Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 368


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

әшнә
3. диал. Ағай-эне, ҡоҙа-ҡоҙағый. □ Родня, сватья. Әшнәләре куп уларҙың. ■ [Әптук] уҙ әшнәләрен, туған-тыумасаларын бутән-дәр иҫәбенә һалымдан ҡотҡарҙы, улар өсөн бутәндәр сиратһыҙ ылау ҡыуҙы, линия хеҙмәтендә йөрөнө. Ғ. Хөсәйенов.
ӘШНӘ II [фарс. ILİÎ] (Р.: дружеский; И.: friendly, amicable; T.: arkadaş, ahbapça) c.
Дуҫтарса, иптәштәрсә. □ Дружеский, приятельский. Әшнә кешеләр. V Тоттом да бының иң әшнә әхирәтенә яусы ебәрҙем. Д. Исламов.
ӘШНӘЛЕК (әшнәлеге) (Р.: панибратство; И.: cronyism, croneyism; T.: laubalilik) и.
Танышлыҡҡа, туғанлыҡҡа, ҡоҙа-ҡоҙағый-лыҡҡа нигеҙләнгән мөнәсәбәт. □ Панибратство, дружба, приятельские отношения; кумовство, семейственность. ■ Ҡайҙа кермә, шунда әшнәлек тә туғанлыҡ, туйға йыйылған ҡоҙа-ҡоҙасалар ултырышы тиерһең ҡала хакимиәтен. Р. Вәлиев. Бикбаев, был икәу араһындағы әшнәлекте бик яҡшы белгәнгә, һуҙҙе шаярыуға борорға ашыҡты. Н. Мусин. Шәрифтең шикләнеуҙәре тәрәнерәк тә: Үҙәк мосолман комиссариаты етәкселәре урындарҙағы башҡорт автономияһына дошман башҡа көстәр менән дә әшнәлек ҡылмайҙармы икән? Р. Байымов.
ӘШНӘЛЕКҺЕҘ (Р.: несоответствующий; И.: inappropriate, unsuitable; T.: uymaz) с. иҫк.
Килешһеҙ, ярашһыҙ. □ Несоответствующий, неподходящий. ■ Башҡорт халҡы донъяла бөтәсәк, тип хөкөм итеп тә ҡуйҙылар. Ләкин был хөкөмдән, ни ҡәҙәр ашығыс вә ни ҡәҙәр ҡануны ғаләм илә әшнәлекһеҙ икәнлеге ап-асыҡ куренеп тора. X. Ғәбәши.
ӘШНӘЛӘРСӘ (Р.: по-дружески; И.: in a friendly way; T.: arkadaşça) р.
Дуҫтарса, иптәштәрсә. □ По-дружески, по-приятельски. ■ Турә кеше шағирҙың яурынбашына әшнәләрсә ҡулын һалды. Й. Солтанов. Ике-өс минут уттеме, юҡмы, ыҡсым папкаһын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, әшнәләрсә йылмайып, Сарышев килеп тә инде. Ш. Янбаев.
ӘШНӘЛӘШЕҮ (әшнәләш-) (Р.: подружиться; И.: make friends; T.: dost olmak) ҡ.
Дуҫлашыу, яҡынайыу, әшнәләр булып китеү. □ Подружиться, завести приятельские отношения. ■ [Кәҫтәрән:] Һуңғы ваҡытта Абдрахман менән әшнәләшеп киткәйне [Ғәлиәкбәр], бер ҙә уның һуҙенән сыҡмай торғайны, әллә беҙҙең сельсовет рәйесен дә рәшәткә артына тығып ҡуйҙылармы? Р. Өмөтбаев. Алтынбай дуҫына ҡара айғыр тураһында ла, баяр менән әшнәләшеуе хаҡында ла ләм-мим һуҙ ыскындырырға баҙнат итмәне. 3. Ураҡсин. Һуңғы телем икмәккә тиклем булешеп, бер ук окоп төптәрендә, землянкаларҙа йәнәш йоҡлап йөрөй торғас, улар [Степан менән Мостафа] хәҙер тамам әшнәләшеп еттеләр. Д. Исламов.
ӘШНӘСЕЛЕК (әшнәселеге) (Р.: кумовство; И.: cronyism; T.: senli benlilik, laubalilik) и. һөйл. ҡар. әшнәлек.
Ағай-энелек, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ. □ Кумовство, семейственность, родственные отношения; панибратство. Бында әшнәселек тамыр йәйгән. Әшнәселек нигеҙендә курше ҡалаға ебәрелгән ике машина таҡта юҡҡа сыҡҡан.
ӘШПӘЙЕҮ (әшпәй-) (Р.: потерять форму; И.: get out of shape; T.: dağılmak) ҡ. диал. ҡар. бәлшәйеү.
1. Үҙ рәүешен юғалтып, йәйелеп китеү; лапшайыу. □ Потерять форму; развалиться. Әшпәйеп төшөу. Туфли әшпәйгән.
2. кусм. мыҫҡ. Иларға итеп ауыҙҙы бәлшәйтеү. □ Скривить губы. Ауыҙы әшпәйгән.
ӘШТЕР-ӨШТӨР (Р.: кое-как; И.: in a fashion, after a fashion; T.: şöyle böyle, baştan savma) p.
1. Көс-хәл менән, яй ғына, ипләп кенә. □ Кое-как, не в полную меру. Әштер-өштөр генә эшләп йөрөу. ■ [Мотиғулла — Зәйнигә:] Яланда саф һауала ғына колхоз эшендә әштер-өштөр ҡыбырлап йөрөу тугел шул. Й. Солтанов.
2. Арлы-бирле, ашыҡ-бошоҡ. □ Кое-как, второпях. Әштер-өштөр ҡоролған ҡыуыш.
368