Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 386


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЮЛ АЯҒЫ
килеп тулды. Р. Байымов. Шартлау урынына юлаусыларҙы яҡын ебәрмәҫ өсөн, ауыл советы бөтә юлдарға кешеләр ҡуйҙы. Ә. Бикчәнтәев. Юлаусы Дим буйынан икәнлеген, куптән хат-хәбәрҙәре килмәгәс, ике көнгә генә хәл белергә ҡайтып барыуын әйтте. А. Мағазов. Йылтыр ғына йылтыр уттар яна, юлаусылар ҡунған ер, буғай. Халыҡ йырынан. • Юлаусының йомошо йурмә ашағас онотола. Мәҡәл. Юлаусының юл тырағы һиңә лә тейер, миңә лә тейер. Мәҡәл.
ЮЛ АЯҒЫ (Р.: посошок; И.: farewell drink; T.: uğurlama kadehi) и. этн.
Кешене оҙатҡанда биргән һый. □ Посошок (чаша кумыса или хмельного напитка напоследок). Юл аяғы һалып биреу.
ЮЛ-АЯҠЛЫҠ (юл-аяҡлығы) (Р.: подарок или гостинцы путника детям; И.: wayfarer’s present; T.: yoldan gelenin hediyeleri) u.
Юлсының балаларға бүләге йәки күстәнәсе. □ Подарок или гостинцы путника детям. Юлсының юл-аяҡлығына балалар шатланды.
ЮЛБАҒАР (Р.: дозорный; И.: patrol; Т.: devriye) и.
Алдан юл ҡарап барған кеше. □ Дозорный. Юлбағарҙарҙы алдан ебәрергә кәрәк. М Мылтыҡ-ҡылыс тотҡан урыҫтар, башҡорт ауылдарының көлөн куккә осорорға ниәтләп тирә-яҡҡа таралған, тигән хәбәрҙе ишеткән башҡорттар ҡоралланырға, тау баштарына юлбағарҙар ҡуйырға тотондо. Ғ. Хисамов. Юлбағарҙар .. алға утте, илбағарҙар уҙ нәубәтендә артҡа йунәлде. К. Мәргән.
ЮЛБАҠСЫ и. иҫк. ҡар. юлбағар. Юл-баҡсылар курһәткән юл.
ЮЛБАРЫҪ (Р.: тигр; И.: tiger (large predatory cat)', T.: kaplan) и. зоол.
1. Бесәйҙәр ғаиләһенә ҡараған ҡара һыҙатлы, ҡыҙғылт һары төҫтәге һөтимәр эре йыртҡыс йәнлек. □ Тигр. / Тигровый; тигриный (лат. Panthera tigris). Ama юлбарыҫ. Инә юлбарыҫ. Юлбарыҫ балаһы. Уссури юлбарыҫы. Юлбарыҫ аулаусы. Юлбарыҫ тиреһе. Юлбарыҫ эҙе. ■ Урманға ла ебәрмәйҙәр, юлбарыҫ бар, тиҙәр. Ә. Бикчәнтәев. Зверинецта буреләр, айыуҙар, юлбарыҫтар,
филдәр, көнгөрәләр йәшәй. Р. Ғабдрахманов. Иң алдан юлбарыҫты курергә Бурейән килеп етте, курҙе лә артҡа сигенде. Б. Рафиҡов. • Үҙ ояһында эт тә юлбарыҫ. Әйтем. Арыҫлан серен юлбарыҫ белмәҫ. Әйтем.
2. кусм. һөйл. Ҡурҡыу белмәгән, батыр кеше. □ Сильный, бесстрашный человек. Ул бит юлбарыҫ кеуек көслө. ■ Йыуаш тай кеуек куренгән ҡыҙ ҡапыл юлбарыҫҡа әй-ләнде. И. Ғиззәтуллин. Туҡтамыштың уҙе-нән дә куҙ яҙҙырырға ярамай, сөнки ҡарт юлбарыҫтың тештәре утмәҫләнһә лә, эсе тулы мәкер ҙә ыу. Ә. Хәкимов. Беҙ арыҫлан, беҙ бит һәм юлбарыҫ — яңы Башҡортостан ғәскәре. Ш. Бабич.
ЮЛБАҪАР (Р.: разбойник; И.: robber, highwayman; T.: haydut, yolkesici) и.
Юлсыларҙың мал-мөлкәтен талау менән шөғөлләнгән кеше. □ Разбойник. / Разбойничий, разбойнический. Диңгеҙ юлбаҫары. Юлбаҫар һөжуме. ■ Юлбаҫарҙарҙың һуңғы пулялары Юлайға ҡарай осто. И. Ғиззәтуллин. [Кәнзәфәр — егеттәргә:] Шикләнмәгеҙ, юлбаҫар тугелмен. Ышанығыҙ миңә. М. Ғиләжев. Юлбаҫарҙың ҡулында ниндәй ҡорал булғандыр, белмәйем, ул хаҡта уйламаным. X. Зарипов. • Илбаҫар менән юлбаҫар — бер туған. Әйтем.
ЮЛБАҪАРЛЫҠ (юлбаҫарлығы) (Р.: разбой; И.: robbery, brigandage; T.: haydutluk, eşkıyalık) и.
Юлсыларҙың мал-мөлкәтен талау шөғөлө. □ Разбой, разбойничество. Юлбаҫарлыҡ менән шөғөлләнеу. М Мөхөтдин Әҙеһәмов етәкселегендәге ялан суды ла ваҡытты бушҡа уткәрмәгән: бер нисә мародёр банданы тотоп атҡан, шуға юлбаҫарлыҡ, талау-ултереш, башҡа тәртипһеҙлектәр кәмей төшкән. Р. Байымов. Ҡараһаҡал һуңғы ваҡытҡа тиклем, Бахун иҫенә төшкәндә, йә ҡайҙалыр башын һалғандыр, йә юлбаҫарлыҡ һуҡмағы алыҫ-алыҫҡа алып киткәндер уны, тип ҡуя торғайны. Б. Рафиҡов. Был юлбаҫарлығығыҙ өсөн яуап бирерһегеҙ әле! — тип янаны ул [Жирников]. 3. Ураҡсин.
ЮЛБАШСЫ (Р .: вождь; И.: chief, leader, head; T.: reis, önder) u.
386