әшнә
Араны боҙоу өсөн таратылған насар һүҙ; әшкәмә. □ Подстрекательство, провокация. Әшкәмә ҡороу. ■ [Мозой:] Әле генә Әпкәләй беҙҙең ауылға килде. .. Моғайын, ул берәй әшкәмә ҡороп йөрөй торғандыр. Д. Юлтый.
ӘШКӘР (Р.: узор; И.: pattern, tracery; T.: desen) и. этн.
1. Сүпләп һуҡҡанда киндергә ҡуйылған биҙәк. □ Узор (в подборном ткачестве). Әшкәр ҡуйыу.
2. диал. Буй-буй икенсе төрлө еп ҡушып һуғылған киндер. □ Холщовое полотно, тканое с разноцветными полосками. Әшкәр һуғыу.
ӘШКӘРЕЛТЕРЕҮ (әшкәрелтер-) (Р.: разоблачить; И.: find out, discover; T.: ortaya çıkarmak) ҡ. һөйл.
Фаш итеү, асыҡлау. □ Разоблачить. Дошманды ваҡытында әшкәрелтерергә кәрәк.
ӘШКӘР ИТЕҮ (әшкәр ит-) (Р.: предупреждать; И.: warn; T.: haber vermek) ҡ.
Хәбәр итеү, иҫкәртеү. □ Предупреждать, извещать. Илгә әшкәр итеу. ■ Белгәнемде әйтмәһәм, йортҡа әшкәр итмәһәм, илдең куңеле ҡалыр, тим. Ҡобайырҙан.
ӘШКӘРЛЕ (Р .: домотканина с узором в полоску; И.: sort of textile; T.: bir tür dokuma) и. этн.
Буй-буй биҙәкле ҡулдан һуғылған туҡыма. □ Домотканина с узором в полоску. Әшкәрле кулдәк.
ӘШКӘРТЕҮ (эшкәрт ) (Р.: извещать; И.: inform; T.: tembih etmek) ҡ.
Алдан хәбәр итеү; иҫкәртеү. □ Извещать, оповещать, предупреждать. Алдан әшкәртеу. Яҙмышым әшкәртмәне миңә бер ни ҙә. II Әле инде фронтта, улем тырнағы аҫтында, бер часҡа тура килеу уға [Байгилдегә] ниҙер әшкәрткән, уларҙың [Сәхиулла менән Шаһи-мораттың] яҙмышын ниндәйҙер серле еп менән беркеткән кеуек тойолдо. 3. Биишева. Куңелемә Тәңребеҙ ниҙер әшкәртте кеуек, әллә ни булды минең менән, аңнаманым.
3. Ураҡсин. Һөйөуен ҡулдарымды ихлас куңелдән ҡаты итеп ҡыҫыуы менән әшкәртте. И. Ғиззәтуллин.
ӘШКӘРТМӘ (Р.: предупреждение; И.: exhortation; T.: tembih) и. кит.
Иҫкәртмә, алдан әйтеү. □ Предупреждение. Әшкәртмә яһау. Әшкәртмә яҙып биргәндәр.
ӘШКӘРӘ I [фарс. ö (Р.: чересчур; И.: too, excessively; T.: aşırı derecede) р. диал. ҡар. уғата.
Бигерәк, бигерәк тә, үтә. □ Чересчур, слишком, очень. Әшкәрә ҙур. Әшкәрә куп.
ӘШКӘРӘ II [фарс. öj15LİI] (Р.: открытый; И.: clear; T.: açık) с. иҫк. кит.
Билдәле булған, асыҡ, йәшерен түгел. □ Открытый, ясный, очевидный. Әшкәрә хәл. Н [Зариф:] Уларҙың [батша менән Алланың] әшкәрә вә йәшерен эштәрен беҙгә мәҙәкәре ҡылыу мәмнуғдыр. Н. Ҡәрип.
ӘШКӘРӘ ИТЕҮ (әшкәрә ит-) ҡ. ҡар. әшкәр итеү. Алдан әшкәрә итеу.
ӘШКӘРӘЛӘҮ (әшкәрәлә-) ҡ. диал. ҡар. әшкәртеү. Куңелем әшкәрәләтте.
ӘШКӘРӘН (Р.: громко; И.: loudly; T.: yüksek sesle) р. һөйл.
Бөтә тауыштан, бар көскә. □ Громко, во весь голос. Әшкәрән уҡыу. Әшкәрән ҡысҡырыу.
ӘШКӘТӘҮ (Р.: мелкий; И.: small, petty; T.: çiseleyen) с. диал. ҡар. быҫҡаҡ.
Яй ғына яуып торған ваҡ күҙле (ямғырға ҡарата). □ Мелкий, моросящий. Әшкәтәу ямғыр.
ӘШНӘ I [фарс. I; »J1 (Р.: друг; И.: friend, pal; T.: arkadaş, ahbap) и.
1. Иптәш, дуҫ. □ Друг, приятель. Әшнә булыу. ■ Волость хужалары Ишкәримов та, Исмәғил Солтанов та, уларҙың әшнәләре лә инде килеп еткән. Р. Байымов, һинең менән минең кеуек әшнәләр була бит инде. 3. Ураҡсин. Нимә әйтергә самалағайны икән шунда уның әшнәһе Фәрхетов? Ғ. Хисамов.
2. Серҙәш. □ Наперсник, наперсница. Әшнә куреп сер һөйләу. ■ Оҙаҡ утмәй, улар [Туҡчурин менән Хисам] уҙ-ара бик әшнә булып киттеләр. Б. Бикбай. Ике әшнә осрашҡанда һөйләшәһе һуҙ аҙ булмай. Ә. Бикчәнтәев.
367