Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 370


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘШӘКЕ
яһил, әшәке әҙәм ул [Генка]. Р. Вәлиев. Кешеләге иң әшәке етешһеҙлектәрҙең береһе — ҡомһоҙлоҡ, нәфсеңә хужа була алмау. И. Абдуллин.
ӘШӘКЕ II (Р.: грязно; И.: dirtily, foully; T.: pis, kirli) p.
1. Бысраҡ, әрпеш. □ Грязно, нечистоплотно. Әшәке күренеү. Әшәке тороу.
2. күсм. Әхлаҡһыҙ, боҙоҡ, оятһыҙ. □ Пошло, похабно. Әшәке итеп һүгенеү. ■ Әшәке һүгенергә тотондо был. Ғ. Хисамов.
3. күсм. Насар, алама, хәшәрәт. □ Омерзительно, мерзко, гадко. Әшәке ҡыланыу. Әшәке булыу. М Әллә нисек үҙен әшәке, ғәйепле төҫлө итеп һиҙә башланы [Ғәли]. М. Ғафури. Ул [Ғәпкәбир] Мөхәммәт ағайҙың ҡара бейәһен йәшен атҡандан бирле үҙен шулай әшәке тота. Р. Ғабдрахманов.
4. диал. Үтә ныҡ, бик. □ Очень, чересчур; слишком. Әшәке ҡартайғанһың.
ӘШӘКЕЛЕК (әшәкелеге) (Р.: нечистоплотность; И.: grubbiness; T.: çapaçulluk) и.
Әшәке (II, 1—3) булыу ғәҙәте. □ Нечистоплотность; пошлость; отвратительность, омерзительность. М Ауыр минуттарҙа, ҡаты һынау ваҡытында кешенең күренер-күренмәҫлек тиҫкәре яғы ла, ҡот осҡос әшәкелеккә әйләнеп, күңелһеҙлеккә, хатта бәхетһеҙлеккә алып бара бит. И. Абдуллин. Ә ҡунаҡ кешегә әшәкелек, яуызлыҡ эшләргә, гонаһ ҡылырға ярамай. Ш. Бикҡол. Бындай әшәкелекте бары тик вәхшиҙәр генә эшләй ала. И. Ғиззәтуллин. Һәр төрлө әшәкелектәр тураһында телевидение аша тәүлек әйләнәһенә барған тапшырыуҙар — күпме бысраҡлыҡ яуа бит әҙәм башына. Н. Мусин.
ӘШӘКЕЛӘНДЕРЕҮ (әшәкеләндер-) (Р.: загрязнять; И.: contaminate; T.: lekelemek) ҡ. һөйл.
1. Нимә менәндер бысрандырыу, әшәке хәлгә килтертеү. □ Загрязнять, делать нечистоплотным. // Загрязнение. Кейемде әшәкеләндереү.
2. күсм. Әшәке, насар итеп күрһәтеү, ҡара яғыу, яманлау. □ Опошлять, порочить // Опошление. Кешене әшәкеләндереү.
3. Ҡәбәхәткә, ерәнгескә әйләндереү. □ Делать гнусным, омерзительным. ■ Аллаһы тәғәләнең яратылмыштарынан иң-иң әшәкеләре бөтәһен дә атҡара: оло хәжәттәренән һуң да, кесе хәжәттәренән һуң да таҙарынмай, унда танауын һеңгерә һәм төкөрә, .. береһен дә ҡалдырмайынса, баяғы һыуҙы әшәкеләндерә. Й. Солтанов.
ӘШӘКЕЛӘНЕҮ (әшәкелән-) (Р.: за грязниться; И.: become defiled; T.: pislenmek) ҡ. һөйл.
1. Бысраныу, әшәке төҫ алыу. □ Загрязниться. Кейем-Һалым әшәкеләнеп бөткән.
2. күсм. Насарға, боҙоҡҡа әйләнеү, әшәке булыу. □ Опошлиться. ■ Боҙолдо донъя, кешеләр әшәкеләнде. А. Мағазов.
ӘШӘКЕЛӘҮ (әшәкелә-) (Р.: загрязнять; И.: contaminate; T.: pisliğe ulaştırmak) ҡ. һөйл.
1. Нимә менәндер бысратыу, әшәке хәлгә килтереү. □ Загрязнять. Балаҫты әшәкеләү. Иҙәнде әшәкеләү.
2. күсм. Әшәке итеп күрһәтеү, насарлау, яманлау; әшәкеләндереү. □ Опошлять, порочить. Кешене әшәкеләү.
ӘШӘКӘЛӘНЕҮ (әшәкәлән-) ҡ. диал. ҡар. ябығыу. Әшәкәләнеп бөткән. Бигерәк әшәкәләнгән.
ӘШӘЛСӘ (Р.: любка двулистная; И.: lesser butterfly-orchid; T.: guguk salebi) и. бот.
һабағын уратып сыҡҡан киң ҡыяҡ япраҡлы, йомарсаҡ тамырлы, өйкөм сәскәле үлән (тамыры дарыу яһау өсөн ҡулланыла). □ Любка двулистная (лат. Platanthera bifolia). Оҙон әшәлсә. Кәкүк әшәлсәһе.
ӘШӘҮӘТҺЕҘ (Р.: неуклюжий; И.: awkward, ungainly; T.: hantal, kubat) с. диал. ҡар. килбәтһеҙ.
һыны, рәүеше килешһеҙ, ямаҡ. □ Неуклюжий, нескладный; некрасивый. Әшәүәт-һеҙ ҙур шкаф. Әшәүәтһеҙ кеше.
Ә-ЭМ (Р .: ой; И.: ouch!; oh!; Т.: ау!) ымл.
Ҡапыл бер ер ауыртҡанда әйтелә. □ Ой! ай! (выражает боль). Ә-эм, ауырта. Ә-эм, бармағым!
370