Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 385


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЮЛАУСЫ
итәгенә юлаҡлап баҫҡан аллы-гөллө таҫмалар йәйғор төҫлө йылҡылдай, ҡара костюмының тушенә тағылған ордены һәм миҙалдары атлаған аҙымы һайын сылтырай. Ш. Янбаев.
ЮЛАҠЛЫ (Р.: с полосками; И.: striped; streaky; T.: çizgili) с.
Юлаҡ (1) рәүешендәге, юлаҡ булып урынлашҡан; буйлы-буйлы. □ С полосками, в полоску; полосатый. Юлаҡлы кулдәк. Юлаҡлы ебәк. ■ [Туңәрәк эсендә бейегән егеттең] аҡ еләненең салғыйҙарын билбауына ҡыҫ-тырғанлыҡтан, юлаҡлы салбары менән итегенең таҫма тотолған ҡуныс ҡайтармаһы куренеп тора ине. Ә. Бикчәнтәев. Өңөндә йоҡларға ятҡан айыу һымаҡ, городовойҙар ҙа, толоптарына төрөнөп алып, юлаҡлы будкаларына инеп ултырҙылар. X. Мохтар. Уның [Кусимовтың] һуғышсылары командирҙарының яурынындағы ике юлаҡлы погонына өсөнсө йондоҙҙоң килеп ҡуныуын бик кутәренкелек менән ҡаршы ала. Р. Өмөтбаев.
ЮЛАҠ-ЮЛАҠ (Р.: полосками; И.: in treacles; T.: çizgi çizgi) p.
Буй-буй булып. □ Полосками, полосами. Юлаҡ-юлаҡ биҙәктәр. ■ Уның артынса офоҡҡа хәрәкәтһеҙ болоттарҙан юлаҡ-юлаҡ булып ҡара таҫма тартылды. 3. Биишева. Ҡояш хәтәр ҡыҙҙыра, батырҙарҙың битенән юлаҡ-юлаҡ тир аға. Н. Мусин. Көнсығышта, Салғыя тауының һыртында, юлаҡ-юлаҡ булып һыҙылып таң атты. Р. Өмөтбаев.
ЮЛАМАН (Р.: проводник; И.: pilot, guide; T.: rehber) и. иҫк.
Юлаусыларға, бигерәк тә сауҙагәрҙәргә юл күрһәтеү, ылау, каруандарҙы оҙатыу менән шөғөлләнеүсе кеше; ҡулауыҙ. □ Проводник (обслуживающий купцов, путешественников). • Ағай илдә — иләмән, юлда — юламан, ҡырҙа — Сөләймән. Әйтем. Юламаның юл өҫтөндә көтә. Әйтем.
ЮЛАМСЫ и. диал. ҡар. юлаусы. Я Юламсы ғалим менән осрашыуына шағир ҡыуанып бөтә алманы. Ә. Хәкимов. • Юлам-сыға юл оҙон, көнлөксөгә көн оҙон. Әйтем.
ЮЛАТ и. диал. ҡар. юлаҡ. ■ Аҡ юлат төшкән ҙур һаҡаллы кешенең йөҙө хәҙер инде баяғы шикелле алсаҡ тугел, сикһеҙ әрнеткес моңһоу. Б. Бикбай. Еңелсә ел иҫте, сикәне
яндырған эҫе тир юлаттары ҡата башланы. Б. Бикбай.
ЮЛАТЫУ (юлат-) (Р.: направлять; И.: direct; T.: yöneltmek) ҡ.
1. Ҡайҙалыр юл алдырыу; йүнәлтеү. □ Направлять, отправлять. Я Биш йөҙ баш мал алып, тамға һалып, барын станцияға юлаттыҡ. Б. Ишемғол.
2. Килергә юл ҡуйыу; килтереү. □ Подпускать. Яҡын юлатмау. Л Шуларҙы [Сергей менән Митрофанды] ҡартатайың ни тип яҡын юлаталыр инде, белмәйем. 3. Биишева. Гөлнур менән Гөлнараны аяҡҡа баҫтырғансы йортҡа һис кемде яҡын юлатмаясаҡ. М. Иҙелбаев. Ҡабат урыҫтарҙы яҡын юлатмайбыҙ, тип уҡ-һаҙағын, ҡоралын әҙер тотоусы ауылдар ҙа осраштырҙы. Н. Мусин.
♦ Ҡуйынға йылан юлатыу (йәки ҡуйында йылан аҫрау) 1) берәй кешегә ҡарата мәкер ҡороу. □ Задумать что-то коварное; 2) яҡын күргән кеше мәкерлек эшләгәндә әйтелә. □ соотв. Пригреть на груди змею. ■ Сатура уҙен әхирәте алдында ғәйепһеҙҙән ғәйепле итеп тойһа, тегеһе, һуңынан куре-неуенсә, уға ҡаршы ҡуйынында йылан аҫраған булып сыҡты. Р. Вәлиев.
ЮЛАУ (юла-) (Р.: направляться; И.: make for; tend; go; T.: yönelmek) ҡ.
1. Ҡайҙалыр юл алыу; йүнәлеү. □ Направляться, отправляться куда. Һыйыр уҙе генә булһа, игенгә яҡын юламай ул. В [Зая-туләк:] Йондоҙ юлап, төн буйы ялһыҙ елдем, һылыу ҡыҙ. «Заятүләк менән һыуһылыу».
2. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер эргәһенә килеү; яҡынлау. □ Приближаться, подходить к кому, чему. Яҡын юлайһы булма! Һыуға яҡын юлама. Яр буйына яҡын юлау юҡ. Куңелеңде баҫыр өсөн курәҙәгә юлау.
ЮЛАУҘАШ и. диал. ҡар. юлдаш. Юлауҙаш итеп алыу.
ЮЛАУСЫ (Р.: путник; И.: wayfarer, traveler; T.: yolcu, gezmen) и.
Сәфәр сыҡҡан, юлда барған кеше; юлсы. □ Путник, странник; прохожий, проезжий, заезжий. Юлаусылар ялға туҡтаған. M Юлаусы ҡулындағы дилбегәһен бер аҙ тарта төштө. Ғ. Аллаяров. Төшкөлөккә юлаусылар
385