ЮҒАРЫ
3. һаны, көсө, интенсивлығы һ. б. йәһәтенән әҙ түгел; күп. □ Высокий, большой, значительный. Юғары баҫым. Юғары температура. Юғары вольтлы ток. Хеҙмәттең юғары етештереүсәнлеге. Белемдең юғары кимәле. Быуҙың юғары баҫымы. Юғары күрһәткестәр. Юғары темп. ■ Танк йүнәлешен үҙгәртмәне, юғары тиҙлектә соҡорға табан елдереүен дауам итте. Р. Байымов. Көсөргәнеш иң юғары нөктәгә күтәрелгән бер минутта миңә комбаттың ҡаты яраланыуы хаҡында хәбәр иттеләр. Ш. Бикҡол. Әптел-әхәт ошонда һабағы ятмай торған бойҙай сорты, юғары уңыш бирә торған арыш, хатта беҙҙең шарттарҙа үҫә торған ҡауын, ҡарбуз да уйлап сығарҙы. Т. Ғарипова.
4. Башҡалар араһында әһәмиәте, тотҡан урыны буйынса ҙур булған. □ Высокий. Юғары вазифалы кеше. Юғарынан килгән вәкил. ■ Ни эшләп әле был [Гуғанов] юғары урынға ултырғанының икенсе көнөндә үк бында килеп етте икән? — тип уйланы ул [Иҫәнбирҙин]. Ә. Вәли. Атаһының яҡлауына, үҙенең белеменә һәм тәжрибәһенә таянып, «партия һыҙған юлдан» Саяф юғарыға үрләне. Т. Ғарипова. • Үҙен юғарыға һанаған — түбән кеше, үҙен түбән һанаған — аҡыллы кеше. Мәҡәл. Үҙеңдән түбән ерҙән ҡыҙ ал, юғарыға ҡыҙ бирмә. Мәҡәл. Эште эшлә юғарыға ҡарап, сабыр ит түбәнгә ҡарап. Мәҡәл.
5. Иң баш, етәксе булған. □ Верховный. Юғары власть. Дәүләт власының юғары органдары. Юғары командирҙар составы. Юғары суд инстанцияһы.
6. Үҫештең, камиллашыуҙың иң ҡатмарлы, иң һуңғы баҫҡысын тәшкил иткән. □ Высокий, высший. Ойоштороуҙың юғары формаһы. Пилотаждың юғары формалары. Юғары мәҙәниәт. Үҫештең юғары нөктәһе.
7. Алда булған менән сағыштырғанда күпкә ҡатмарлы һәм үҫешкән. □ Высший. Юғары үҫемлектәр. Я Фәтихов миңә .. юғары математиканы өйрәтте. И. Абдуллин.
8. Уртанан артабан булған (белем системаһында). □ Высший (в системе образования). Юғары белем. Юғары уҡыу йорто. ■ Фәтих ағай антында тора — бөтә бала
ларын да кеше итә: урта, юғары белем бирә. И. Абдуллин. Бөтә дуҫтары, иптәштәре лә юғары уҡыу йорттарына экзамендар тапшырырға киттеләр. М. Ғиләжев. Юғары уҡыу йорттарында уҡыуҙар башланыр саҡ етеп килгән мәл ине. Н. Мусин.
9. Өлкән, һуңғы баҫҡысты тәшкил иткән (мәктәп, махсус урта, юғары белем алыу учреждениеларында). □ Старший (в образовательных учреждениях). Юғары курстар. ■ Юғары класс уҡыусылары, Уғатар ағайҙың ауыр яҙмышын аңлағанға күрәлер инде, был уҡытыусыны Павел Корчагин һымаҡ илаһи геройға тиңләп, дәрестәрендә ихлас бирелеп тыңлайҙар. Р. Байбулатов.
10. Сифаты йәһәтенән бик яҡшы. □ Высокий, отличный. Юғары балл. Юғары культура. Юғары баһа. Юғары квалификация. Юғары сифатлы тауар. М Йәшәлгән һәр көн, яуланған һәр еңеү менән ысынбарлыҡты тәрәнерәк аңлай барып, кеше рухын юғары күтәрә алырлыҡ шағир булырға әҙерләнә ине ул [Сергей]. А. Абдуллин. Врач хеҙмәтенә бынан да юғары баһаның булыуы мөмкинме? Ә. Вәли.
11. Әһәмиәте йәһәтенән өҫтөн; маҡтаулы, мөһим. □ Высокий, высший, важный. Юғары награда. Юғары ихтирам. Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән юғары исем. Әҙәбиәттең юғары тәғәйенләнеше.
12. Тәрән, ғәҙәти булмаған йөкмәтке менән тулы. □ Высокий, возвышенный. Юғары аң. Юғары поэзия. Юғары темаларға һөйләшеү. М Әллә мөхәббәт тә, талант кеүек, һәр кемгә бирелмәй торған юғары тойғомо икән? Б. Бикбай.
13. Күтәренке рухлы, тантаналы (телгә, стилгә ҡарата). □ Высокий, торжественный. Юғары стилдә яҙылған әҫәр.
14. Нәҙек, ҙур йышлыҡтағы тирбәлеүҙәр арҡаһында барлыҡҡа килгән (тауышҡа ҡарата). □ Высокий, тонкий (о звуках, голосе). Юғары тон. К Кыҫылыбыраҡ ҡалған ишек аша коридорға Күкһылыуҙың саф, юғары, күкрәктән сыҡҡан тембрлы тауышы яңғыраны. Т. Ғарипова.
ЮҒАРЫ II (Р.: высоко; И.: high, highly; T.: yüksek) р.
374