Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 389


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЮЛЛАУСЫ
2. Буй һыҙат булыу, юл булыу. □ Пролегать полосками, дорожками, бороздками. ■ Ул [Ғәлимә] йөҙөнә бик куп итеп кершән һөрткән, аҡтары буй-буй булып юлланып торалар. М. Ғафури. Тир тамсылары уларҙың саңлы биттәренән юлланып ағалар. А. Таһиров. Әхмәҙи тамырҙары юлланып торған оҙон ҡулдарын Фатимаға һуҙҙы. Ж. Кейекбаев.
ЮЛЛАТЫУ (юллат-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. юллау 1, 2, 3. понуд. от юллау 1, 2, 3. Пенсия юллатыу. П [Сәйҙә — Гөлшатҡа:] Суд менән юллатып уны кәм-хур иткем килмәй. Н. Ҡотдосов.
2. ҡар. юллау 3. Йәнлекте юллатып тотоу. Артынан юллатып китеу. Юллатып барып тотоу. ■ Һолтанбай йыртҡысты артабан юллатып китте. Н. Мусин. Ә ата-бабалары ҡыҙылдарға ҡаршы көрәшкән кешеләрҙең зат-быуынын юллатыу уғата сетерекле. Р. Вәлиев. Көтөп тәҡәте ҡороған ҡыҙ һыуға сумды ла ҡая аҫтына йунәлгән епте юллатып йөҙөп китте. Р. Вәлиев.
3. Яҡын килтереү, яҡынлатыу. □ Позволить приблизиться; допускать, подпускать. Яҡын юллатаһы булма! ■ Ләкин Нурисламды шахта көбәгенә яҡын юллатмайҙар. Ғ. Хисамов. Әммә яҡлаусы «хаким»дарҙы яҡын юллатманы. И. Ғиззәтуллин. Дөрөҫ әйтәһегеҙ, яҡын юллатыу ғына тугел, өңөнә индереп тонсоҡторорға кәрәк. 3. Ураҡсин. Һарыҡҡа, мәҫәлән, ят бәрәсте яҡын юллатып булмағанын куҙәткәнегеҙ барҙыр инде. Т. Ғәниева.
ЮЛЛАУ (юлла-) (Р.: направляться куда', И.: go; tend; T.: yollanmak) ҡ.
1. Юл алыу; йүнәлеү. □ Направляться куда. Ауылға юллау. Иген тейәп, элеваторға юллау.
2. Билдәле бер араға барып әйләнеү, барып урау. □ Делать рейс, совершать путь, покрывать какое-л. расстояние туда и обратно. Көнөнә өс юллау. Шофёрҙар элеваторға бер нисә тапҡыр юллай. ■ Кәҙриә менән Алтынсәс таңдан юлға сығалар ҙа, төш еткермәй ҡайтып, тағы йөктәрен тейәйҙәр. Көнөнә ике юлларға тейештәр. Ә. Хәкимов. Көнөнә Тасимовтың ылауҙары әллә ни саҡлы юллайҙар. Ғ. Хөсәйенов.
3. Эҙенә, юлына төшөп эҙләү; эҙәрләү. □ Выслеживать, преследовать кого. Йыртҡысты юллау. Ситкә йомортҡа һалған тауыҡты юллау. ■ һалды юллап китергәме? И. Абдуллин. Һунарҙа саҡта йә солоҡ ағастарын юллап урман тауҙар аша көнөнә йөҙәр саҡрым уткәндәре лә булды. Р. Байымов. Буре ҡайтһа, төлкө лә юҡ, ит тә юҡ. Төлкөнө юллап киткән. Әкиәттән. • Хан урлай, халыҡ юллай. Мәҡәл. Юғалғанды юллама, юллаһаң, һуңлама. Әйтем.
4. Нимәнелер хәл итеү тураһында мөрәжәғәт менән артынан йөрөү. □ Хлопотать, ходатайствовать. Пенсия юллау. Реабилитация юллау. Санаторийға путёвка юллау. М Дирекция бронь юлларға йыйына. А. Абдуллин. Фиҙаҡәр хеҙмәт курһәткәндәре өсөн ике тракторсыға путёвка юллап алынып, улар ял йортона ебәрелде. Ғ. Аллаяров. [Ишбикә — Ғәҙелгә:] Курҡма, һиңә бәләмде һалмам! Алимент та юлламам! Т. Сәғитов.
5. диал. Һәрмәнеп йәки аҡтарып, юлаҡтар буйлап эҙләү. □ Лазить, шарить по жилам, ходам в поисках чего-л. Йәш бәрәңге юллау. ■ Ҡаҙна файҙаһына тип, ҡаҙна рудниктарын юллау ҙа иң ҡулайы. Ғ. Хөсәйенов.
6. кусм. Тикшереү, асыҡлау. □ Изучать, проверять. ■ Боронғоса танышыу йолаһы кешенең ҡанын, нәҫел-нәсәбен юлларға бик уңайлы булған. Ғ. Хисамов.
7. Нимәлер үтә алырлыҡ урын эҙләү, юл табыу. □ Искать (шарить) место или способ для входа чего-л. ■ Йыуан, боролош ҡарағастарҙы урталай булеу, ай-һай ауыр, маһирлыҡ талап итә был эш... Петро балта менән юллата, Ахун шыналарҙы, сейҙәрҙе әҙерләй, ә Фәһим ауыр туҡмаҡтар менән уларҙың башын өҙлөкһөҙ төйә: «Ыһ! Ыһ! Ыһ!» И. Ғиззәтуллин.
ЮЛЛАУСЫ (Р.: претендент; И.: claimant; pleader; T.: talip) и.
Нимәнелер хәл итеү артынан йөрөгән кеше. □ Претендент, ходатай; поверенный. Пособие юллаусы. Юллаусы булып йөрөу. Хужалыҡ кәрәк-ярағын юллаусы. ■ [Судья:] Юллаусы Бикмурзина, һеҙ ғаризала яҙылған дәғуәләрегеҙҙе көсөндә тип беләһегеҙме? X. Зарипов.
389