Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 390


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЮЛЛАШЫУ
ЮЛЛАШЫУ (юллаш-) ҡ. урт. ҡар. юллау 3, 4. взаимн. от юллау 3, 4. Пенсия юллатыу. Эҙе буйынса төлкө юллатыу. ■ Иң яҡты Ҡырым санаторийҙарының бере-һенә [Әкрәмгә] путёвка юллаттылар, тунда тороп унынсы класты тамамларға мөмкинлек бирҙеләр. X. Зарипов.
ЮЛЛЫ (Р.: имеющий дорогу (путь); с дорогой; И.: with а ... road; T.: yollu) c.
1. Юлы булған. □ Имеющий дорогу (путь); с дорогой. Тар юллы урман. • Юллы ерҙә юл менән, юлһыҙ ерҙә ҡул менән. Мәҡәл.
2. диал. Юлаҡлы. □ С полосками, полосатый. Юллы туҡыма. Юллы күлдәк.
3. һөйл. Йүнле, рәтле. □ Путёвый, порядочный, толковый. Юллы кете. Юллы һүҙ. • Ҡыҙлы кете — наҙлы кете, уллы кете — юллы кете. Мәҡәл.
ЮЛЛЫҠ I (юллығы) (Р.: дымоход; И.: flue; T.: baca) и. диал.
1. Мейестең төтөн юлы. □ Дымоход. Юллыҡты асыу. Юллыҡты таҙартыу. М Мата мейес юллығынан газета киҫәгенә төрөлгән йоҡа ҡағыҙ алып бирҙе. И. Абдуллин. Әсәйем тиҙ генә тора ла, юллыҡтан ҡоро утындар алып, мейескә ут төртөп ебәрә. Н. Ҡотдосов.
2. Аяҡ аҫтына һалынған балаҫ. □ Дорожка, половик. Хәтфә юллыҡ.
3. һөйл. ҡар. юллама. ■ Директорҙың, уларға мөрәжәғәт итеп: «Һеҙҙең ҡулда оло юлға — данлы тормошҡа юллыҡ — аттестат бар. һеҙгә бөтә юлдар асыҡ», — тигән һүҙҙәре уның [Ҡыҙырастың] күңелендә бөткөһөҙ шатлыҡ, ғорурлыҡ уята. 3. Биишева.
ЮЛЛЫҠ II (Р.: предназначенный в дорогу; И.: meant for an iterinary; T.: yolluk) c.
1. Юл өсөн кәрәк булған. □ Предназначенный в дорогу (о деньгах, провизии и т. п.); дорожный. Юллыҡ аҡса. Юллыҡ аҙыҡ. Юллыҡ кейем. ■ Юллыҡ аҙыҡ-түлек әҙерләйем әле, улай булғас. 3. Биишева. Абдулла мулла, илсене оҙатҡанда, юллыҡ биш тин көмөш аҡса бирҙе. Ғ. Ибраһимов. Беҙ инде Зиннәт менән икәү генә китергә һүҙ беркеттек тә юллыҡ аҡса табыу мәсьәләһен һөйләргә тотондоҡ. М. Ғафури.
2. Күпмелер юлдан торған. □ ...строчный (состоящий из.. строк). Дүрт юллыҡ шиғыр. ■ Обкомдың беренсе секретары үҙе ҡул ҡуйған был ике генә юллыҡ телеграммала: «Шәмиғолов кандидатураһы төшөп ҡала», — тиелгәйне. Ә. Вәли. Бөгөн генә ятлап алған дүрт юллыҡ шиғырын тәтелдәүендә булды Аҡсәскә. Б. Бикбай. Әҙәби кисәләрҙә матур итеп шиғырҙар уҡыуы, дүртәр юллыҡ төртмә таҡмаҡтар сығарып йырлауы менән Хәнифә бөтә мәктәптә дан алғайны. И. Ғиззәтуллин.
♦ Аяҡ-юллыҡ {йәки юл-аяҡлыҡ) саҡ-саҡ ҡына. □ Чуть-чуть. ■ Урамдағы бағана башында янған электрик лампаларынан төшкән нурҙар ғына аяҡ-юллыҡ яҡтылыҡ бирәләр ине. С. Агиш. Аяҡ-юллыҡ күреү {йәки юл-аяҡлыҡ күреү) саҡ-саҡ ҡына күреү, бик тә насар күреү. □ Видеть чуть-чуть. ■ [Әхмәткирәй:] Аяҡ-юллыҡ ҡына күрәм, шикелле. Б. Бикбай.
ЮЛЛЫҠЛЫ I (Р.: приносящий удачу; И.: luck-bringing; T.: uğur getiren) c.
Юлға сыҡҡанда осраһа, уңышҡа килте-реүсән. □ Приносящий удачу. Юллыҡлы кеше. Юллыҡлы булыу. М Былай, юллыҡлы икәнһегеҙ, ағай, — ти Мохтасар. Н. Мусин. Әгәр уңып ҡайтһам, яҙырмын, һынайыҡ әле — юллыҡлыһыңмы икән. Т. Сәғитов.
ЮЛЛЫҠЛЫ II (Р.: с дымоходом; И.: with a flue; Т.: Ьасаһ) с.
Юллығы (I, 1) булған. □ С дымоходом. М Юллыҡлы мейес тигәндәре — борондан уҡ ата-баба һәнәрен данлап килгән, .. икмәк йөҙөн «килтереп», фән теле менән әйткәндә, циркуляция яһап әйләнеп йөрөй торған уңғандарҙан-уңған мейес ине был. Й. Солтанов.
ЮЛМАҠ (юлмағы) (Р.: родовое подразделение у башкир; И.: Bashkir clan subdivision; T.: Başkurt boyu) и. диал. ҡар. ара IL
Ырыу эсенә ингән вағыраҡ төркөм. □ Родовое подразделение у башкир. ■ Ҡыпсаҡ юлмағы үҙен ауылдың аҫаба башҡорто һанай. Улар ишле лә, берҙәм дә халыҡ. Б. Бикбай.
ЮЛМАҠ-ҺАЛМАҠ (Р.: оставшийся; И.: left-over; T.: kalan) с. диал.
390