ЮҠЛАУ
ышанып барыуын беләһең бит. Р. Байбулатов. Быға саҡлы юҡ-барға, төрлө хөрәфәттәргә ышанмаған Фәтих ағайҙың йөрәге һулҡылдап һыҙлай башланы. И. Абдуллин.
ЮҠ БУЛЫУ (юҡ бул-) (Р.: исчезать; И.: disappear; T.: yok olmak) ҡ.
Күҙгә күренмәҫ булыу, юғалыу. □ Исчезать, отсутствовать, пропадать; быть уничтоженным, ликвидированным, истреблённым. ■ Маҙаға тейгән ләпәкәйҙәр, һыпырып алғандай, юҡ булдылар. Б. Бикбай. Юл ыңғай ҡарҙай аҡ халатын иңенә һала-һала, күбәләк кеуек пырылдап, ҡыҙы больница ишегенән инеп юҡ булды. Д. Бүләков. • Эшләгән кеше туҡ булыр, эшләмәгән юҡ булыр. Мәҡәл.
ЮҠ-БУШ (Р.: неважный; И.: unimportant, inconsequential; T.: önemsiz) с.
Әһәмиәтһеҙ, буш. □ Неважный, незначительный, несущественный. Юҡ-буш уй. Юҡ-буш һуҙ. Юҡ-буш хәбәр тыцлау. Юк-буш эш менән булыу. ■ [Рәхимә:] Берук, ундай юҡ-буш уйҙарҙы аҡылыңдан сығар, Айбулат. Һ. Дәүләтшина.
ЮҠ ИТЕҮ (юҡ ит-) (Р.: сводить на нет; И.: bring to nought, whittle away; T.: yok etmek) ҡ.
Бөтөрөү, юҡҡа сығарыу. □ Сводить на нет, ликвидировать, уничтожить. М Улар [фашистар] беҙҙе дәүләт һәм милләт булараҡ юҡ итергә тырышалар, ә беҙ Бетховен музыкаһын тапшырабыҙ. И. Абдуллин. Был ихлас яҡты сырайлылыҡ шунда уҡ күңелдә булған тартыныу тойғоһон юҡ итте. Б. Бикбай. • Ике күлдәкте бер иткән, бер күлдәкте юҡ иткән. Мәҡәл.
ЮҠҠА (Р.: напрасно; И.: vainly, in vain; T.: boşuna, yok yere) p.
1. Һис кәрәкһеҙгә; бушҡа. □ Напрасно, зря. Юҡҡа аҡса түгеү. Юҡҡа йөрөп ҡайтыу. М Серәште бит юҡҡа, тыңламаны килен. Р. Байымов. • Юҡҡа ант итмә — ер йотор. Әйтем.
2. Сәбәпһеҙҙән; бушҡа. □ Напрасно; без причины. Юҡҡа көлөү. Юҡҡа илау. Юҡҡа хафаланыу. Юҡҡа тырышыу. ■ [Йәмилдең] атаһы шунан һуң ысынлап, ҡапыл тоҡанған трактор һымаҡ, юҡҡа ғына ҡыҙа,
холоҡһоҙлана башланы. Р. Байбулатов. Юҡҡа халыҡ: «Ояһында ни күрһә, осҡанда ла шул булыр», — тимәй бит. И. Абдуллин. [Хәлкәс ҡарт:] Юҡҡа сәпсемә, Айытбай. С. Агиш. Зәки Вәлидиҙең борсолоуҙары юҡҡа булмаған. Р. Байымов. Яҙғы буран — йәш улан, үҙе ҡолай, үҙе илай, — тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр боронғолар. Б. Бикбай.
3. Үкенес белдергәндә әйтелә. □ Зря (при сожалении). Юҡҡа бармағанмын. Юҡҡа ҡайтып киттек әле. Юҡҡа гармуныңды алып килмәгәнһең. ■ Юҡҡа килгән юлдан ғына китмәнек. Р. Ғабдрахманов.
♦ Ерле юҡҡа һис сәбәпһеҙгә; бер ҙә юҡҡа, юҡ өсөн. □ Совсем зря. Ерле юҡҡа асыуланыу. Ерле юҡҡа һөйләнем. ■ [Тимер:] Ерле юҡҡа буран ҡуптара ла ул Фатима. Б. Бикбай. Закирҙы әйтәм, ерле юҡҡа һәләк булды бит. 3. Биишева. Нимәгә булһын, ерле юҡҡа өрә Аҡбаш. Ә. Бикчәнтәев.
ЮҠҠА-БУШҠАҡар. юҡҡа 1. Юҡҡа-бушҡа хафаланыу.
ЮҠҠА СЫҒЫУ (юҡҡа сыҡ-) (Р.: кончаться; И.: disappear; T.: yok olmak) ҡ.
1. Тамам бөтөү. □ Кончаться, исчезать; израсходоваться; сводиться на нет. Аҡса юҡҡа сығыу. Шалтырап аҡҡан шишмә юҡҡа сыҡҡан.
2. Юғалыу, күренмәү. □ Пропадать, теряться, исчезнуть. ■ Әлеге яугир шунда уҡ, атын кирегә бороп, шәүлә һымаҡ, юҡҡа сыҡты. Р. Байымов.
3. Тейешле сифат-рәүеште юғалтыу, бушҡа әйләнеү. □ Исчезать; превратиться в пустое. ■ Хыял иткән киләсәк юҡҡа сыҡҡан, ә үткәндәргә юл өҙөлгән кеүек. А. Абдуллин. Арыу ҙа, һағышлы уйҙар ҙа булмаған кеүек юҡҡа сыҡты. 3. Биишева. Ә хәҙер бына юҡ ҡына нәмәнән бөтә хыялы, тәмле уйҙары юҡҡа сыға. Д. Бүләков.
ЮҠЛАУ (юҡла-) (Р.: скучать; И.: feel absence, miss; T.: özlemek) ҡ. диал. ҡар. юҡһыныу.
1. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер юҡ булыуынан бошоноу. □ Скучать, тосковать, томиться. // Тоска, томление. Әсәйҙе юҡлау. ■ Туғайҙарға инеп йоҡлағанда, ғәзиз балаларымды юҡланым. Халыҡ йырынан.
379