ЮҠ
һорағанға ‘юҡ’ тип яуап биргән кешенән көлөп әйтелә. □ соотв. На ‘нет’ и мы сыты.
ЮҠ II (юғы) (Р .: нечто несуществующее; И.: nothing; T.: olmamış bir şey) u.
1. Булмаған нәмә йәки эш-хәл. □ Нечто несуществующее. Юҡты таптырыу. ■ Юҡ нәмә өсөн кеше менән мөнәсәбәтте боҙмай торайыҡ. Р. Байбулатов. • Юҡҡа алданып, барҙан буш ҡалма. Мәҡәл. һуғыш куптән сыҡмай, юҡтан сыға. Әйтем. Юҡтың яуабы юҡ. Әйтем.
2. Әһәмиәтһеҙ, буш нәмә. □ Пустое, пустяк, пустяковина, пустяковая вещь. Юҡ өсөн. Юҡты һөйләу. Я Бәлки, юҡ менән булашырға һин бит хәҙер сабый тугел, буйға етеп киләһең, тип орошорғамы? И. Абдуллин. Юҡ менән маташаһың, мырҙам. Р. Байбулатов. • Халыҡ юҡты һөйләмәй. Әйтем.
♦ Юҡ нәмә үҙе юҡ әйберҙәрҙең күплеге тураһында. □ Чего только нет. Юҡ нәмә уҙе юҡ был өҫтәлдә! Юҡтан бар ғына рәт-йүне булмаған нәмәгә, көсһөҙ кешегә ҡарата кәмһетеп әйтелә. □ соотв. На безрыбье и рак рыба. Минең машина шул юҡтан бар ғына инде ул. Юҡтан бар итеү ҡыйынлыҡ менән етештереү. □ Сделать что-то из ничего. Беҙҙең кеуек ир-уҙамандар юҡты бар итә белә. Юҡтан ҡоҙағый 1) туған булмаһа ла, ялағайланып, туған булырға тырышҡан кеше. □ соотв. Сбоку припёка; 2) һис юғында, бик булмағанда. □ На худой конец. Я Атайым мәрхум әйтмешләй, һыу башняһы — юҡтан ҡоҙағый. Мөмкинлек булмағандан эшләнгән ваҡытлы нәмә. И. Ғиззәтуллин. Юҡтан йүкә һуйҙырыу булмаҫтайҙы таптырыу. □ Требовать невозможное. ■ Ярай улай булғас, юҡтан йукә һуйып булмай инде, — тине Әҙһәм ҡарт куңелһеҙ генә һәм китте. Ж. Кейекбаев. Юҡ тигәндә лә (йәки юҡ-юҡ тигәндә лә) иң кәмендә; һис юғында; бөтөнләй кәрәкмәй тип һанағанда ла. □ Самое меньшее, минимум; на худой конец. Юҡ тигәндә лә биш кешегә бер икмәк кәрәк көн һайын. ■ Тәнзилә уларҙы юҡ-юҡ тигәндә аҡрынлап аса килә. С. Поварисов. Ярай әле, эргәһендә дан аты бар: юҡ-юҡ тигәндә лә бер иптәш. Юҡты бушҡа бушатыу {йәки ауҙарыу) буш эш менән булашыу. □ соотв.
Переливать из пустого в порожнее. Я Бар, юҡты бушҡа бушатҡансы, хәҙер ук быҙауҙарҙы тунатып, тиреләрен кирҙереп ҡуй. Б. Бикбай. Юҡты бушҡа ауҙарып, ваҡытты әрәм уткәргәнсе, шулай бөтөуе хәйерле. Д. Исламов. Ни эшләп юҡты бушҡа бушатып, был тиклем ергә килеп йөрөйһөгөҙ? — тиер ул [Зөләйхә әбей]. 3. Биишева. Юҡтын, башы ауыртмай ‘юҡ’ тигәнгә бер нәмә лә әйтеп булмай. □ соотв. У ‘нет’ голова не болит; на ‘нет’ и суда нет. • Юҡтың башы ауыртмай. Әйтем. И. Ноғманов. Юҡтын, башын ауырттырыу булмаҫтай хәбәр һөйләгән; урынһыҙ талап ҡуйған кешегә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдереп әйтелә. □ Говорить чепуху, небылицу, ерунду; болтать попусту. Я Их, был тиклем тәмле аштар алдынан бер бәләкәй ҙә булһа икән! — тип, уйынлы-ысынлы хыял итеп ҡуйҙы Новиков. — Ярар, ярар, юҡтың башын ауырттырма инде. Д. Юлтый. Юҡ-юҡ та ҡайһы берҙә, һирәк-һаяҡ. □ Нет-нет да. Я Юҡ-юҡ та, һәр ике яҡтан пулемёттар тыҡылдап ала. Ғ. Лоҡманов. Еңгәһенең ҡайғыһы хәҙер тарала төшкән, атлап йөрөуҙәре баҙыҡланған, юҡ-юҡ та, сөм ҡара куҙҙәрендә шаян осҡондар тоҡанып китә. Н. Мусин.
ЮҠ-БАР (Р.: пустяк; И.: trifle; T.: saçma) и. йыйн.
1. Ваҡ-төйәк, әһәмиәтһеҙ, мәғәнәһеҙ нәмәләр. □ Пустяк, мелочь, чепуха. / Пустяковый, чепуховый. Юҡ-бар менән булыу. Юҡ-барҙы куреу. Я Йәғҙә тәуге минуттан уҡ уҙен ябай һәм иркен тотто: юҡ-барға ҡыҙыҡманы, сабыр, кеселекле ине. А. Абдуллин. • Юҡ-бар кешенән эт яҡшы. Әйтем.
2. кусм. Буш, ялған һүҙ, имеш-мимеш, ғәйбәт. □ Чушь, ложь, клевета, вздор. / Пустяковый, чепуховый. Юҡ-барҙы һөйләу. Юҡ-бар хәбәр. Юҡ-бар һуҙ. Я [Мырҙабай — Ғәлиәхмәткә:] Аҡылың булһа, ауылға ҡайтҡас, юҡ-бар лығырлап йөрөмәҫһең, моғайын. Р. Байымов. Әҡлимә юҡ-бар уйҙырма хәбәрҙәр уйлап сығара башланы. Ғ. Аллаяров.
3. кусм. Хөрәфәттәр, ырым-ышаныуҙар. □ Всякая чертовщина, суеверия, суеверные образы и представления. Юҡ-бар нәмә. Юҡ-барға ышаныу. Я Ололарҙың юҡ-барға
378