ЮҒЫРТЫУ
ЮҒЫРТЫУ (юғырт-) ҡ. диал. ҡар. юртыу. Әкрен генә юғыртыу.
ЮЙ (Р.: скобель; И.: scraper; T.: raspa) и. диал.
Тырнаҡ йышҡы. □ Скобель. Юй менән йышыу.
ЮЙҒЫС (Р .: резинка; И.: rubber; T.: lastik) и.
Яҙғанды юя торған резинка. □ Резинка, ластик школьный. Ҡара юйғысы. Ҡәләм юйғысы. И Ручка, ҡәләм, юйғыс, йәғни мәҫәлән, уларҙың йәмғеһе. М. Тажи.
ЮЙҘЫРЫУ (юйҙыр-) ҡ. йөкм. ҡар. юйыу. понуд. от юйыу. Яҙыуҙы юйҙырыу. ■ Иңдәр кутәрмәҫ ҡайғыларҙы куҙ йәштәре яйлап йыуҙыра, йомшарта; мәңге төҙәлмәҫтәй яраларҙы ваҡыт әкренләп юйҙыра, уңалта. М. Иҙелбаев. Азаттың ҡара болоттан сәстәре ағарып һирәгәйҙе, былай ҙа ғумере ит ҡунмаған кәуҙәһе ҡуранысланып ҡалды, Сәрбиназ да инде элекке тәу ҡарашта уҡ иҫте юйҙырырлыҡ матурлығын куптән юғалтты. Т. Ғарипова. Минеңсә, яҡшылыҡ менән генә барып һөйләшеп, һалымға инмәй ҡалған нәмәләрҙе юйҙырырға кәрәк. Ғ. Дәүләтшин.
ЮЙМА и. диал. ҡар. юйғыс. Юйманы ғына алып бир әле.
ЮЙЫЛМАҪ (Р.: неизгладимый; И.: indelible, ineffaceable; T.: silinmez, unutulmaz) c.
Иҫтән, хәтерҙән сыҡмаҫлыҡ, онотолмаҫлыҡ. □ Неизгладимый, незабвенный. М Был ерҙәрҙә беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың мәңге юйылмаҫ аяҡ эҙҙәре һаҡлана. Ғ. Аллаяров. Эш-ҡылыҡтары, тиңһеҙ ҡаһарманлыҡтары һымаҡ уҡ, кейемдәре лә башҡорт ғәскәрҙәренең — юйылмаҫ ғорур тарих. Р. Байымов. Был көршәк яһалған ҡомдо ла, уның юйылмаҫ буяуҙарының серен дә ошоғаса белгән кеше юҡ әле. 3. Биишева.
ЮЙЫЛМАҪЛЫҠ с. ҡар. юйылмаҫ. Юйылмаҫлыҡ ҡаһарманлыҡ. Мәңгегә юйыл-маҫлыҡ. Юйылмаҫлыҡ иҫтәлектәр.
ЮЙЫЛЫУ (юйыл-) ҡ.
1. төш. ҡар. юйыу 1, 2. страд, от юйыу 1,2. Яҙыуы юйылған. Эҙе юйылған. ■ Шып-шыма ҡағыҙ, резинка менән юйыла торғас,
бөтөнләй аҡ дупҡа һуғылған тирегә әйләнеп, йөнтәҫләнеп бөттө. С. Агиш. Уның [Сәрбия-малдың] куҙҙәренә ҡунған яһалма мөләйемлек ҡапыл юйылып, һалҡын ҡорос сатҡыһы баҙлай башланы. 3. Биишева. • Аҡ өҫтөндә аҡ яҙыу беленмәҫ, аҡ өҫтөнә ҡара төшһә, юйылмаҫ. Мәҡәл.
2. Ниндәйҙер хәл йәки сифат юҡҡа сығыу, юҡ булыу; бөтөү. □ Исчезать, стираться. ■ Эңер яҡтыһы ныҡлап юйылыуын көтөп тормаҫтан, кук йөҙөндә йондоҙҙар куренде. Я. Хамматов. Әллә ғумерҙең фани сәғәт-минуттары шулай юйыламы? Ә. Хәкимов.
3. Иҫтән, хәтерҙән һ. б. сығарылыу, онотолоу. □ Подвергаться забвению; быть забытым кем. Хәтерҙән юйылыу. ■ Ҡуп нәмәләр, Әкрәмдең хәтеренән сығып, мәңгегә куңеленән юйылды. X. Зарипов, һәйкәлдең постаментына мәңгегә юйылмаҫлыҡ итеп: «Совет геройҙарына — беҙҙе азат итеу-селәргә рәхмәт уҡыусы венгр халҡынан», — тип уйып яҙылған. И. Абдуллин. • Батыр даны юйылмаҫ. Әйтем. Маңлайыңа яҙылған юйылмаҫ. Әйтем.
ЮЙЫН (Р.: неспособный; И.: incapable, incompetent; T.: yeteneksiz, anıksız) с. диал. ҡар. йүнһеҙ.
Булдыҡһыҙ, ҡулынан эш килмәгән. □ Неспособный, бездарный, бестолковый. Юйын кеше. Ниндәйҙер бер юйын булып сыҡты был малай.
ЮЙЫУ (юй-, юя) (Р.: стирать; И.: erase; T.: silmek) ҡ.
1. Һыпырып, һөртөп, ҡырып юҡ итеү; бөтөрөү. □ Стирать, уничтожать. Ҡағыҙҙан юйыу. Юйып ташлау. Яҙғанды юйыу. ■ Яҙып бөткәс, тағы ла резинка менән юйып ташларға тура килә. С. Агиш. Был таҡмаҡтарҙы Игебаев менән Өмөтҡужин бригадаға килмәйенсә юйманылар. Р. Өмөтбаев. Ҡойма ямғыр, барымтасыларҙың эҙен юйып, буръяҡ һыуға ҡушып, тау тубәненә ағыҙҙы. Ә. Хәкимов.
2. кусм. Хәтерҙән һ. б. сығарыу, онотоу. □ Подвергать забвению; забыть. Хәтерҙән юйыу. ■ Йәшлек иҫтәлектәрен юйып та, онотоп та буламы ни ул?! Ғ. Лоҡманов. Ләкин хәҙер уткәндәрҙе юйып та, төҙәтеп
376