Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 372


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЮҒАЛТТЫРЫУ
алабыҙ. Ә. Бикчәнтәев. Ювелир магазинында һатыусыларға ялған чек тотторған үҫмерҙәр һаҡ аҫтына алынғандар. Т. Ғарипова.
2. кусм. Үҙ эшен бик теүәл, оҫта итеп башҡарыусы кеше. □ Ювелир (специалист, особенно скрупулёзно, тщательно и искусно выполняющий свою работу). ■ Ювелир яһағандай Мәҙинәнец ҡолаҡтары. Т. Ғарипова.
ЮҒАЛТТЫРЫУ (юғалттыр-) ҡ. йөкм. ҡар. юғалтыу, понуд. от юғалтыу. Кешегә биреп юғалттырыу.
ЮҒАЛТЫЛЫУ (юғалтыл-) ҡ. төш. ҡар. юғалтыу, страд, от юғалтыу. Юғалтылған нәмә.
ЮҒАЛТЫУ (юғалт-) (Р.: потерять что', И.: lose, mislay; T.: kaybetmek) ҡ.
1. Абайһыҙҙан онотоп, төшөрөп ҡалдырып, юҡ итеү. □ Потерять, терять, растерять, утрачивать что. // Потеря, утрата. Аҡса юғалтыу. Документтарҙы юғалтыу. Китапты юғалтыу. Юғалтыу ҡайғыһы. Н Данир башынан үткәндәрҙе, аҡсаһын нисек юғал-тыуын түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙе. Р. Байбулатов. Шул әҙәм бер саҡ бейәләйҙәрен юғалтҡан. Р. Ғабдрахманов. [Саҙрый] иртән туй була тигән көндө һөйөклөһөнә вәғәҙә бүләге итеп биреү өсөн алынған алтын йөҙөгөнөң ҡашын юғалтҡан. И. Ғиззәтуллин.
2. Кемдең йәки нимәнең ҡайҙалығын, урынын белеүҙән, күреүҙән туҡтау. □ Потерять из виду. Куян эҙен юғалтыу. Һарыҡ бәрәсен юғалтыу. К [Әбей:] Ауылдағылар беҙҙе юғалтып торормо икән, ҡайҙа киткәнде әйтмәнек. М. Тажи.
3. Кемһеҙ, нимәһеҙ ҡалыу, кемгә, нимәгә эйә булыуҙан туҡтау, кемдән, нимәнән яҙыу. □ Потерять, утрачивать что; лишиться чего.// Лишение. Абруйҙы юғалтыу. Дуҫтарҙы юғалтыу. Өмөттө юғалтыу. Ышанысты юғалтыу. ■ Мөхәббәтте юғалтыу еңел булһа ла, ҡайтарып алыуы еңел түгел бит инде! 3. Биишева. Был һуғыш кемдәргә генә ғүмер буйына онотолмаҫлыҡ юғалтыуҙар килтермәне лә кемдәрҙең генә бәхеттәрен өҙмәне, хыялдарын селпәрәмә килтермәне. Д. Исламов. Дөрөҫ, Кутузов, Мәскәүҙе юғалтыу — ул әле Рәсәйҙе юғалтыу тигән һүҙ түгел, тигән. И. Абдуллин. • Атаһын
юғалтҡан — бөлгән, илен юғалтҡан — үлгән. Мәҡәл. Бурыс алып, дуҫлығыңды юғалтма, бурыс биреп, дошман күбәйтмә. Мәҡәл. Ваҡытын юғалтҡан — малын юғалтҡан. Мәҡәл.
4. Ниндәйҙер сифат, рәүеш, хәлдән яҙыу. □ Потерять (вид, качество, положение и т. д.). Иҫте юғалтыу. Йоҡоно юғалтыу. Кешелекте юғалтыу. Көстө юғалтыу. Мөмкинлекте юғалтыу. Оятты юғалтыу. Сәләмәтлекте юғалтыу. ■ Талҡаҫ өҫтө, үҙенең күгелйем яҡтылығын юғалтып, ҡараһыу төҫкә инә барҙы. 3. Биишева. Гәрәй бай тыныслығын бөтөнләй юғалтты, һуңғы көндәре яҡынлашыуын тойоп, биленә һуҡҡан йыландай, борһалана ул. Б. Бикбай. Тыныслығын юғалтып, тамам ҡыҙып алған ҡартҡа берәү ҙә һүҙ ҡушманы. Ә. Бикчәнтәев. Юҡ, ул [Наилә апай] иҫен юғалтманы. Р. Ғабдрахманов. Эйе, сәләмәтлекте юғалтыу ғына еңел, уны яңынан яулау ҡатмарлы, ҡайһы саҡ бөтөнләй мөмкин түгел. М. Ғиләжев.
5. Нимәнелер ҡулдан ысҡындырып, зыян күреү. □ Лишиться чего. Байлыҡты юғалтыу. ■ Ике көн рәттән яһалған атака уңышһыҙ тамамланды: Абдулов күҙ ҡараһы кеүек ҡәҙерле бер нисә пушкаһын юғалтты. М. Ғиләжев.
♦ Башты юғалтыу 1) үлеп ҡалыу; һәләк булыу. □ соотв. Потерять голову; сгинуть. M Кайһылары үкенәләр. — Беҙ алдан уҡ әйттек бит. Хәҙер бына һуғыш бөтөр алдында башты юғалталар. Д. Юлтый. • Ил ҡәҙерен белмәгән башын юғалтҡан, ер ҡәҙерен белмәгән ашын юғалтҡан. Мәҡәл; 2) үҙ-үҙеңде тоторлоҡ, аңларлыҡ хәлдән яҙыу. □ соотв. Потерять голову. ■ Сафуан ағайың, бер ҡасан да, бер ерҙә лә башыңды юғалтма, тип кәңәш бирҙе. И. Абдуллин. Үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр әлеге хисте татыған егет башын юғалтҡайны, үҙен ожмах ҡапҡаһынан үткән кеше итеп тойҙо. Д. Бүләков.
ЮҒАЛЫУ (юғал-) (Р.: потеряться; И.: disappear; T.: kaybolmak) ҡ.
1. Абайһыҙҙан онотолоп, төшөп ҡалып, юҡ булыу. □ Потеряться, теряться, исчезать, пропадать. // Пропажа, потеря. Сәғәт юғал
372