Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 371


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЮВЕЛИР
Ю
Ю (Р.: сорок первая буква башкирского алфавита; И.: the forty-first letter of the Bashkir alphabet; T.: Başkurt alfabesinin kırk birinci harfi)
Башҡорт алфавитының ҡырҡ беренсе хәрефе. Ю хәрефе [йу] өндәре өсөн башҡорт телендә фәҡәт ҡалын һүҙҙәрҙә генә яҙыла: юл, юҡ, юрған, юлдаш, юйғыс, рус теленән алынған һүҙҙәрҙә төрлө урында килергә мөмкин һәм рус орфографияһындағыса яҙыла: юстиция, юрист, юбилей, июнь, резолюция, бюро, меню. Ҙур (баш) хәреф — Ю, бәләкәй — ю формаһында яҙыла. □ Сорок первая буква башкирского алфавита.
ЮАНЬ (Р.: юань; И.: Yuan; Т.: Yuan, Çin para birimi) и.
Ҡытайҙағы аҡса берәмеге. □ Юань (денежная единица Китайской Народной Республики). Бер юань. 2008 йылдан бирле 6,82 юань 1 долларға тигеҙ.
ЮБИЛЕЙ [лат. jubilaeus] (Р.: юбилей; И.: anniversary, jubilee; T.: yıldönümü) и.
1. Берәй ваҡиғаның йәки кеше ғүмеренең, эшмәкәрлегенең, учреждение, ҡала йәшәүе-нең йыллығы (ғәҙәттә, унар, йөҙәр һ. б. йыл менән иҫәпләнә). □ Юбилей. / Юбилейный. Юбилей аҡсаһы. Юбилей датаһы. Юбилейҙы билдәләү. Юбилей күргәҙмәһе. Юбилей миҙалы. М Файза апаһы, Өфөлә йәшәгән әхирәтемдең илле йәшлек юбилейына барам тип, уны [Йәмилде] йәнә Радмир янына күҙ-ҡолаҡ булырға саҡырҙы. Р. Байбулатов. [Василий Ильич:] Беҙ ошо данлы хеҙмәт юбилейын — Гөлйөҙөм апайҙың фермала эшләй башлауына утыҙ йыл тулыуҙы — билдәләп үтергә булдыҡ. Яр. Вәлиев.
2. Шул уңай менән үткәрелгән тантана, байрам. □ Торжества, праздники, устраиваемые по случаю юбилея. Юбилей кисәһе. Юбилей үткәреү. Юбилейҙы байрам итеү. Юбилейға арналған мотогонка. Октябрҙән Өфөлә юбилейға бағышланған театр айлығы уҙғарыласаҡ. ■ Ысынлап та, берәүҙең тыуған көнөн байрам итһәләр, юбилей һәм туй уҙғарырға булһалар, әлбиттә, бөтәһе лә Сәйфетдинде иҫтәренә төшөрәләр. Ә. Бик
чәнтәев. Алтмыш йәше тулыу уңайы менән юбилей мәжлесенә саҡырғайны уны [Ғәли-әкбәровты] ағаһы. X. Зарипов. Ибраһим Ғиззәтуллин илле йәшлек юбилейы мәлендә Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләк-ләнде. Н. Мусин.
ЮБИЛЯР [рус.] (Р.: юбиляр; И.: person whose anniversary is celebrated; T.: yıldönümünü kutlayan) и.
Юбилейы байрам ителгән кеше, учреждение, ҡала һ. б. □ Юбиляр. Юбилярға арналған кисә. Юбилярҙы хөрмәтләү. Юбилярға теләктәр әйтеү. Юбилярҙы ҡотлау. И Юбилярҙың [Әлимғолов Тимербай Әхтәм улының] ҙурайтылған портреты унда иң урталыҡтан урын алды. Б. Рафиҡов. Мин юбилярға матур итеп эшләнгән ҡумтаға һалынған ҡурай һәм Нәжип Иҙелбай тәржемәһендә башҡортса сыҡҡан «Абай» романының ике томлығын бүләк иттем. Н. Мусин.
ЮБКА [фр. jupe\ (Р.: юбка; И.: skirt; Т.: etek) и. ҡар. итәк.
Билдән түбән кейелә торған итәкле ҡатын-ҡыҙ кейеме. □ Юбка. / Юбочный. Киң юбка. Юбка кейеү. Юбка тегеү. N [Әлфиә] тревога ваҡытындағы шикелле, эһ тигәнсе сисенде, һә тигәнсе кейенде: зәңгәр юбкаһын, йәшел гимнастёркаһын кейҙе, йондоҙло офицерҙар ҡайышы менән билен өҙөлөрҙәй итеп ҡыҫып быуҙы. И. Абдуллин. Ятһа ла, торһа ла әлеге зәңгәр юбкалы ҡыҙ күҙ алдынан китмәй. Н. Мусин.
ЮВЕЛИР [гол. joyau ‘байлыҡ’] (Р.: ювелир; И.: jeweler; goldsmith; T.: cevahirci, cevherci) и.
1. Аҫыл таштан, алтындан, көмөштән төрлө матур биҙәнеү әйберҙәре яһаған оҫта. □ Ювелир (мастер по изготовлению художественных изделий из драгоценных камней и металлов). / Ювелирный. Оҫта ювелир. Ювелир эше. Ювелир оҫтаханаһы. ■ Подолда бик борон заманда уҡ күн эшләү, көршәкселек производствоһы, ювелир эштәре киң таралған була. И. Абдуллин. Хазина тапһаҡ, күршеләге ювелир магазинына илтеп аҡсаға алыштырабыҙ ҙа ул аҡсаға путёвка һатып
371