ӘҺӘМИӘТЛЕ
радость). ■ [3. Вәлиди:] Әһә, бына «Тормош »та Икенсе башҡорт съезы тураһында яҙғандар икән. Р. Байымов.
3. Нимәнелер ҡапыл ғына һиҙеп, аңлап алғанды, төшөнгәнде белдерә. □ Ага (выражает такие чувства, как: вдруг понять, вникнуть; почувствовать). Я [Мөжәһит — Ишбулдыға:] Әһә, йөрәк янамы ни?! Ғ. Аллаяров. Әһә, дауам итмәһәң дә төшөндөм, имам Шамил тураһында ишеткәнем бар ине, — тип йылмайҙы Зәки Вәлиди. Р. Ба-йымрв.__________ _
ӘҺӘМИӘТ [ғәр. A-loAİ] (Р.: значение чего-л:, И.: meaning, significance; T.: ehemmiyet) и.
1. Нимәнеңдер тормошта тотҡан урыны, ижтимағи баһаһы. □ Значение, важность чего-л. Мәсьәләнең әһәмиәте. Эштең әһәмиәте. Әһәмиәт биреу. Әһәмиәт тотоу. И Капитан Фәтихов, инде утыҙға еткән булһа ла, подвигтың әһәмиәте менән генә тугел, уның романтикаһы, мауыҡтырғыс булыуы, мажараһы менән дә ҡыҙыҡһына ине. И. Абдуллин. Юлдың әһәмиәтен борон-борондан ана нисек, хатта мәсеттән дә, юғары баһалағандар. Р. Байымов. Бюро ултырышында Мөжипов яҡшы ғына һөйләй башланы; башта ул малсылыҡты уҫтереу буйынса партия һәм хөкумәт ҡарарҙарының әһәмиәтенә туҡталды. Д. Исламов.
2. Нимәнеңдер кәрәклеге, мөһимлеге; файҙалы, урынлы булыуы. □ Важность чего-л., польза. Әһәмиәтен билдәләу. Әһәмиәткә эйә булыу. Әһәмиәт тотоу. ■ [Рәшиҙә:] Бахырҡай, сәскәләрҙең әһәмиәтен дә белмәй, курә-һең, һарыларын куберәк йыйған. Ғ. Аллаяров. Емештең ауырыуҙан тамам ҡотолоуында ашауҙың да, кейемдең дә әһәмиәте ҙур булды. 3. Биишева. Авиацияла айырыуса әһәмиәте ҙур булған, инженерҙар, техниктар, механиктар өсөн мәшәҡәтле, шулай ҙа көтөп алына торған көн — техниканы тикшереу, көйләу көнө бөгөн. А. Мағазов.
ӘҺӘМИӘТ БИРЕҮ (әһәмиәт бир-) (Р.: подчёркивать; И.: pay attention to; T.: ehemmiyet vermek) ҡ.
Иғтибарға лайыҡ тип һанау, иғтибар итеү. □ Подчёркивать, обращать внимание.
■ Гармун тауышы тағы ла бер нисә ҡабат ишетелеп-ишетелеп ҡалһа ла, Әнуәр инде быға әһәмиәт бирмәҫкә тырышты. Ғ. Лоҡманов. Уҡыусыларҙың уҙ идаралығына, уҙ аллы эшенә айырыуса ныҡ әһәмиәт бирелә ине бында. И. Ғиззәтуллин. Ярар, уның кеуек саҡта мин куп нәмәне аңлай торғайным инде, — тип, быныһына ла артыҡ әһәмиәт бирмәҫкә, оноторға тырыша Гөлнара. Н. Мусин. Әбелхайыр, йыр менән музыкаға мөкиббән булып, эргәһендә кем бар, кем юҡлығына иғтибар итмәҫ, итһә лә, артыҡ әһәмиәт бирмәҫ һымаҡ ине. Б. Рафиҡов.
ӘҺӘМИӘТЛЕ I (Р.: важный; И.: important; T.: ehemmiyetli) с.
1. Әһәмиәте (1) яғынан ниндәйҙер урын тотҡан; зарури. □ Важный, значительный, существенный. Әһәмиәтле йунәлеш. Әһәмиәтле хужалыҡ тармағы. Әһәмиәтле мәсьәлә. Әһәмиәтле эш. К Уның [Хәбибулла байҙың] ҡатыны .. бик әһәмиәтле мәсьәләләр менән генә мәшғул ине. М. Ғафури. 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында сығарылған «Кутузов», «Каһым турә», «Ғилмияза», «Шаһибәрәк», «Любизар» - бөгөнгө көн өсөн бигерәк тә әһәмиәтле йырҙар. Я. Хамматов.
2. Кәрәкле, урынлы, мөһим. □ Нужный, уместный. Әһәмиәтле фекер. Әһәмиәтле һуҙ. ■ Башҡортостан геология идаралығы ҡырҡ беренсе — ҡырҡ икенсе йылдарҙа боксит, марганец, кобальт, никель, баҡыр рудаһы һәм оборона промышленносы өсөн әһәмиәтле булған башҡа төрлө һирәк осраған металл ятҡылыҡтары эҙләп тапты. Я. Хамматов.
ӘҺӘМИӘТЛЕ II (Р.: важно; И.: importantly; T.: ehemmiyetli) р.
Мөһим, кәрәкле, урынлы. □ Важно, значительно, уместно. Был бик әһәмиәтле. ■ Кейенеу, атлау, ҡыланыштар, һуҙҙе башлап алып китеуҙең ни тиклем әһәмиәтле икәнлеген Арынбаҫаров куреп ултырҙы. Д. Бүләков. Мырҙағолатов иптәштең, һалдат депутаты булараҡ, съезда ҡатнашыуы ифрат әһәмиәтле булһа ла, стратегик маҡсатыбыҙ уның Уралда — уҙ халҡы араһында ҡайнашыу ын талап итә. Й. Солтанов.
365