ЮҒАРЫ
ған. Юғалған аҡса. ■ Оҙон ҡолғалы ҡармаҡ юғала. И. Абдуллин.
2. Күҙҙән юҡ булыу; ғәйеп булыу. □ Пропадать, исчезнуть (из виду)} скрываться, сгинуть. Сығып юғалыу. Хәбәрһеҙ юғалыу. Н Кояш, әленән-әле ҡырыҫ ҡараш ташлап, болот эсенә инеп юғала ла тағы әрселә. Ғ. Аллаяров. Улар [ҡыҙҙар] ҡыуыша-көлөшә ятаҡҡа инеп юғалдылар. 3. Биишева. Туғайҙар, ҡырҙар, урмандар, әрәмәлектәр, йәшел һырттар менән сиратлашып зәцгәр алыҫлыҡта бергә тоташып юғалалар. Д. Исламов. Ун биш минуттан ул [Турыҡай] бөтөнләй күҙҙән юғалды. С. Агиш.
3. Ишетелеүҙән, тойолоуҙан туҡтау, ишетелмәҫ, тойолмаҫ булыу. □ Теряться, исчезать (постепенно). Тауыш юғалды. Тынлыҡ юғалды. ■ Йәшәү йәме кинәт юғалғандай тойолдо. Ә. Байрамов. Бәләкәй ауылда хәбәр юғалмай. Р. Байымов. Ауылдан ауылға йөрөй торғас, арып ялға туҡталған саҡтарҙа .. китаптар донъяһына башкөллө инеп юғалаһың да, .. хатта ҡатҡан ялан аяҡтарҙың йөрәккә үтеп һыҙлауын да онотаһың. 3. Биишева.
4. Бар булған ерҙән юҡҡа әйләнеү, юҡҡа сығыу. □ Пропасть, потеряться (совсем), исчезнуть. ■ Ҡояш йоҡоға тала, ҡыҙыл шаршау — шәфәҡ юғала. И. Абдуллин. «Кеше энә түгел эҙһеҙ юғалырға», — ти әсә, киленен йыуатып. Г. Ғиззәтуллина. Эҙҙәр юғала. Б. Дим. Кайҙа юғалды яҙыҡһыҙ аҡ сағым, моңһоҙ сағым? Ш. Бабич. • Атың юғалһа ла, йүгәнең ташлама. Мәҡәл. Күмәктең уғы юғалһа ла табылыр, яңғыҙҙың аты юғалһа ла табылмаҫ. Мәҡәл. Ҡулалмаш эш юғалмаҫ. Әйтем. Ырыулының уғы юғалмаҫ. Әйтем. Һанаулы мал юғалмаҫ. Әйтем.
5. Бушҡа әрәм булыу, файҙаһыҙға китеү. □ Пропадать даром, зря. Н [Катын:] Кеше күҙ йәше бер ваҡытта ла юғалмай ул. һ. Дәүләтшина. • Ваҡыт аҡса түгел, бер юғалғас, табылмай. Мәҡәл. Ҡағыҙға төшкән юғалмаҫ. Әйтем. Юлдан кире боролһаң, өлөшөң юғалыр. Мәҡәл. Яҡшы ергә төшкән орлоҡ юғалмай. Әйтем.
♦ Баш юғалыу һәләк булыу. □ Погибнуть, умереть. ■ Был эштә башың юғалыр. Д. Бү
ләков. • Баш юғалһа, бүрек ҡалыр. Әйтем. Юғалып ҡалыу аптырап, ни эшләргә белмәү. □ Теряться, растеряться, оторопеть. В Сафуан ағаһы ла, фронтта бер ҡасан да ҡаушап, юғалып ҡалмаҫҡа, паникаға бирелмәҫкә кәрәк, тип йыш ҡына ҡабатлай торғайны. И. Абдуллин. Телдәр Йәмилә юғалып ҡала буламы һуң? Р. Байымов. Көршәкте күргәс,.. ябай ғына итеп аңлатып бирергә лә һүҙ таба алмаҫымды тойоп, юғалып ҡалам.
3. Биишева.
ЮҒАРҒЫ (Р.: верхний; И.: upper, top; T.: üst, yukarı) c.
Юғары урынлашҡан; өҫкө. □ Верхний; высший. Юғарғы кәштә. Юғарғы ҡатлам. Йорттоң юғарғы ҡаты. В Уның [Фәти-ховтың] немец телен бик яҡшы белеүе, юғары класс радислығы, фотографлығы күҙ ситендә тороп ҡалманы, юғарғы командованиеға ла барып етте. И. Абдуллин. Шул саҡ юғарғы ҡапҡа төбөнә аҡ «Жигули» килеп туҡтаны. Д. Бүләков. Кисә юғарғы штаб һөйләшкәндә лә һүҙ шунан башланды. А. Мағазов.
ЮҒАРЫ I (Р.: высокий; И.: high, tall; T.: yukarı) с.
1. Ерҙән, билдәле бер кимәлдән өҫтәге. □ Высокий, возвышенный. Юғары тараф. Юғары урын. Юғары ҡат. Юғары йәйләүгә менеү. В Дания Саръянға күҙ һирпеп алды ла, ҡулдарын фонтанға табан һуҙып, юғарынан төшкән эре тамсыларҙы устарына йыя башланы. Ә. Байрамов. • Юғарыға ҡарап фекер ит, түбәнгә ҡарап шөкөр ит. Мәҡәл. Юғарынан йығылған ҡаты төшөр. Әйтем. Юғарыға менгәс, түбән ҡарама. Әйтем.
2. Һыуҙың, елдең һ. б. йүнәлешенә ҡаршы яғындағы. □ Верхний, противоположный. Юғары яҡ. К Юғары остан урап ҡайтҡанда, Вәзир урамдың был яғына сыҡты. М. Кәрим. Уяның юғары яғына сыҡтыҡ та, үҙебеҙҙең уйса, ҡарағай сәселгән яланға тура төшмәксе булып, уҫаҡтар араһынан һырт буйлап киттек. Н. Мусин. Зәлифәкәй барған юғары осҡа, юҡ йомошҡайҙарын бар итеп. Халыҡ йырынан. • Йөҙһәң, юғары йөҙ. Әйтем.
373