ЮМЫРЫСКА
рып, өйҙән өйгә инеп, артыңа әйләнмәй ҡайтырға кәрәк ташлағас. «Башҡорт мифологияһынан.
ЮЛ ЯҢЫЛЫШТЫРЫУ и. миф. ҡар. юл яҙҙырыу. Осоҡ ташлағанда юл яңылыштырып ҡайтығыҙ.
ЮЛ ЯПРАҒЫ (Р.: подорожник; И.: plantain; T.: Muz) и. бот.
Башаҡ формаһындағы ҡыҙыл көрән сәскә атыусы, оҙонса япраҡлы, ғәҙәттә, юл буйында үҫеүсе үҫемлек. □ Подорожник (лат. Plant ago). Яраға юл япрағы һалыу.
ЮМАҒАРА (Р.: обыкновенный канюк; И.: buzzard; T.: bayağı şahin) и. диал. ҡар. hap I.
Ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған, ҡарғанан ҙурыраҡ, ҡорһаҡ аҫты ҡара менән һоро аралаш буй һыҙатлы, ҡыҫҡа, түңәрәк ҡойроҡло йыртҡыс ҡош (урманда, ағас башында оялай). □ Обыкновенный канюк, сарыч (лат. Buteo buteo). Юмағара Европа һәм Азияла киң таралған.
ЮМОР [ингл. humour < лат. humor ‘дым, шыйыҡлыҡ’] (Р.: юмор; И.: humour, drollery; T.: mizah, gülmece) и.
1. Нимәнеңдер көлкө итеп һүрәтләнеше, көлкө итеп күрһәтеү оҫталығы. □ Юмор (способность подмечать в явлениях их комичные стороны). Юмор менән һөйләу. Нескә юмор. Поэтик юмор. Юмор кисәһе. ■ Донья уҙенең уткәненә һәр саҡ бер аҙ юмор менән ҡараған. Р. Солтангәрәев.
2. Тормоштағы берәй төрлө хәл-ваҡиғаның художестволы әҫәрҙә тышҡы яҡтан көлкө итеп бирелеше эске бер етдилек, көлкө нәмәгә теләктәшлек менән яраштырып һүрәтләнеше. □ Юмор (в искусстве: изображение чего-л. в смешном, комическом виде). Цирк юморы. ■ Юмор һәм сатира оҫтаһы Утёсов бер сәғәт буйы эҫтәрен ҡатырҙы яралы яугирҙарҙың. И. Ғиззәтуллин. Кәрәк саҡта юмор ҡуллана, көлдөрә, сатира уты менән дә көйҙөрә [Чеверев]. С. Поварисов. Совхоздың төп органы «Ҡыҙыл гурт» стена газетаһында сатира менән юморҙы ла онотманылар. А. Абдуллин. Редакция куптән юмор һорай ине. Б. Рафиҡов.
ЮМОРЕСКА [рус.] (Р.: юмореска; И.: humoresque; T.: kapris, fantezi ve oynak parça) и. әҙ.
Юмор менән яҙылған бәләкәй әҙәби йәки музыкаль әҫәр. □ Юмореска. Шиғри юмореска. Музыкаль юмореска. Юмореска уҡыу. Юморескалар авторы. ■ Ғәзизә йоҡлай әле, кухнялағы радионан, ус иткәндәй, куңелле тапшырыу бара: ҡатынының ирен нисек аҡылға ултыртыуы хаҡында юмореска уҡыйҙар. Т. Сәғитов. Ф. Ғумәровтың юморескалары, сатирик шиғырҙары алтмышынсы йылдарҙа журналдарҙа купләп баҫыла ине. Ф. Сәлимова.
ЮМОРИСТ [рус.] (Р.: юморист; И.: humourist, person with a good sense of humor T.: şakacı) и.
1. Юмористик әҫәр авторы йәки башҡарыусыһы. □ Юморист; комик. Билдәле юморист.
2. һөйл. Юмор (1) менән һөйләргә яратыусан кеше. □ Юморист (человек с хорошим чувством юмора; шутник). ■ [«Ҡунаҡ» — Нурисламовҡа: ] Юморисһың, директор. X. Ғиләжев. Куңеле көлкөгә ятҡан юморист Сәғит Агиш та улар [Фәһимдәр] янына килде. И. Ғиззәтуллин.
ЮМОРИСТИК (Р.: юмористический; И.: humorous, comical; T.: mizahi, gülmece) c.
Юмор менән һуғарылған; кемделер йәки нимәнеләр булһа ла көлкөлө итеп һүрәтләгән әҫәрҙәрҙән, һүрәттәрҙән һ. б. торған. □ Юмористический. Юмористик куплеттар. Юмористик хикәйә. Юмористик журнал. ■ Тимер ағай һалмағыраҡ көйгә һала биреп, уҙенсәлекле яғымлы тауыш менән яңынан-яңы сатирик, юмористик шиғырҙарын ғәжәп бер ихласлыҡ менән уҡый. Н. Мусин. Азамат Ҡазан дәуләт педагогия университетының тарих булегендә уҡыған. Сатирик, юмористик шиғырҙар ҙа яҙа. С. Поварисов.
ЮМЫРЫСКА (Р.: вика; И.: vetch; Т.: fiğ) и. диал. ҡар. кәрешкә.
Теҙмә япраҡлы, сырмалып торған мыйыҡлы, ваҡ ҡына ирен сәскәле ҡуҙаҡлы үлән. □ Вика (лат. Vida). Баҫыу юмырыскаһы. Урман юмырыскаһы. Сысҡан юмырыскаһы.
393