ЮҠЛЫ-БАРЛЫ
2. Юҡ тип уйлау, юҡҡа һанау. □ Думать, что ничего нет. Хәҙер уны юҡлауҙан ни файҙа?
♦ Юҡты юҡлау 1) юҡты бар итмәк булыу. □ Пытаться создавать то, чего нет. Я [Гимерғәле:] Юғын юҡлап йөрөгән бала — арыу бала. Һ. Дәүләтшина; 2) ҡыҙ һоратырға килгән кешенең һүҙ уйнатып, шаярып әйтеүе. □ Во время сватания девушки сват шутливо говорит, что они ищут то, чего нет. ■ Мин барып инеп, сәләм бирҙем: «Юҡ юҡлап йөрөйөм, ул һеҙҙә юҡмы икән?» — тип үҙебеҙҙең йола менән генә һүҙ башлағас та, [Үмәрҙең] төҫө боҙолоп китте. Һ. Дәүләтшина.
ЮҠЛЫ-БАРЛЫ (Р.: незначительный; И.: insignificant, unimportant; T.: küçük, önemsiz) с. йыйн.
Барлы-юҡлы, әҙ-мәҙ. □ Незначительный, ничтожно малый. Юҡлы-барлы игенде әрәм итмәгеҙ.
ЮҠЛЫҠ (юҡлығы) (Р.: отсутствие кого, чего', И.: absence, lack; T.: yokluk) и.
1. Ғәмәлдә булмаған хәл. □ Отсутствие, неимение кого, чего. Документтар юҡлығы. Көс юҡлығы. Бала юҡлығы. Ышаныс юҡлығы. Ямғыр юҡлығы. Көс юҡлығы. ■ Нурулла Рахманович ҡуҙғалырлыҡ та хәле юҡлығын тойҙо. X. Зарипов. Курҡыныс юҡлығына ышанғас, Вася бесәй янына шым ғына барҙы ла, уны ҡосаҡлап алып, кире йүгерҙе. X. Мохтар. Берәү ашарға юҡлыҡтан зарлана. Икенсеһе — кейем юҡлыҡтан. С. Поварисов. • Катын менән ҡатын талашһа, йәшлеге менән ҡартлығын әйтер, бай менән ярлы талашһа, барлығы менән юҡлығын әйтер. Мәҡәл.
2. Тормоштағы етешһеҙлек; ярлылыҡ. □ Бедность, нужда; нехватка, недостаток. Юҡлыҡта йәшәү. Юҡлыҡты белмәү. ■ Ғәжәп бит, етемлектә, юҡлыҡта интегеп, үҙ ҡулында донъяны ҡуйырға тейешле Емеш әҙәм булып йөрөп ята ла баһа! 3. Биишева. • Барлыҡ яраштыра, юҡлыҡ талаштыра. Мәҡәл. Кешене йә туҡлыҡ ҡуша, йә юҡлыҡ ҡуша. Әйтем. Барлыҡ бар иткән, юҡлыҡ тар иткән. Мәҡәл. Йүгерек ат туҡлығын белдермәҫ, йомарт юҡлығын белдермәҫ. Мәҡәл.
Картлыҡта юҡлыҡ бирмә, йәшлектә үлем бирмә. Мәҡәл.
3. грам. Эш-хәрәкәттең булыуын кире ҡағыуҙы белдергән грамматик категория. □ Отрицание. Юҡлыҡ категорияһы. Юҡлыҡ формаһы. Юҡлыҡ ялғауы.
ЮҠСЫЛ и. ҡар. юҡһыл. ■ Заводтарҙа комсомолецтарҙың эштә күрһәткән батырлыҡтары, егетлектәре тураһында «Йәш юҡсыл» һәм «Башҡортостан йәштәре» газеталарында баҫылған хәбәр һәм очерктарҙы уҡығанда, йөрәгем йышыраҡ тибә башлай. Ә. Вәли.
ЮҠСЫЛЛЫҠ (юҡсыллығы) (Р.: бедность; И.: poverty, indigence; T.: yoksulluk) и. hup.
Тормоштағы матди етешһеҙлек; ҡыҫынҡылыҡ. □ Бедность, нищета. Юҡсыллыҡта йәшәү. Я Юҡсыллыҡ — ашау-тәғәмгә генә түгел, кейем-һалымға ла ҙур ҡытлыҡ. С. Ильясов.
ЮҠТАУ и. диал. ҡар. һыҡтау II. Кыҙ-ҡырҡындың юҡтауы ишетелә.
ЮҠҺА (Р.: иначе; И.: if not; T.: yoksa) терк.
Мәғәнәһе яғынан бер-береһенә ҡаршы ҡуйылған ике һөйләмде йәки һөйләм киҫәген теркәү өсөн ҡулланыла; юғиһә. □ Иначе, в противном случае. Я [Гөлниса:] Мин, исмаһам, бер иргә өй эшенең тәмен татытырға теләйем. Юҡһа улар бер ҡасан да ҡатын-ҡыҙҙың эшен баһаламайҙар. 3. Биишева. Туҡтағыҙ, юҡһа Аллаһы Тәғәләнең тимер таяғы башығыҙға төшөр. Б. Рафиҡов. [Малютин — Фәһимгә:] Бына был ирҙәрсә, юҡһа, бая бушҡа һәләк була яҙҙың. И. Ғиззәтуллин. Ярай әле, Ашҡаҙар тамағында бер нисә көн торорға яҙған, юҡһа тон эсендә был тиклем араны үтеп булмаҫ ине. М. Ғиләжев.
ЮҠҺЫЛ (Р.: бедняк; И.: beggar, indigent; T.: yoksul) и.
Иҙелгән, ярлы кеше. □ Бедняк, беднота. / Бедный, малоимущий. ■ Бел, иптәш, эсер-ҙарға һинең менән минең һымаҡ юҡһылдар кәрәкмәй. В. Исхаҡов. Беҙгә бөтә донъяның юҡһылдары дуҫ, — тип аңлатты командир. И. Ғиззәтуллин. Кәтғи ышаныуынса, ни ҡыл
380