Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 384


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЮЛА
ялтырап тора, э приёмщик, уртаса көрлөктә, тип яҙып ята. А. Абдуллин.
ЮЛА [рус.] (Р.: юла; И.: top, whirligig; T.: topaç) и. һөйл.
1. Өйрөлсәк уйынсыҡ, зырылдаҡ. □ Юла, волчок (игрушка). Юла менән мауығып уйнау. Юла өйрөлтөу.
2. кусм. Тиктормаҫ, ырғандаҡ; орсоҡ. □ Непоседа. Юла кеуек зыр килеу.
ЮЛАЙ и. ҡар. юл II. ■ Ул [атайым] был юлайы мине алып барманы. С. Кулибай.
ЮЛАЙҠАЙ р. диал. ҡар. юлайкан. ■ Сәлих ашыға-ашыға атлай, юлайҡай Вәси-мәгә яуап ҡайтарып бара. С. Агиш.
ЮЛАЙҠАН (Р.: попутно; И.: еп route, along the road; T.: geçerken, arada) p.
Юл ыңғайында, үтеп барғанда, бер юлы. □ Попутно, по дороге; мимоходом; проездом. Юлайҡан инеп сығыу. ■ Ни тартып килтергәндер, Әбелхайыр хан бер төркөм нөгәрҙәре менән көньяҡҡа утешләй, юлайҡан Олоҡаяҡ буйына һуғыла, һуғылһа — осрата уҙ ҡараҡалпаҡтарын. Ғ. Хөсәйенов. [Тантанала ҡатнашыусылар] юлайҡан Бабсаҡбей ҡорғанына, Йылҡысыҡҡан куленә лә һуғылдылар. «Киске Өфө», № 36, 2010.
ЮЛ АЙЫРМАҺЫ и. диал. ҡар. юл саты. Юл айырмаһында ике автомобиль саҡ бәрелешмәне. ■ Юл айырмаһына өй һалырға ярамай, ул зәхмәтле урын. «Башҡорт мифо-логияһы»нан.
ЮЛАҠ (юлағы) (Р.: полоса; И.: stripe, band; T.: çizgi) и.
1. Буй булып төшкән һыҙат. □ Полоса, полоска, затёчина. Юлаҡ булып аҡҡан тир. ■ Уға [Сәлмәнгә] илле йәштәрҙән ары биреп булмаһа ла, тулҡынланып торған ҡалын ҡара сәстәре араһында, көмөш юлаҡтар булып, аҡ сәстәр ята ине. 3. Биишева. Тимер яңы ғына паровоздан сыҡҡан кочегармы ни: бите ҡап-ҡара саң, ҡайнар тирҙәр ағып төшөп, ҡан тамырҙары һымаҡ, сикәһенә буй-буй юлаҡтар һалған. Б. Бикбай.
2. геол. Тау-таш егенә тулған мәғдәнле тоҡом. □ Жила. Алтын юлағы. Н Ғиндулла былтыр көҙ шунда һалам өйөп йөрөгәндә ата-баба юлағынан соҡсоноп, ватып ҡараны
бер йәшкелт ҡомташты. Й. Солтанов. Куҙ-ҙең яуын алып йылҡылдаған алтын юлаҡты Тихон Дмитриевич уҙенең йәшлектә Таисия менән бергә уткән ҡыҫҡа ғына ғумер юлына оҡшатты, йәнә иҫтәлектәрен терелтте. Ш. Янбаев.
3. Һыу йырып яһаған эҙ. □ Староречье, старица. Йылға юлағы. Һыу юлағы. * Әңгәмә, юлаҡ эҙләгән ағым һыу кеуек, унда-бында һуғылды ла, аныҡ юҫыҡҡа төшөп, һәуетем-сә сөгөрмәкләнеп дауам итте. Ә. Хәкимов. • Ат әйләнеп тейәген табыр, һыу әйләнеп юлағын табыр, ир әйләнеп илен табыр. Әйтем.
ЮЛАҠЛАНДЫРЫУ (юлаҡландыр-) ҡ. йөкм. ҡар. юлаҡланыу, понуд. от юлаҡланыу. Йыйырсыҡтар уның маңлайын тәрән итеп юлаҡландырғандар.
ЮЛАҠЛАНЫУ (юлаҡлан-) (Р.: выделяться (пролегать) полосами; И.: appear striped; T.: çizilmek) ҡ.
Юлаҡ (1) булыу, юлаҡҡа әйләнеү. □ Выделяться (пролегать) полосами. Юлаҡланып куренә. ■ Уның [Сәлимовтың] битендәге һуғыш яраһы эҙҙәре хәҙер айырыуса ныҡ ҡыҙарып, юлаҡланып ятҡан һымаҡ куренә.
3. Биишева. Ҡояш хәҙер урман аша юлаҡланып һуҙылған нурҙарын уҡтай итеп Мағаш ҡаяһына ҡаҙаны. Н. Мусин. Иртә төшкән ҡараңғылыҡты ҡыуып, ҡарауылсы тәҙрәһенән электр яҡтыһы алыҫҡа юлаҡланып һуҙыла. Ш. Янбаев.
ЮЛАҠЛАТТЫРЫУ (юлаҡлаттыр-) ҡ. йөкм. ҡар. юлаҡлатыу. понуд. от юлаҡ-латыу. Юлаҡлаттырып төшөу.
ЮЛАҠЛАТЫУ (юлаҡлат-) ҡ. ҡар. юлаҡлау. Битен юлаҡлатып йәш аға.
ЮЛАҠЛАУ (юлаҡла-) (Р.: делать, прочерчивать полоски; И.: make stripes; T.: çizmek) ҡ.
Юлаҡ (1) яһау, юлаҡлы итеү. □ Делать, прочерчивать полоски. Битте юлаҡлап тир аға. ■ Ҡулъяулығы менән юлаҡлап йәш тәгәрләп уҙған биттәрен һөрттө. Д. Бүләков. Һалдаттың битенән юлаҡлап йәш аға, әллә ишетәме ғәзиз кешеһенең ялбарыуҙа-рын? Г. Яҡупова. [Разия инәйҙең]кулдәгенең
384