Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 363


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘҺЕЛ
сигенә еткәнен белдерҙе. Ул халыҡ араһында насар, әхлаҡһыҙ бер ҡыҙ булып куренә. М. Ғафури.
ӘХЛАҠҺЫҘЛЫҠ (әхлаҡһыҙлығы) (Р.: безнравственность; И.: depravity, immorality; T.: ahlaksızlık) и.
Әхлаҡ (1) принциптарын, нормаларын тотмаған хәл. □ Безнравственность, аморальность. ■ Кешеләрҙе ата-бабалары йәшәгән төйәктән көсләп айырырға тырышыу — сәйәси хата ғына тугел, әхлаҡһыҙлыҡ. Н. Мусин. Зәйнәп Фәхриҙең ошо һуҙҙәренә, был әхлаҡһыҙлыҡтарына сабыр итә алманы. М. Ғафури. Көндөҙгө йыйылыштың тәьҫиренән студенттарҙа айырата йәнлелек хөкөм һөрә: ҡайһылары мещанлыҡ, обыва-теллек, әхлаҡһыҙлыҡ темаһына бәхәс алып бара, ҡайһылары, бигерәк тә ҡыҙҙар, докладсының куҙен-һуҙен, кейемен тикшерә. 3. Биишева.
ӘХМӘЛГӘ ТӨШӨҮ (әхмәлгә төш-) (Р.: выбиться из сил; И.: yearn, pine away; T.: halsiz düşmek) ҡ.
Хәлдән тайыу. □ Выбиться из сил, терять силы. Әхмәлгә төшөп йугереп килеу. Был ваҡытта эшләп әхмәлгә төшә инек.
ӘХМӘР [ғәр. I (Р.: красный; И.: red; florid; T.: kırmızı) с. иҫк. кит.
Ҡыҙыл (төҫкә ҡарата). □ Красный (о цвете). Әхмәр шарап.
ӘХРАС [ғәр. tj-al jaJ ] (Р.: обманчивый; И.: deceitful, dishonest; T.: aldatıcı, yanıtıcı) с. иҫк. кит.
Алдаҡсы. □ Обманчивый; ложный. V Ул минең әфләс хыялым, куркәм әхрас иблисем. Ш. Бабич.
ӘХРӘҮИ [ғәр. (Р.: связанный
с загробной жизнью; И.: associated with afterlife; T.: ahiretle ilgili) с. иҫк.
Теге донъяға мөнәсәбәтле. □ Связанный с загробной жизнью. Әхрәуи тормош.
ӘХСӘН [ғәр. I (Р-: прекрасный; И.: beautiful, gorgeous; T.: ahsen) с. иҫк. кит.
Бик яҡшы, бик матур, гүзәл, һоҡланғыс. □ Прекрасный, прелестный. М Нисә баш һалмая инсан, уның өсөн булдылар әхсән фәҡире һәм ғәни солтан. М. Өмөтбаев.
ӘХУАН [ғәр. jl^l] (Р.: брат; И.: friend; mate; Т.: dost) и. иҫк. кит.
Туған, дуҫ. □ Брат, друг. ■ Вә ләкин тирә-яғымда уянмыш бер нисә әхуан, тиәләр бәне ҡыҙғанып: «Уян, Сафуан! Уян, уян!» С. Яҡшығолов.
ӘХҮӘЛ [ғәр. JIja.1] (Р.: положение; И.: position; T.: ahval) и. иҫк.
Хәл, торош. □ Положение, состояние, обстоятельство. Әхуәле шәптән тугел. ■ Бәҙерғол шулай яу әхуәлен самалап алды ла яҡындағы туптарға, уң ҡулдағы дошман отрядтарына һыбайлыларын йунәлтте. Ғ. Хөсәйенов. Капыл ғына бала һыҡтаған шикелле итеп ат кешнәуе хәбәр итте был әхуәлдең асылын. Й. Солтанов.
♦ Әхүәле рухиә уй-фекер торошо; рухи хәл. □ Душевное состояние. В Бер генә рәт куреу менән уның [ҡыҙҙың] ниндәй холоҡта икәнен, әхуәл рухиәһен ацлап еткереу бик еңел булмаҫ, тип фекер итә инем. М. Ғафури.
ӘҺАЛИ [ғәр. JIaI] (Р.: жители, население одной местности; И.: population; T.: ahali) и. иҫк. кит.
1. Ниндәйҙер бер ерҙә йәшәгән халыҡ. □ Жители, население одной местности. Башҡортостанда торған әһали. Баймаҡ әһали-йы. ■ Кәрәк башҡорт, кәрәк башҡалар булһын, Башҡортостанда торған әһалиҙың хазинаға бирә торған доходтары бик аҙ ине. М. Һаҙыев.
2. диал. Туғандар, ғаилә. □ Родственники, семья. Беҙҙең әһали бик татыу.
ӘҺЕ (Р.: да; И.: yes; T.: evet) мөн. диал. ҡар. эйе.
Кеше һүҙен хуплағанды, раҫлағанды белдерә. □ Да (употребляется при одобрении, утверждении высказывания). Әһе, шулай шул. Кем һин? Әлиәме? — Әһе.
ӘҺЕЛ [ғәр. JaI] (Р.: люди; И.: people; T.: ahali) и. кит.
1. Кешеләр, халыҡ. □ Люди, круг людей. ■ Хәҙрәт һөйләнгән арала мәжлес әһеле тағы ла берҙе эсеп алды. И. Насыри.
2. Ниндәйҙер эш-шөғөлгә мөнәсәбәтле кеше. □ Деятель. Дин әһеле. Фән әһеле. Әҙәбиәт әһеле. ■ Ул [Муса мулла] никах, йыназа, ҡорбан салыу, мәулет уҡытыу, сит
363