Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 383


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

юл
Я Көсөң, аҡылың бөтһә, миһләт ал, башҡаларға бир һин тиҙерәк юл. Д. Юлтый. Юл быуыу 1) кемдеңдер йәки нимәнеңдер үтер юлына кәртә ҡуйыу, үтер юлын бикләү. □ Остановить, преграждать путь кому-л. ■ Ошо ваҡыт, уларҙың юлын быуып, алыҫ тугел йугерешеп килгән дошман һалдаттары куренде. И. Ноғманов; 2) кемдеңдер эш-тормоштағы иркен кәртәләү. □ Ограничивать чью-то свободу. Юлға арҡыры төшөү (йәки тороу, кәртә булыу) эш, хәрәкәткә ҡамасаулау. □ Препятствовать. доел. Вставать поперёк пути. Я [Илһам:] Минең юлға, тимәк, һин кәртә булдың? Н. Мусин. Юлға баҫыу тәртипкә килеү. □ Встать на верный путь. Юлға саң ятҡырмау күп йөрөү. □ Много ходить. Юлға һалыу нимәне тәртипкә килтереү, яйға һалыу. □ Налаживать, наладить; привести в порядок. Эште юлға һалыу. ■ Малсылыҡты ҡасан юлға һалырға уйлайһығыҙ? Д. Исламов. Юлдан тайҙырыу (йәки яҙҙырыу) эш-тор-мошта дөрөҫ йүнәлештән тайпылдырыу, яҙҙырыу. □ Сбить с верного пути. Юлдан яҙыу (йәки сығыу) насар эшкә, боҙоҡлоҡҡа бирелеү. □ Сбиться с верного пути. • Алтын керһә, фәрештә лә юлдан сығыр. Әйтем. Аҙғынға эйәрһәң, аҙырһың, тоғро юлдан яҙырһың. Мәҡәл. Һылыу куңел аҙҙырыр, алтын юлдан яҙҙырыр. Мәҡәл. Юл ҡалыу йөрөрлөк юл бөтөү, юл өҙөлөү. □ Распутица, бездорожье. Я Юл ҡалған саҡ. А. Абдуллин. Юл ҡуйыу ирек ҡуйыу, мөмкинлек биреү. □ Позволить делать что, допускать что, потакать кому. ■ Дәуләтте алдарға бер кемгә лә юл ҡуйылмай. А. Абдуллин. Юл ҡыйыу кемдеңдер ҡаршыһына сығып, юлын ҡаплау. □ Пересекать дорогу кому. Я Ниндәйҙер ҡарасҡылар, Ишбулдының юлын ҡыйып, йугерешеп сыға башланы. Ғ. Аллаяров. Юл сабыу ситкә боролоп, юл биреү. □ Уступать дорогу. ■ һуҡмаҡтың тарлығы шул тиклем — ҡаршы кеше осраһа, юл сабырға ирек юҡ. Ш. Шәһәр. Юл тотоу 1) билдәле бер йүнәлештә хәрәкәт итеү; йүнәлеү. □ Направляться куда-л. ■ Десна-ның һай урынынан кисеп, беҙ [матростар]
Киевка табан юл тоттоҡ. И. Абдуллин. ■ Егет, Һыуһылыуҙы, толпары менән шоңҡарын алып, кулдән сыға ла, Балҡантауға табан юл тота. Әкиәттән. [Катын — Сер-гейға:] Кайҙа юл тотоу? А. Абдуллин; 2) ниндәйҙер ҡарашта тороу, шул яҡлы булыу. □ Быть сторонником какого-то взгляда, придерживаться какой-то точки зрения. Һайлаған юлын тотоу. Юл төшөү 1) һыу-һүл ҡайтып, йөрөрлөк юл асылыу. □ Открытие пути после весенней или осенней распутицы. Юл төшкәс, өләсәйемдәргә барырбыҙ инде; 2) ыңғай тура килеп, ҡайҙалыр барыу, һуғылыу. □ Заходить по пути куда-л. Юл төшкәндә куреп китеу. Юл уңыу уйлаған уй, эш-хәл барып сығыу. □ Удаваться, быть удачливым. Я Юлым уңһа ярар ине, юлым уңһа ярар ине! — тип өҙлөкһөҙ теләк теләй-теләй Әҡлимә кассирҙың әйләнеп килеуен көттө. М. Хужин. Юлыңда бул кәрәкһеҙгә килеп ҡыҫылған кешене эргәнән ҡыуғанда асыу менән әйтелә. □ Иди своей дорогой; не отвлекайся от пути. Я Бар, бар юлыңда бул! — тип мине типкеләп сығарҙы ла зәңгәр ҡапҡаны бикләп ҡуйҙы. Ғ. Ғүмәр. Юлың таҡыр ‘ебәрмәй тотҡан кеше юҡ’ тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Никто тебя не держит. Я [Бай:] Сыҡһаң, ана — юлың таҡыр, китә бир. Т. Хәйбуллин. Юл яҙҙырыу эҙ яҙҙырыу. □ Запутать следы.
ЮЛ II (Р.: обозначает состояние, время действия; И.: now; T.: defa, kez) и.
Күрһәтеү алмаштары, рәт һандары һәм ваҡытҡа бәйләнешле ҡайһы бер ҡылым формалары менән килеп, эш-хәлдең айырым бер булмышын белдерә. □ В сочетании с указательным местоимением, порядковым числительным обозначает состояние, время действия. Был юлы. Уҙған юлы. Я Кәнзәфәр иртә менән, малайҙары уянғансы, алыҫ юлға сәфәр сыҡты. Был юлы — Стәрлебашҡа егерме биш саҡрым барып етмәҫтән урынлашҡан Каранай ауылына. М. Ғиләжев. Катын һаман да шымтайып тора ине, шулай ҙа был юлы ҡалын ирендәрендә йылмайыу ғәләмәте шәйләнде. Т. Ғиниәтуллин. Уҙған юлы шулай угеҙҙәр һимеҙлектәренән
383