.
Үлгән кешенең йәне бара торған донъя; теге донъя. □ Загробная жизнь, тот свет. ■ Ҡадир хан тарафынан бер саҡрым ерҙәге йәмле урында, урман аҡланында, ҡыҙын бик тә ҡәҙерләп, ҙурлап әхирәткә оҙатырға ҡарар ҡылынды. С. Бәҙретдинов. Атаһы, олатаһы рухтарының хәйер-фатихаһын алмай тороп, әхирәттә улар ҡаршыһына нисек барып баҫһын [Азат]?! Т. Ғарипова. Уйнар ҙа инем, көлөр инем, әхирәттә ҡаты һорау бар. Халыҡ йырынан. • Донъя эшен әхирәткә ҡалдырма. Әйтем.
ӘХИРӘТ II [ғәр. öjkî] (Р.: наперсница; И.: confidante; Т.: ahiret kardeşi) и.
1. Ҡатын-ҡыҙҙың мәңгелеккә вәғәҙәләшеп, бүләк бирешкән дуҫы. □ Наперсница, задушевная подруга до конца жизни, навечно. Әхирәт булышыу. Я Бына ул әхирәттәрҙең серҙәрен һаҡлаусы «Серле таш». И. Абдуллин. Зәкиә лә уҙенең әхирәттәре менән Свердловск ҡалаһына китте. Ғ. Аллаяров. Емеш, өнһөҙ генә йылмайып, керпек ҡаҡмай әхирәтенә текләп торҙо. 3. Биишева.
2. диал. Йәштәш ҡатын-ҡыҙҙар. □ Сверстницы. Беҙ уның менән әхирәт инек, ун икенсе йылғыларбыҙ.
ӘХИРӘТАПАЙ (Р.: подруга матери; И.: mother’s female friend; T.: annenin kız arkadaşı) и. диал.
Әсәйҙең әхирәте. □ Подруга матери. Әхирәтапай килгән.
ӘХИРӘТ КЕЙЕМЕ (Р.: саван; И.: cere ment, cerecloth; T.: kefen) и. диал. ҡар. кәфен.
Мәйетте төрөп ерләй торған аҡ туҡыма. □ Саван. ■ Әҙерләгән әхирәт кейеме уҙебеҙгә насип булһын. Йола фольклорынан.
ӘХИРӘТ КӨНӨ (Р.: день страшного суда; И.: Doomsday; T.: kıyamet günü) u. дини.
Дини ышаныуҙар буйынса, йәшәйештең һуңғы көнө (был көндө һәр кем уҙенең ҡылыҡтары өсөн яуап бирәсәк). □ День страшного суда, светопреставление, Судный день. • Донъя эшен әхирәт көнөнә ҡалдырма. Әйтем.
ӘХИРӘТЛЕК I (әхирәтлеге) (Р.: загробная жизнь; И.: afterlife; T.: ahiret) и. дини.
Үлгән кешенең йәне бара торған донъя; теге донъя; әхирәт (I). □ Загробная жизнь; тот свет; верхний мир, небо. ■ [Бэкер — Ҡәғбәгә:] Эшкә, һәнәргә өйрәнеу еткән, әхи-рәтлекте бер генә көн дә онотоп тормайбыҙ, беҙгә шуныһы фарыз. Ф. Чанышева.
ӘХИРӘТЛЕК II (Р: названный; И.: sworn; T.: evlat edinen) с. этн.
Йола буйынса, килендең аралашып йәшәү өсөн бүләк биреп яһап алған әсәгә йәки атаға ҡарата әйтелә; морондоҡ, ҡиәмәтлек. Названный(ая), посаженный(ая). М Әхи-рәтлек әсәй. Эхирәтлек атай. Әхирәтлек ҡыҙ итеу. ■ Заһиттың әсәһе Шәмсиә инәй менән һандуғастың әсәһе Майгөл апайҙың әхирәтлек әсәй булып китеуе байҙарға бергәләп хеҙмәт иткән ваҡыттан башланды. С. Поварисов.
ӘХИРӘТЛӘШЕҮ (әхирәтләш-) (Р.: стать задушевными подругами до конца жизни; И.: be friends for life; T.: sırdaş olmak) ҡ.
Әхирәт булышыу. □ Стать задушевными подругами до конца жизни, навечно. Әхирәтләшеп, буләк бирешеу. Я Һинең әсәйең
361