Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 381


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

юл
һа ла, ул [Ғөбәй] ирек даулаусы юҡһылдар исеменән эш йөрөтә, шуларҙың ихтыярын ғәмәлгә ашыра. Ә. Хәкимов.
ЮҠҺЫНДЫРЫУ (юҡһындыр ) ҡ. йөкм. ҡар. юҡһыныу, понуд. от юҡһыныу. Бала киткәне бире юҡһындырып тора. ■ Ольгаһы менән нисәмә йылдар буйы бер-береһен ихтирам итеуҙәренә, яратышыуҙарына ҡарамаҫтан, ниңә шулай һағындыра, һыҙландыра, уҙәккә утерҙәй булып юҡһындыра икән алыҫ йәшлек? Я. Хамматов. Бәхет тураһында һөйләп тора ла .. музыка юҡһындырырға, ғазапландырырға, уҙәкте өҙөп алырҙай итеп иңрәргә тотона. Ғ. Хисамов.
ЮҠҺЫНЫУ (юҡһын ) (Р.: скучать; И.: long, yearn; pine; T.: özlemek) ҡ.
Кемдеңдер йәки нимәнеңдер юҡ булыуынан бошоноу. □ Скучать, тосковать, томиться. // Тоска, томление. Юҡһыныу тойғоһо. Тыуған яҡтарҙы юҡһыныу. ■ Бик тә юҡһына уны [Нәфисәне] Әхмәтзәки. Р. Байымов. Бөтәһе лә Емеште юҡһынып бойоғоп ҡалған һымаҡ. 3. Биишева. Тыуған төйәген кем юҡһынмай икән? Р. Низамов. Үҙем [Инсаф] дә һине [Нәфисәне] юҡһыныу Тыуған илде, тыуған яҡтарҙы һағыныуға тоташҡан ҡанат осо ғына бит тип ышанырға тырышам. А. Мағазов.
ЮҠҺЫРАУ (юҡһыр-) ҡ. диал. ҡар. юҡһыныу. Атайҙы юҡһырау.
ЮҠШЫ (Р.: гречка; И.: buckwheat, kasha; T.: karabuğday) и. диал.
Ҡара бойҙай ярмаһы. □ Гречка. Юҡшы һатып алыу.
ЮҠ ЭҘЛӘҮ (юҡ эҙлә-) (Р.: свататься; И.: ask for marriage; T.: kiz istemek) ҡ. этн.
Кәләш әйттереү. □ Свататься, доел. Искать чего нет. ■ Юҡ эҙләйем, юҡтың йәбешкәге һеҙҙә тип ишетеп килдем. Йола фольклорынан.
ЮЛ I (Р.: дорога; И.: way, road; T.: yol) и.
1. Йәйәү һәм машиналар йөрөү өсөн хеҙмәт иткән ер һыҙаты. □ Дорога, путь; большак; шоссе; магистраль (полоса земли, служащая для передвижения). / Путевой, дорожный. Алыҫ юл. Оло юл. Таш юл. Асфальт юл. Машина юлы. Ҡышҡы юл. Юл буйы. Юл саты. Юл һалыу. ■ Мәғәсумдең
йөҙөндә ғорурлыҡ, йөҙ саҡрымдан ашыу яҙғы юлды юҡҡа ғына утмәгәнлегенә ҡыуаныу сағылды. А. Абдуллин. Саңғы юлы арттан, ауылдың аҙбар-ҡуралары артынан утә ине. С. Ильясов. Үлән уҫһә лә, әуәле ат, арба юлы барлығы самалана. Ә. Әминев. • Дуҫыңдың кем икәнен юлға сыҡҡас белерһең. Әйтем. Урау булһа ла, юл яҡшы. Әйтем. Юл башы — ат тояғында, һуҙ башы — эт ҡолағында. Мәҡәл. Барыр юлың арба юлы булһа, сығыр юлың сысҡан юлы булыр. Мәҡәл. Бер көнлөк юлға сыҡһаң, бер аҙналыҡ аҙыҡ ал. Мәҡәл. Бергә-бергә юл ҡыҫҡа була. Әйтем.
2. Һыуҙан йәки һауанан даими рәүештә хәрәкәт барған урын, арауыҡ. □ Путь, трасса, маршрут (водный, воздушный), курс, рейс (корабля). Һыу юлы. Юлды белеу. В Әлегә был ҡалаға тик һауа юлы менән генә килеп була. И. Нурғәлиев. • Ағыр һыу юлын табыр. Мәҡәл.
3. Нимәлер эсенән, араһынан үтер урын, үтер йүнәлеш. □ Дорога, тропа, ход. М Ялан юлы менән тугел, урманға ҡарай тарт. Р. Өмөтбаев. Юлдашым ҡарашын бормалы-бормалы тау юлынан алмай ғына тыңланы. Ш. Хажиәхмәтов. Оло юлдан барһаң, егерме биш, урман юлынан артығы менән утыҙ булыр. И. Абдуллин. • Урманлы юл — бер ҡат тун. Әйтем.
4. Тәндең ниҙер йөрөй, үтә торған эсе ҡыуыш ағзаһы. □ Путь, проток, проход. Аш юлы. Ҡан юлы. Үт юлы. ■ Өҫтән яуған ҡуйы, эре ҡар бөртөктәре .. тын юлына инеп, һулышты ҡаплай. Ғ. Дәүләтшин.
5. Ҡайҙалыр табан алған йүнәлеш. □ Путь, дорога. Юл алыу. ■ Салауаттың юлы — тура төньяҡҡа, ниәте — әле Көңгөр өсөн көрәшкән Ҡәнзәфәр Усаев, Батырҡай Иткинин һәм Уса тирәһендә хәрәкәт итеусе Әбди Абдуловтар менән берләшеу. М. Ғиләжев. Атаһы уға, малай сағынан уҡ, көндөҙөн ҡояшҡа, аяҙ төндәрен йондоҙҙарға ҡарап барыр юлыңды самаларға була икәнлеген уңайы сыҡҡан һайын тәфсирләп өйрәтә килде. И. Ноғманов. • Юлын белгән арымаҫ. Әйтем.
6. кусм. Эшмәкәрлек йүнәлеше. □ Путь, направление деятельности. Тормош юлы.
381