ЮЛЫҒЫУ
Ҡалған-боҫҡан; ҡалған-ҡатҡан. □ Оставшийся; неиспользованная часть чего-л. Юлмаҡ-һалмаҡ аҙыҡ. Юлмаҡ-һалмаҡ нәмә. Юлмаҡ-һалмаҡ туҡыма. Юлмаҡ-һалмаҡ мал-тыуар.
ЮЛ САТЫ (Р.: перепутье; И.: crossroads; T.: yol ayrımı) и.
1. Икегә йәки бер нисәгә айырылып киткән юл; сат. □ Перепутье, перекрёсток; развилка дорог. Юл сатына килеп етеу.
2. миф. Ышаныуҙар буйынса, иң зәхмәтле ҡурҡыныс урын. □ Развилка дорог (самое опасное место, где человек, по поверию, может заболеть под влиянием неизвестных злых сил). Юл сатына осоҡ ташлайҙар.
ЮЛСЫ (Р .: путник; И.: wayfarer, traveler; T.: yolcu) и.
1. Юл йөрөгән кеше. □ Путник (тот, кто находится в пути, идёт или едет куда-л.); прохожий; заезжий, проезжий; турист. Төнгө юлсы. М Юлсы асыҡ йөҙлө, һуҙсән кеше булып сыҡты. Д. Бүләков. Сатнап торған һыуыҡ, ел ҡотора, буран ҡаплай юлсы санаһын. М. Хәй. Юлсының бит юлда булғаны хәйер. С. Кулибай. Юлсы ғәмһеҙ ҡарап бара, һикерткән һәр һикәлтәне йөҙөн һытып һанап бара. М. Кәрим. • Аусы — ауҙа, юлсы — юлда. Мәҡәл. Юлсы хәлен юлсы белер. Мәҡәл.
2. Юл эше менән шөғөлләнгән кеше, юл эшләүсе. □ Путейщик, дорожник. Юлсы булып эшләу. Тимер юлсы. М Офицер һөйләне, тимер юлсы тәржемә итте. И. Абдуллин.
ЮЛСЫР (Р .: любитель ездить; И.: travel-lucky; T.: yolda yürümeyi seven kimse) c. hup.
Юл йөрөргә яратыусан. □ Любитель ездить, ходить. Юлсыр кеше. Юлсыр булыу.
ЮЛТЫРАҠ (юлтырағы) (Р.: хлопоты; И.: trouble, bother; T.: uğraşmalar, gaile) и. иҫк.
Мәшәҡәт, ҡамасау. □ Хлопоты. ■ Ололар әйтмешләй, юлсының уҙ юлтырағы, ҡасаҡтың уҙ ҡазаһы. Ғ. Хөсәйенов. • Юлаусының юлтырағы тейә. Әйтем.
ЮЛҺЫҘЛЫҠ (юлһыҙлығы) (Р.: бездорожье; И.: impassability of roads; T.: yolsuzluk) и.
1. Юлһыҙ саҡ. □ Бездорожье, распутица. Яҙғы юлһыҙлыҡ. ■ Ул [Хаммат] хатта яҙғы ала ҡар ваҡыты булыуға ла, юлһыҙлыҡҡа ла ҡарамаҫтан, өҙлөкһөҙ ауылдарҙа йөрөй.
3. Биишева. Юлһыҙлыҡ арҡаһында, әлбиттә, колхоз ныҡ йонсоно. Т. Ғарипова. Юлһыҙлыҡ әлегә хөкумәт ғәскәрҙәрен дә тотҡарлай. Б. Рафиҡов.
2. кусм. Сараһыҙлыҡ, ҡотолғоһоҙлоҡ. □ Безвыходность, безвыходное положение. Был юлһыҙлыҡтан нисек ҡотолорға? ■ Юлһыҙлыҡ еләтте инде. Яр. Вәлиев. Юлһыҙлыҡ — бәлә! Ш. Янбаев.
ЮЛЫҒЫУ (юлыҡ-) (Р.: попасться навстречу; И.: run into, meet; T.: rast gelmek, karşılaşmak) ҡ.
1. Көтмәгәндә берәй кешегә йәки берәй нәмәгә осрау, тап булыу. □ Попасться навстречу; встретить. Дуҫ-иштәргә юлығыу. Таныштарға юлығыу. ■ Кешегә шатлыҡ юлыҡһа, ишелә лә тора бит ул. Р. Байбулатов. Өйҙән сығыу менән, уға [Мырҙабайға] юлығыуҙан тағы кәйефе ҡырылды Ғәлиәхмәттең. Р. Байымов.
2. Тормошта, эштә нимәгәлер барып осрау. □ Повстречаться, встретиться; наткнуться на что. Яңы эҙгә юлығыу. ■ Бер аҙ барғас, улар [һалдаттар] яңыраҡ ҡына ағаслыҡҡа инеп киткән кеше эҙҙәренә юлыҡтылар. М. Ғәли. Куп ара утеп, бер эт өрөуенән юллай килә урмансымы, умартасымы өйөнә юлыҡтылар — кисләтә интегешеп. Ғ. Хөсәйенов.
3. кусм. Ниндәйҙер хәл-ваҡиғаға осрау; тарыу. □ Попадать (в какое-л. положение), оказываться; находить. Бәләгә юлығыу. Байлыҡҡа юлығыу. ■ [Урал — Моратҡа:] Ни ҡайғыға юлыҡтың, егет? Б. Бикбай. Бәләкәй малайҙың әллә ниндәй бәләгә юлығып ҡуйыуы бар бит! Ә. Бикчәнтәев. • Буленгән — бурегә юлыҡҡан. Әйтем. Яҡшы менән юлдаш булһаң, малға юлығырһың. Мәҡәл. Тамсынан ҡасҡан яуымға юлығыр. Әйтем.
4. Тәғәйен кешегә барып етеү. □ Доходить, дойти до нужного человека. Хатығыҙ беҙгә килеп юлыҡты. М Хәбәр .. юлдар менән «Туркестанский курьер» гәзитенә барып юлыҡҡан. Р. Байымов. Әгәр ҙә анау ҡағыҙ
391