ӘШӘКЕ
■ Блиндаждар әштер-өштөр генә эшләнгән. И. Абдуллин.
ӘШТЕР-ӨШТӨР ИТЕҮ (әштер-өштөр ит-) (Р.: передвигаться с трудом; И.: progress with difficulty; T.: zar zor yürümek) ҡ.
1. Көс-хәл менән, яйлап ҡына ҡуҙғалыу. □ Передвигаться с трудом, еле-еле. Әштер-өштөр итеп йөрөу. ■ Поезд китергә сәғәттән аҙ ғына ваҡыт ҡалғас, ул [Зәки], кәрәкле әйберҙәрен сумаҙанға әштер-өштөр итеп кенә тултырҙы ла Гәуһәргә оҙон итеп хат яҙҙы. И. Абдуллин.
2. Арлы-бирле эшләү. □ Сделать кое-как. Әштер-өштөр итеп ҡуйыу. Ш Сабылған бесәндең яртыһы болонда уҡ тугелеп-сәсе-леп әрәм була, йыйылғанын да әштер-өштөр итеп өйәләр, йәки баҫыу ситенә ышырып ут төртәләр. Ш. Янбаев. Ә әҙәби сотрудник, көн һайын редакция тупһаһын тапаусы берәуҙең әштер-өштөр итеп кенә яҙған нәмәһен алып, башын баҫып, бик куп төҙә-теуҙәр индерә-индерә, уны матбуғатҡа әҙерләргә тотондо. В. Исхаҡов.
ӘШТЕР-ӨШТӨР КИЛЕҮ (әштер-өштөр кил-) ҡ. ҡар. әштер-өштөр итеү. ■ Иген-дәрҙе, болонлоҡтарҙы тапатһындармы, шартлатҡан соҡорҙарҙы әштер-өштөр килеп кенә кумдерһендәрме, әйҙә, шунан һуң совхоз, колхоз, лесхоз етәкселәренән ялыу яуа башлай! Ш. Янбаев.
ӘШТӘ (Р.: уступ; И.: projection; Т.: çıkıntı) и. диал.
1. Текә ерҙәге киртләсләнеп торған урын; кәштә, һикәлтә. □ Уступ, выступ. Мейес әштәһе. Яр әштәһе. Ҡая әштәһе. Тау әштәһе.
2. Кейек күҙәтеү өсөн ағас башына яһалған урын; таҙғаҡ. □ Лабаз. Эштә ҡороу.
ӘШТӘК (эштәге) (Р.: уступ; И.: ledge; projection; T.: çıkıntı) и. диал. ҡар. һикәлтә 1.
Текә ерҙәге киртләсләнеп торған урын. □ Уступ. Яр эштәге. Ҡая эштәге. Тау эштәге.
ӘШҮӘТҺЕҘ (Р.: нескладный; И.: ungainly; T.: biçimsiz) с. диал.
Килешһеҙ, йәмһеҙ (кешегә ҡарата). □ Нескладный (о человеке). Әшуәтһеҙ әҙәм.
ӘШӘ I (Р.: плоскогорье; И.: highland, plateau; T.: yayla, plato) и. диал. ҡар. яйла.
Киң тигеҙ тау өҫтө. □ Плоскогорье, плато. Киң эшә. Таулы эшә. Урал менән Волга араһындағы эшә. Әшәгә менеу. Әшәлә бесән сабыу.
ӘШӘ II (Р .: деревянная игла для плетения сети; И.: sort of wooden needle; T.: ahşap iğne) и. диал. ҡар. ау энәһе.
Бәйләү, үреү өсөн ҡулланылған нәҙек ҡорал; аша. □ Деревянная игла для плетения сети. Эшә менән ay уреу.
ӘШӘК (әшәге) [рус. очаг] (Р: очаг; hearth; Т.: осаҡ) и. диал. ҡар. усаҡ.
1. Мейестең ҡаҙан аҫтына яғыла торған урыны. □ Очаг. Гөлтөлдәтеп әшәк ҡабыҙыу. Дөрләп янған әшәк.
2. Плитәле мейес. □ Печь с плитой. Әшәк сығарыу.
ӘШӘКЕ I (Р.: грязный; И.: dirty, filthy; T.: çamurlu, pis) c.
1. Бысраҡҡа буялған, бысраҡ тейгән; бысраҡ. □ Грязный, запачканный. Әшәке кейем. Әшәке ҡул. К [Мицлеғол] салҡан йығып, ҡомғандағы әшәке һыуҙы тегенең өҫтөнә ҡойҙо. Б. Рафиҡов. Әллә ниндәй әшәке нәмәгә тотонған һымаҡ, ҡулдарын гимнас-тёркаһына һөрттө. Ә. Хәкимов.
2. Таҙа булмаған, әрпеш, бысраҡ (кешегә ҡарата); лапшы. □ Грязный, нечистоплотный, неряшливый. Әшәке кеше.
3. кусм. Әхлаҡ ҡағиҙәләренә, тәртипкә һыймаҫ; боҙоҡ, оятһыҙ. □ Пошлый, похабный. Әшәке анекдот. Әшәке һуҙ. Әшәке эш. ■ Енем һөймәй ине шул кешене. Биҙҙереу өсөн әллә ниндәй әшәке һуҙҙәр әйткән саҡтар булды. С. Поварисов. Эйе, әҙәм балаһы әшәке һуҙ әйткәндә, шайтан һөйөнә, фәрештәләр көйөнә, ти торғайны. Б. Рафиҡов. Аҙаҡ ул һугенеуҙең мәғәнәһен белдем, бик оят, әшәке һуҙ икән ул. 3. Ураҡсин.
4. кусм. Насар, хәсис, мәкерле. □ Грязный; гнусный, коварный, омерзительный. Әшәке әҙәм. Әшәке ғәҙәт. Әшәке ниәт. Әшәке уй. ■ Мин эшләгән Әужән заводы управляющийы утә әшәке, хәшәрәт әҙәм ине. Я. Хамматов. Ҡор аулаған ҡарсыға һымаҡ, һағалай ҙа йөрөй, икенсе куҙе атылып сыҡҡыры әшәке йән! Ә. Хәкимов. Үтә лә
369