Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 387


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЮЛДАШ
1. сәйәси. Ижтимағи хәрәкәткә, партияға, синыфҡа етәкселек иткән кеше. □ Вождь, предводитель. Ихтилал юлбашсыһы. ■ Дөйөм йыйылышта бөйөк юлбашсыға яҙған хатҡа ҡул ҡуйғандан һуң был уйҙар уның [Рахмандың] башында асыҡ план төҫөн алғайнылар. Ә. Вәли. Сәхнә башына юлбашсыларҙың портреттары эленде. И. Насыри. Әхмәтзәки Вәлиди — башҡорт халҡының юлбашсыһы, уның ирке, ере, йөмһуриәте өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер кеше. Ғ. Хисамов.
2. Берәй төркөмгә етәкселек иткән кеше. □ Глава, руководитель. ■ Уҡыу булеге мөдире әле — расписаниелар төҙөп ултырыусы ғына тугел, уҡыусыларҙы тәрбиәләусе, уҡытыусыларҙың эшен куҙәтеп барыусы, методист, юлбашсы. С. Агиш. Юлбашсылар ҡайһы тарафҡа төртөп курһәтә, ат башын шунда бороусы улар, әммә бөтәһе лә әле ошо тауҙарға, яландарға мең-мең ептәр менән бәйле. Б. Рафиҡов.
ЮЛБАШСЫЛЫҠ (юлбашсылығы) (Р.: руководство; И.: leadership; T.: komutanlık, öncülük) и.
Күмәк кешене ойоштороп, етәкләп алып барыу эшмәкәрлеге; етәкселек. □ Руководство, предводительство. Юлбашсылыҡ аҫтында. М Билал ҡарттың юлбашсылығында Тоҡан тауындағы кубә ташты ҡәбер өҫтөнә алып барыуға .. юлға сыҡтылар. Т. Хәйбуллин.
ЮЛБАШСЫЛЫҠ ИТЕҮ (юлбашсылыҡ ит-) (Р.: возглавлять кого, что; И.: lead; tutor, instruct or teach; T.: yönetmek) ҡ.
Күмәк кешене ойоштороп, етәкселек итеү. □ Возглавлять кого, что, руководить кем, чем. Эшкә юлбашсылыҡ итеу. ■ Тамашасыларҙың ҡарауҙарын билдәле бер тәртипкә килтерергә, уларҙың фекер туплау ҙарына .. юлбашсылыҡ итергә кәрәк ине. С. Агиш. [Хисами — Гәләу менән Ғисмәткә:] Донъя булғас, кер йыуырға ла тура килер, — тине, арттағы вагондар эргәһендә ҡайнаша торған ҡыҙылармеецтарға ҡарап, улар араһында нәмәләр тейәуҙә юлбашсылыҡ итә торған Арыҫланға ҡысҡырҙы. А. Таһиров.
ЮЛҒЫНСЫ и. диал. ҡар. юлаусы. Юл-ғынсы атын йылдамыраҡ ҡыуаланы.
ЮЛДАШ (Р.: попутчик; И.: companion; fellow traveller; T.: yoldaş) и.
1. Юлда бергә барған кеше. □ Попутчик, товарищ в пути. Юлдаш булыу. Юлдаш булырға риза. Яҡшы юлдаш. К [Нур:] Их, берәйһе килеп сыҡһа, юлдаш булыр ине, ярҙамлашыр ине. И. Абдуллин. Юлдашым — Байрамғол совхозының шофёры, һөт ташый. М. Хәйҙәров. Юлдашы булмам һис ваҡыт ебектең, орсоғо булмам һис ваҡыт субәктең. С. Ҡудаш. Ярҙам эҙләгәндәй, Зәки Вәлиди юлдашына ҡарай. Р. Байымов. • Юлға юлдаш алып сыҡ. Әйтем. Юлда юлыҡҡан юлдаш булмаҫ. Әйтем. Юлдаш тапмаған юлынан яҙыр. Әйтем. Аҡылдың юлдашы — бәхет. Әйтем. Яман юлдаш аҙҙырыр, яҡшы юлдан яҙҙырыр. Мәҡәл.
2. Юл йөрөгәндә ҡыйынлыҡтарҙы еңергә, кисерергә булышлыҡ итә торған йән эйәһе йәки нәмә. □ Товарищ, друг; ангел-хранитель. ■ [Төлсәсәк әбей:] Яҡшы кешеләр юлдаштарың булһын, беләгеңә — көс, йөрәгеңә — батырлыҡ, тәнеңә таҙалыҡ килһен. Ғ. Аллаяров. Ул [Зубенкө] матур йырлай, ғөмумән, йыр — уның юлдашы. Ғ. Аллаяров. Уның [Харрас] өсөн эт — иң аҡыллы дуҫ, юлдаш, шул уҡ ваҡытта һаҡсы ла. Б. Бикбай. Инде атын бикәргә рәнйеткәненә батыр бик укенә, сөнки уны бөтә мөлкәтенән артыҡ куреп ярата, иң тоғро юлдашы һанай ине. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». • Ауға барһаң, зирәк бул, юлдашыңа терәк бул. Әйтем. Алйот юлдаш булмаҫ, ишәк моңдаш булмаҫ, Мәҡәл. Ашты һеңгәс маҡта, юлдашты белгәс маҡта. Әйтем. Юлға сыҡһаң, янып сыҡ, юлдашыңды белеп сыҡ. Мәҡәл. Үҙеңдән юлдашың батыр булһын. Әйтем.
3. кусм. Бер рух һәм бер теләкле кеше. □ Единомышленник, друг, товарищ. ■ Үҙе менән диңгеҙҙәр аша сәйәхәт итеусе юлдаштары өсөн Ишмырҙа Ишбулдин ваҡытын да, ялын да, көсөн дә йәлләмәй. Ә. Бикчәнтәев. Атайым да тиһәм, уғым аҙ; сабайым да тиһәм, алдым һаҙ; ян-яҡтарыма ла, ай, ҡараһам, йән юлдашҡайҙарым минең аҙ. С. Юлаев. Яңғыҙ ғына башым, юҡ юлдашым, сит ил
387