Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 382


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

юл
Көрәш юлы. К Ижад юлы бер дөрөҫлөктө раҫлай: яҙыусы үлгәндән һуң уның ғүмерен әҫәрҙәре дауам итә, тиҙәр. Н. Мусин. Табибә булыр бүләсәрем, иншалла, атаһы юлынан атлар. Г. Яҡупова. Атанан алтау тыуһа ине, ата юлын ҡыуһа ине. Ҡобайырҙан.
7. күсм. Бер эште башҡарыу сараһы; ысул. □ Путь, способ действия; средство к достижению цели. Ҡотолоу юлы. Химик юл. Мәсьәләне сисеү юлы. Ике юл менән сығарылған мәсьәлә. Теләгең көслө булһа, юлы табыла. ■ Берҙән-бер юл — ситкә китеү, эҙ юғалтыу ине. С. Агиш. Теләһә ниндәй хәлдән дә сығырға юл табып була, тип өйрәтте уны [Әлфиәне] Әшрәф. И. Абдуллин. • Маҡсатың булһа, юлы табылыр. Мәҡәл. Мәҡәл әйткән — юл өйрәткән, әйтем әйткән — күңел йыуатҡан. Мәҡәл. Теле барҙың юлы бар. Мәҡәл. Тура һөйләгән юлында булыр. Әйтем.
8. Бер йүнәлеш буйынса башҡарылған хәрәкәт; сәфәр. □ Путешествие, поездка, движение. Юлға сығыу. Юлға әҙерләнеү. Юлдан ҡайтыу. ■ Беҙҙең алдағы юлыбыҙ һәр саҡ ап-асыҡ күренеп ятырға тейеш. Р. Өмөтбаев. Йә, хәйерле юл! — тине Сергей уның [Саҙрыйҙың] артынан. А. Абдуллин. Алыҫ юлға әҙерләйҙәр аттарҙың иң яҡшыһын. М. Кәрим. • Алыҫ юл атты һынай, ауыр юл ирҙе һынай. Мәҡәл. Атыңа ҡарап юлға сыҡ. Әйтем. Юл ғазабы — гүр ғазабы. Мәҡәл. Юл аҙығы — йыуаса. Әйтем. Юлға сыҡҡан юлда ҡалмаҫ. Әйтем. Юлға сыҡһаң, иртә сыҡ. Әйтем. Юлға сыҡһаң, юл аҙығың мул булһын. Әйтем.
9. Шашка, шахмат уйынындағы йөрөш. □ Ход. Ҡаралар башлай ҙа ике юлдан мат ҡуя.
10. Оҙонға һуҙылған һыҙат; буй. □ Линия, полоса. Бер юлы аҡ, бер юлы күк тауар. ■ Һыу өҫтөнә ай юлы ятты. Ғ. Хисамов.
11. Бер һыҙыҡҡа яҙылған һүҙҙәр йәки башҡа тамғалар рәте. □ Строка, строчка. Сәсмә юл. Китап юлы. Шиғыр юлы. ■ Күҙгә хаттың тәүге юлы салынды. Р. Өмөтбаев. Шиғри юлдарҙы йәнә бер хәтеренән үткәр
гәс, яңы һүҙҙәрҙең әле тыуасағын тойған хәлдә, Сергей уларҙы башланмаған дәфтәренә күсерҙе. А. Абдуллин.
12. миф. Ғүмер оҙонлоғо, йәшәү. □ Дорога (символ жизни, судьбы). Юлың аҡ булһын. ■ Юлға сыҡтым, үҙ ҡулдарым менән төҙөр өсөн бәхет-тәхетте. Р. Мифтахов. Оло юлды ус төбөндәгеләй күрерҙәй булам. Ул — беҙ төҙөгән киң, таҡыр, ләкин боролмалы-боролмалы мәңгелек юл! Н. Мусин.
♦ Аҡ юл <һеҙгә>! (йәки юлың аҡ булһын) киткән кешегә уңышлы юл теләп әйтелә. □ Счастливого пути! (пожелание). ■ Ярай, ярай. Юлығыҙ уң булһын, эшегеҙ эш булһын. Һ. Дәүләтшина. Ана бара юлың ‘ары кит’ мәғәнәһендә. □ соотв. Скатертью дорога! ■ [Павел — Машаға:] Ана бара юлың! М. Хужин. Дөрөҫ юлда булыу (йәки тороу) ғәйеп эш ҡылмай, тейешенсә эш итеү, йәшәү. □ Быть на верном пути. Насар юлға төшөү насар эшкә бирелеү, ғәйеп эш менән шөғөлләнеү. □ Вступить на дурной путь. Таҡыр юл ҡыйынлыҡһыҙ анһат тормош. □ Проторённая дорога (беззаботная жизнь). ■ Шиғыр эҙләп, оҙон юлға сыҡтым, ләкин таҡыр юлға сыҡманым. М. Кәрим. Юл алыу ҡар. юл тотоу (1). Ҡалаға юл алыу. Юл асыу (йәки ярыу) кемгә, нимәгә форсат асыу. □ Прокладывать, пролагать, проторять дорогу (путь) кому, чему. ■ Ауырыраҡ бына хеҙмәтеңдә еңеүҙәргә яңы юл ярыу. Ә. Ғайсин. Юл баҫыу юлда барған кешене талау. □ Разбойничать, грабить путников. ■ Урман. Ай-Һай ҡалын урман! Элек бында ҡараҡ юл баҫҡан. Б. Бикбай. Юл башлау 1) алдан барыу. □ Открыть путь, идти первым; 2) етәкселек итеү. □ Руководить. ■ Саҙрый юл башлап алдан төштө. А. Абдуллин. Юл бикләү үткәрмәй кәртә-ләү. □ Перекрыть дорогу. Арҡыры тороп, юлды бикләү. Юл биреү 1) ситкә тайпылып, үтергә мөмкинлек биреү. □ Уступать дорогу кому-л., посторониться; давать дорогу. Ҡаршы килгән ылауға юл биреү. • Атлыға йәйәүле юл бирер. Әйтем; 2) кешегә ирек биреү, теләгәнен эшләргә мөмкинлек биреү. □ Дать возможность кому-л. сделать что-л.
382