Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 375


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЮҒЫРТАҠ
1. Сифаты йәһәтенән бик яҡшы. □ Высоко. Юғары баһалау. ■ Профессор иһә, киреһенсә, уның ихласлығын юғары баһаланы, һәм элегерәк яҙылғанды ла укырға мөмкин икәнлеген аңлатты. М. Садиҡова. [Йәмил — Гөлфиәгә:] О-о-о, рәхмәт шундай юғары баһалауыңа. Р. Байбулатов. Йәмәғәт мәнфәғәте менән йәшәмәу, бөтә нәмәнән уҙ мәнфәғәтеңде юғары куйыу мещанлыҡҡа керә. 3. Биишева.
2. Бейек. □ Высоко. Юғары осоу. Юғары ҡарау. Юғары урләу. ■ Самауырҙан пар беленер-беленмәҫ кенә булып юғары кутә-релә. С. Агиш. Бик бейек тораһығыҙ икән дә баһа, — тип алып китте ул [ҡарт], — кугәрсен ояһы кеуек, фатирығыҙҙы әйтәм, бик юғары икән. К. Мәргән. • Юғары осҡан тубән ҡуныр. Әйтем. Тубән осҡан юғары ҡуныр. Әйтем.
ЮҒАРЫЛАТЫУ (юғарылат-) (Р.: поднимать на высоту; И.: hoist; send up; T.: yükseltmek) ҡ. диал.
1. Нимәнелер юғарыға мендереү, күтәреп ҡуйыу. □ Поднимать на высоту. Душ яһау өсөн мискәне юғарылатып ҡуйыу.
2. кусм. Кемделер күтәреү, ҙурлау, артыҡ маҡтау. □ Превозносить кого. Булдыҡһыҙ әшнәһен тағы ла юғарылатып ҡуйҙы был етәксе.
ЮҒАРЫЛАУ (юғарыла-) (Р.: подняться на высоту; И.: ascend; arise; T.: yükselmek) ҡ. һөйл.
1. Юғарыға табан йүнәлеш алыу, хәрәкәт итеү. □ Подниматься, направляться наверх. Ошо битләуҙән юғарылап кит. Лифтта юғарылау.
2. кусм. Юғары күтәреү, бик ныҡ маҡтау, артыҡ хөрмәтләү. □ Превозносить кого. Юғарылауҙы аңламаны, ахыры, был кеше.
ЮҒАРЫЛЫҠ (юғарылығы) (Р.: высота;
И.: height, altitude; T.: yükseklik) и. кит.
1. Юғары урын, бейеклек. □ Высота. ■ Куҙ куреме етмәҫ юғарылыҡта ҡолас иңләмәҫ ҡарағайҙар уҫеп ултыра. Д. Бүләков. Бишенсе ҡат юғарылығынан нефтселәр ҡалаһы, нефть эшкәртеу заводтары, Ағиҙел — барыһы ла ус төбөндәгеләй куренеп ята. X. Зарипов.
2. кусм. Башҡалар араһында әһәмиәте, тотҡан урыны буйынса ҙур булған бейеклек.
□ Высота; уровень. ■ Халыҡ уларҙың [мәкерле шәхестәрҙең] ҡылыҡтарына ҡарап туҙгән-туҙгән дә, туҙемлеге бөткәс, уҙе ук кутәргән юғарылыҡтан зыңҡылдата һуғып бәреп төшөргән. Р. Байымов. Кашапов, инспекция юғарылығынан тороп, ҡупырайып ҡына һөйләшеп китте. Яр. Вәлиев.
3. Нимәнеңдер һанлы күрһәткестәр менән белдерелгән дәүмәле, көсө һ. б. □ Высота (показатель величины, силы и т. д. чего-л.). Баҫым юғарылығы. Температура юғарылығы. Ток көсөргәнешенең юғарылығы. ■ [Мәктәп директоры Сәлимов ағай — уҡыусыларға:] Фәндә, хеҙмәттә яңы юғарылыҡтарға иреш. 3. Биишева. Белем юғарылығына шулай тубәндән урләй торғандарҙыр инде. Б. Бикбай.
4. Нимәнең дә булһа үҫешенең, алға китешенең юғары дәрәжәһе, юғары кимәле.
□ Уровень (показатель степени развития чего-л.). Аң юғарылығы. Культура юғарылығы. М Яҙыусының эше кешенең рухи донъяһын ҡайтанан ҡорорға, байытырға, кешегә хас юғарылыҡҡа кутәрелергә булышырға тейеш. 3. Биишева. Ғимат Сәлимович партия район комитетында эшләгәндә уҡытыу-тәрбиә эшенә бөтә район ихтыяждары юғарылығынан ҡарарға өйрәнде. Яр. Вәлиев.
ЮҒИҺӘ (Р.: а то; И.: else, otherwise; T.: yoksa) терк.
Мәғәнә яғынан бер-береһенә ҡаршы ҡуйылған ике һөйләм йәки һөйләм киҫәген теркәү өсөн ҡулланыла; юҡһа. □ А то, иначе, в противном случае (противительный союз). Ашыҡ, юғиһә өлгөрмәҫһең. М [Морозов — Зарифҡа:] Ниңә телеңде сарлайһың, тиҙерәк буксирға алып тарттырығыҙ, юғиһә һуң булыр. Ғ. Аллаяров. [Әсәһе — Рифатҡа:] Йә, әйт, юғиһә насар булыр! Р. Байбулатов. [Анастасия — Степанға:] Иллә-мәгәр шуны әйтмәй ҙә ярамай, юғиһә аҙаҡ миңә асыуланырың, ниңә уҙ ваҡытында ауыҙ йомоп ҡалдың, тип упкәләуең бар. Ш. Бикҡол.
ЮҒЫРТАҠ (юғыртағы) с. диал. ҡар. юртаҡ I. Юғыртаҡ ат.
375