ЮЛЫҠТЫРЫУ
НКВД-ға юлыҡһа, тағы нисәмә кешенең башына көтөлмәгән ҡаза төшөүе бар. Ә. Хәкимов.
ЮЛЫҠТЫРЫУ (юлыҡтыр-) (Р.: способствовать встрече; И.: promote meeting; T.: karşılaştırmak) ҡ.
1. Юлда барғанда тап иттереү; осраштырыу. □ Способствовать встрече; сводить. Юлдар юлыҡтыра. ■ Йөҙөп барған юҫығы ҙур ташҡа юлыҡтырҙы. Р. Вәлиев.
2. Тормошта, эштә тап иттереү; осратыу.
□ Сводить, свести кого с кем. Яҙмыш уларҙы юлыҡтырҙы. ■ Турғай аяғына элеп алып килгән ҡағыҙ остоғо һалдат Иеанды бына ниндәй тоғро мөхәббәткә юлыҡтырҙы! Ғ. Аллаяров. Бында полкты кем, нисек алып килеп юлыҡтырғандыр — ғәжәп! X. Ғиләжев. • Ҡыҙҙың йәре ҡырҡтыр, ише сыҡһа — юлыҡтыр. Мәҡәл.
3. күсм. Ниндәйҙер хәл-ваҡиғаға осратыу; тарытыу. □ Наводить, навести кого на кого, что. Бәләгә юлыҡтырыу. Шатлыҡҡа юлыҡтырыу. Я [Мулла — Таиба әбейгә:] Нисек һин мине шундай гонаһҡа юлыҡтырырға баҙнат итеп килдең? 3. Биишева. Әшнәлек, туғанлыҡ, ғәҙәттә, яуапһыҙлыҡ тыуҙыра, хаталарға юлыҡтыра, законды боҙоуға килтерә. Р. Вәлиев. Ғүмер буйы ул [Насип] ошо ҡулдары менән кемгәлер бәләкәс кенә булһа ла изгелек күрһәтергә, яҡшылыҡ итергә тырышты, бүтәндәргә эштә, уйында, кәсептә фарт килтерергә, уларҙы ҡыуанысҡа юлыҡтырырға өмөт итте. М. Кәрим. • Дуҫыңды — үҙеңә, дошманды ялған эҙгә юлыҡтыр. Мәҡәл. Илләштереү — илсенән, юлыҡтырыу — яусынан. Мәҡәл.
4. Тәғәйен кешегә алып барып еткереү.
□ Способствовать доведению чего-л. до нужного человека. Я Аҙна-ун көн эсендә, фәлән-фәлән кешеләргә юлыҡтырырға тип, ул [Кинйә] байтаҡ ҡына кешеләргә хаттар оҙатты, яҡын-тирәлә үҙе барып, күҙмә-күҙ һөйләште. Ғ. Ибраһимов. Юлыҡтырыу юлсынан тиһәләр ҙә, Ҡотлоюл сотник йүнле хәбәр әйталманы бит әле. Ғ. Хөсәйенов.
ЮЛ ЫРЫМЫ (Р: дорожный ритуал; И.: kind of Bashkir ritual; T.: bir tür ritüel) u. йола.
һуғышҡа, хеҙмәт итергә киткәндәрҙән йәки оҙон юлға сыҡҡандарҙан тиҙерәк имен-һау ҡайтыуҙарын теләп, икмәк тешләтеп алып ҡалыу йолаһы. □ Дорожный ритуал (уходящим на войну, в армию или тем, кто уезжает далеко и надолго, желая скорейшего их возвращения, давали откусить хлеб, который берегли до их возвращения). ■ Юлға сыҡҡанда, армияға киткәндә, икмәк тешләтеп алып ҡалыу кеүек юл ырымы бар. Йола фольклорынан.
ЮЛ ЭЙӘҺЕ (Р дух дороги и путников; И.: spirit of the roads; T.: Yol İyesi) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, юлға һәм юлсыларға баш булған мифик зат. □ Дух дороги и путников. Юл эйәһен асыуландырырға ярамай. Я Юл эйәһе кешеләргә ҡарт бабай, яңғыҙ ағас, юл буйындағы ҡош, юлда ятҡан таш, таяҡ рәүешендә күренә. Ф. Хисамитдинова.
ЮЛЪЯҘМА (Р.: путевые заметки; И.: itinerary, travel journal; T.: seyahatname) и.
Юл йөрөгәндә күргәндәрҙе тасуирлаусы яҙма; көндәлек, сәйәхәтнамә. □ Путевые заметки; дневник путника. Халыҡ шағиры Р. Бикбаевтың юлъяҙмалары. Я Китабыма .. юлъяҙмаларымды тотош теркәй алмайым, улар, уҡыусыларымдың иң шәп иншалары менән бергә, география бүлмәһендә тупланған. Г. Яҡупова.
ЮЛЪЯҘМАСЫ (Р .: тот, кто пишет путевые заметки; И.: person making travel notes; T.: seyahatname yazan kimse) и. һөйл.
Юл йөрөгәндә күргәндәрҙе тасуирлаусы яҙма, көндәлек алып барыусы. □ Тот, кто пишет путевые заметки, ведёт дневник путника. Я Вазифаһы түгел, илдәр-ерҙәр гиҙер, халыҡтар, донъялар күрер алыҫ сәфәре, юлъяҙмасы, географ ҡомары елкендерҙе йәш кешене. Ғ. Хөсәйенов.
ЮЛ ЯҘҘЫРЫУ (Р.: ритуальное хождение по домам; И.: kind of sacral ritual; T.: bir tür gelenek) и. миф.
Зәхмәтте осоҡлап ташлағас, ауырыу кире эйәреп ҡайтмаһын өсөн өйҙән өйгә инеп, эҙ яҙҙырып ҡайтыу. □ Ритуальное хождение по домам с целью замести след, чтобы болезнь не вернулась. Я Зәхмәттән эҙ яҙҙы-
392