Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 377


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

юҡ
тә булмай ине инде. М. Садиҡова. Куптәр [Бикбаевты] партиянан сығарыуҙы талап иттеләр. Шулай ҙа ҡарттың колхоз ҡоро-лошондағы хеҙмәттәрен бөтөнләй юйып ташлап булмай ине. Р. Ғабдрахманов. Ауыҙындағы әсә телен дә юйһа, әҙәм балаһынан ни ҡала инде? Й. Солтанов.
3. Кемделер йәки нимәнелер һәләк итеү; бөтөрөү. □ Губить, загубить, сгубить. Башын юйыу. ■ Беҙгә шойҡаны теймәгән кешенең ғумерен юйып, нишләп башты тәгәрмәс араһына тыҡмаға? Р. Өмөтбаев. • Даныңды юйғансы, башыңды юй. Мәҡәл. Яуға барған өлөш алған, яуҙан ҡасҡан башын юйған. Мәҡәл.
4. Кемеңделер йәки нимәңделер юғалтыу. □ Потерять; утрачивать кого, чего. ■ Ә мин торор йорто юйылғанға, балалары һуйылғанға, батырҙары ҡыуылғанға ҡаңғырып йөрөгән ил сәсәне. Ғ. Ибраһимов. Һайрай турғай, һайрай турғай, балаһын юйған, буғай. Халыҡ йырынан.
5. Ниндәйҙер хәл йәки сифатты юҡҡа сығарыу; юҡ итеү; бөтөрөү. □ Потерять; лишиться. Аҡылды юйыу. Аңды юйыу. Гөнаһты юйыу. Өмөттө юйыу. Сабырлыҡты юйыу. Үҙ башыңды юйыу. ■ Ҡыҙыҡай бер аҙға ғына аңын юйҙы, ул бер нәмә лә ишетмәҫ булды. Д. Бүләков. Алдында ятҡан ҡулъяҙманың һуңғы битен уҡып сыҡҡас, Зинунә, тәьҫирен юйырға теләмәгән кеуек, тын ғына ултырҙы. Ә. Вәли. Һуңғы айҙарҙа Ҡәйумдең былай ҙа тыныслығы юйылғайны. Ғ. Лоҡманов. Кук есеме буҫкәрһә лә, тулһа ла илаһи сабырлығын, һауалы олпатлылығын юймай. Т. Ғарипова. Һин, егет, кеҫә ҡалынайтам тип, кешелегеңде юйма! Ф. Чанышева.
ЮЙЫШЫУ (юйыш) ҡ. урт. ҡар. юйыу 1. взаимн. от юйыу 1. Стеналағы яҙыуҙарҙы юйышыу.
ЮҠ I (юғы) (Р.: нет; И.: no; not; T.: yok) мөн.
1. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер ғәмәлдә булмағанлығын белдерә; киреһе — бар. □ Нет, не имеется, отсутствует. Бер нәмә лә юҡ. Зарар юҡ. Кәрәге юҡ. Сәбәп юҡ. ■ Тоняның дымһыу зәңгәр куҙендә лә, ҡуйы һары сәсендә лә, ап-аҡ йөҙөндә лә борсолоу-болоҡһоуҙың әҫәре лә юҡ ине. А. Абдуллин.
[Хәләф Гәрәевич — Сәмиғулла тураһында:] Ана бит, сәнсә бармағы ла юҡ. Р. Байымов. • Юҡ тип көйөнмә, бар тип һөйөнмә. Мәҡәл. Ағасһыҙ урман юҡ, нужаһыҙ донъя юҡ. Мәҡәл. Алабуғала ҡолаҡ юҡ, алйот кешелә оят юҡ. Мәҡәл. Белемлегә йот юҡ, белемһеҙгә ҡот юҡ. Мәҡәл. Билемдән яҡшы дуҫ юҡ, сирҙән яман дошман юҡ. Мәҡәл. Ғилемһеҙ ғәмәл юҡ. Әйтем. Коштоң һөтө юҡ, йылҡының уте юҡ. Әйтем.
2. Яуап рәүешендә килеп, кире ҡаҡҡанды, риза булмағанды белдерә; киреһе — эйе. □ Нет (при отрицательном ответе на вопрос или как выражение несогласия). Юҡ, барып сыҡмай. Юҡ, мин тугел. Бөгөн юҡ, иртәгә. Я [Әхтәрйән — Ғәзиз ағайға:]Юҡ, ағай, шәбәйҙем шикелле. Р. Байбулатов. Юҡ, волкомдан һорап тормайбыҙ, — тине Хәсән [йыйылышта ҡатнашыусыларға]. С. Агиш.
3. Һөйләмдәге эш-хәрәкәттең инҡар ите-леүен аңлатып, кире мәғәнә бирә. □ Нет (при отрицании). ■ Хәҙергә әле башҡа ҡарттарҙың килгәне юҡ. С. Агиш. Беҙҙең арала унан да матурыраҡ егет, батырыраҡ һалдат юҡ бит. Ғ. Аллаяров. • Хеҙмәте юҡтың хөрмәте юҡ. Мәҡәл. Һәнәрҙең артығы юҡ. Әйтем. Көсләп асҡан куҙҙең нуры юҡ. Әйтем. Ағыр һыуҙың ҡәҙере юҡ. Әйтем. Изгелектең иртәһе-кисе юҡ. Мәҡәл. Бала бар ерҙә батша юҡ. Әйтем. Балаһыҙ өйҙөң йәме юҡ. Әйтем. Батырға улем юҡ. Әйтем. Астың иманы юҡ. Әйтем. Икмәктән оло аш юҡ. Әйтем. Илсегә улем юҡ. Әйтем.
4. һөйләм алдында килеп, киҫкен рәүештә кире ҡаҡҡанды белдерә. □ Нет (при резком отрицании). ■ Юҡ, булманы ташҡын куңелде баҫтырып. Ш. Бабич. Юҡ, ул [Әлем-ғол] хәҙер әллә ниндәй матурҙы ла эҙләмәй. С. Агиш. [Юламанов:] Юҡ, куҙҙәренә ҡарап әйтәм: мин һине өҙөлөп һөйәм, һинән башҡа йәшәй алмайым. Ғ. Аллаяров. Юҡ, Сәмиәр ҡурҡаҡтарҙан тугел. Ф. Аҡбулатова. [Таңһылыу:] Юҡ, танышым тугел, тәу тапҡыр курәм. И. Абдуллин.
♦ Иҫәпкә бар, һанға юҡ бар ҙа кеүек, юҡ та кеүек; юҡҡа тиң. □ Малозначительный, пустяковый. Теге аҡһаҡ себеш иҫәпкә бар һанға юҡ инде. Юҡҡа мин дә туҡ нимәлер
377