Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 362


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

әхкәм
Шәмсиә инәй фәрештә куңелле бит ул. Минең әсәйем дә шулай. Шуға курә улар әхирәтләшеп киткәндәрҙер. С. Поварисов. Ғәжәп, бер ауылда тороп, әхирәтләшеп йөрөп, Алтынсәс Ҡәҙриәнең был мажараларын, ни эшләптер, белмәгәйне. Ә. Хәкимов.
ӘХКӘМ [ғәр. ^^^1 (Р.: закон; И.: law, principle; T.: ahkem) и. иҫк. кит.
Ҡанун, ҡарар; хөкөм. □ Закон, решение, постановление. М Инде һеҙгә мәҙрәсәлә ятыу етер, ислам динен һәм уның әхкәмдәрен белгәс, унан артығы бер ҙә кәрәк тугел. М. Ғафури. Тыныр бер көн шәриғәт, донъяуи әхкәм, закондар ҙа, уларҙың хөкөмө аҫтында иҙелгән бәндә — ҡолдар ҙа. Б. Мирзанов.
ӘХЛАҠ (әхлағы) [ғәр. Jplkl] (Р.: этика; И.: ethics, morality; T.: ahlak) и.
1. Кешеләрҙең бер-береһенә һәм йәмғиәткә ҡарата мөнәсәбәтен белдергән тәртип принциптары һәм нормалары. □ Этика, мораль, нравственность. Әхлаҡ тәрбиәһе. ■ Яңы килгән газета-журналдарҙы, .. уҡыу-уҡытыу эштәре хаҡында яңы закондар, яңы ҡағиҙәләр, яңы әхлаҡ тәртиптәре хаҡында һөйләгән китаптарҙы, мәҡәләләрҙе Иштуған шул өҫтәлгә һала бара. 3. Биишева. Намыҫ, әхлаҡ булмаған ерҙә — закон да юҡ, — тине ул [Василий Петрович]. Р. Вәлиев. Йәштәргә әхлаҡ, уның нормаларын уҙләштерергә ярҙам итеу — иң ауыр һәм иң мөһим эш. Ә. Бикчәнтәев. Шағирҙың сығышын көтәләр, ә ул бына төптө әҙәбиәт хаҡында тугел, әхлаҡ хаҡында һөйләйәсәк. Р. Байымов.
2. Кешенең ҡылығында, холҡонда сағылған, тәртибен, тәрбиәһен күрһәткән сифат. □ Нравственность. Я Баланың ҡылығы, әхлағы, ҡараштары әйләнә-тирәнең йоғонтоһо аҫтында формалаша. Яр. Вәлиев. Мин ала торған ҡыҙҙы куреп, һөйләшеп, әхлаҡ һәм тәрбиәһен тамам белеп алырға теләй инем. М. Ғафури.
ӘХЛАҠИ [ғәр. (Р.: этический;
И.: moral, ethical; T.: ahlaki) с.
Әхлаҡҡа мөнәсәбәтле. □ Этический, моральный, нравственный. Әхлаҡи сифаттар. Әхлаҡи ҡараш. Әхлаҡи яҡтан ҡылыҡһырлау. ■ Куркәмлек, матурлыҡ — эстетик
категорияның төп элементтары, тимәк, урман — байлыҡ һәм әхлаҡи категория ғына тугел, эстетик категория ла. Н. Мусин. [Филипп Афанасьевич’.] Хужаһы ҡулға алынһа ла, улар [ғаилә ағзалары] бер ниндәй матди һәм әхлаҡи ҡыйынлыҡ кисермәһен. Р. Өмөтбаев. Дәлилдәре килтерелгән, енәйәткә хәрби-политик, әхлаҡи баһа бирелгән приговор алдан әҙер ине. М. Кәрим.
ӘХЛАҠИ-ЭСТЕТИК (Р: морально эстетический; И.: moral-aesthetic; T.: ahlaki ve estetik) c.
Әхлаҡҡа һәм эстетикаға мөнәсәбәтле. □ Морально-эстетический. Әхлаҡи-эстетик зауыҡтар.
ӘХЛАҠИ-ЭТИК (Р.: морально-этический; И.: moral-ethic; T.: ahlaki ve etik) с.
Әхлаҡҡа һәм этикаға мөнәсәбәтле. □ Морально-этический. М Әхлаҡи-этик нормалар бар. Г. Яҡупова.
ӘХЛАҠЛЫ (Р.: воспитанный; И.: well-mannered; moral; T.: ahlaklı) с.
Яҡшы холоҡло; әҙәпле, тәрбиәле. □ Воспитанный, нравственный. Әхлаҡлы булыу. ■ Ул [олатайым], курәһең, уҙған быуаттың тарихсыһы, этнографы, ғалимы С. Г. Рыбаков һуҙҙәре менән әйтһәк, «саф әхлаҡлы, кешеләргә ышанып ҡараусан, яғымлы, игелекле һәм, шулай әйтергә яраһа, тәбиғи гуманлыҡлы, тәбиғәтенең шиғри ҡоролошо менән һөйкөмлө» бер кеше булғандыр. Б. Бикбай. Көтөргә кәрәк, килешмәҫ, аҙаҡҡа тиклем әхлаҡлы кеше булып ҡалырға тейеш ул [Арынбаҫаров]. Д. Бүләков.
ӘХЛАҠЛЫЛЫҠ (әхлаҡлылығы) (Р.: воспитанность; И.: breeding; mannerliness; T.: ahlaklılık) и.
Әхлаҡ яғынан тотанаҡлылыҡ, тәрбиәлелек. □ Воспитанность, нравственность. Әхлаҡлылыҡ — ысын кешеләргә хас сифаттыр ул.
ӘХЛАҠҺЫҘ (Р.: безнравственный; И.: immoral, unprincipled; T.: ahlaksız) с.
Боҙоҡ, насар холоҡло; тәрбиәһеҙ. □ Безнравственный, аморальный. Әхлаҡһыҙ ҡылыҡ. Әхлаҡһыҙ кеше. ■ Зәйнәп уҙенең иң насар хәлдә ҡалғанын,.. яңы бәхетһеҙлектең
362