ЮНАЙ
ЮНАИ (Р.: боковые стороны позвоночника; И.: vertebra’s lateral parts; T.: omurganın iki yan tarafı) u.
Умыртҡалыҡтың ике яҡ эргәһе. □ Боковые стороны позвоночника. Юнайым һыҙлай.
ЮНГА [нем. junge ‘йәш’] (Р.: юнга; И.: cabin boy, servant boy on a ship; T.: muço, miço) и.
Матрос эшенә өйрәнеп, карапта йөрөгән үҫмер; кесе матрос. □ Юнга. Юнга булып йөрөу. Юнга мәктәбе. ■ Трошка матрос, тора-бара капитан булырға хыяллана, әммә уны карапҡа юнга итеп алмайҙар. И. Абдуллин. Кузя бабай уҙенең юнгалары киле-уенә ифрат шат булды. Й. Мостафин.
ЮНҒЫ (Р.: тесак; И.: backsword; Т.: dülger baltası, kasatura) и.
Йомро ағасты юна торған үткер балта. □ Тесак (плотничий топор). Юнғы менән юныу. Умарта юнғыһы. ■ Тәуҙә яҡшы ағас һайланы, унан һуң бысаҡ, юнғы йунләне, тик шунан ғына тотондо [Ғимран]. Ғ. Хисамов. • Мал — тәндең юнғыһы, бала— йәндең юнғыһы. Мәҡәл.
ЮНҒЫС (Р.: нож для изготовления деревянных изделий; И.: kind of special knife; T.: bir tür bıçak) и.
Ағасты юнып, төрлө әйбер эшләй торған махсус бысаҡ. □ Нож для изготовления деревянных изделий, для резьбы по дереву. Юнғыс менән юныу.
ЮНДЫРЫУ (юндыр-) ҡ. йөкм. ҡар. юныу. понуд. от юныу. Балта һабы юндырыу. Кәрәк юндырыу.
ЮНКЕР [рус. < нем. Junker ‘чин’] (Р.: юнкер; И.: Junker; Т.: junker) и.
Революцияға тиклемге Рәсәйҙә: хәрби училищела уҡыған үҫмер. □ Юнкер. / Юнкерский. Юнкерҙар формаһы. Юнкерҙар училищеһы. М Юнкерҙарҙы һәм хөкумәт ғәскәрҙәрен ҡыҫырыҡлаған утлы ҡулса ҡыҫылғандан-ҡыҫыла барҙы. Ғ. Лоҡманов. Берәуһе — башҡорт полкы, икенсеһе — офицер, юнкерҙарҙан төҙөлгән полк. А. Таһиров. Бына ҡасан килеп сыҡты юнкер Байтурин-ды шаҡ ҡатырған наян һуҙ! Ә. Хәкимов.
ЮНЛАУ (юнла-) (Р.: тесать; И.: cut, hew; T.: yontmak, doğramak) ҡ.
Нимәнелер тирә-яҡлап юныу, юнып яһау (ағасҡа ҡарата). □ Тесать что. Ағас юнлау. Тырма һабы юнлау. М Бер бабай һәнәк юнлап тора. С. Кулибай.
ЮНМА (Р.: обтёсанная часть дерева; И.: section hewn; T.: ağacın yontulan kısmı) u. hup.
Ағастың юнылған өлөшө. □ Обтёсанная часть дерева. ■ Илдар, әсәһенә уҡлауға тигән юнмаһын ҡулына тотҡан килеш, .. кургәндәрен һөйләргә кереште. Ғ. Ғөбәй.
ЮННАТ [рус. юный натуралист} (Р.: юннат; И.: member of junior natural history study group; T.: tabiatı öğrenen çocuklar) и.
Тәбиғәтте өйрәнеү түңәрәге ағзаһы; йәш натуралист. □ Юннат (юный натуралист). / Юннатский. Юннаттар туңәрәге. Юннаттар мәктәбе.
ЮНЫЛЫУ (юныл-) ҡ. төш. ҡар. юныу
1. страд, от юныу 1. Бурәнә юнылды. ■ Бурәнәнең бер яҡ башы балта менән юныла ла башлаған. Ш. Бикҡол. Тәпәш лапаҫ аҫтынан бер ҡулына яңы юныла башлаған ағас һәнәк, икенсеһенә еңел балта тотҡан еңел кәуҙәле ҡарт пәйҙә булды. И. Ноғманов.
ЮНЫСҠЫ и. диал. ҡар. юнышҡы. ■ Карсыҡҡа усаҡ аҫтына ярар әле, — тип ваҡ-төйәк ағастарҙы, юнысҡыларҙы йыя башланы [Сөләймән]. С. Агиш. Хәлим ағай сәкмәненә ҡунған бысҡы онтағын, юнысҡы таптарын һыпырғылап төшөрҙө. 3. Биишева.
ЮНЫУ (юн-) (Р.: тесать; И.: cut, hew; T.: yontmak) ҡ.
1. Йоҡа итеп, буйҙан-буйға һыҙыра ҡырҡыу. □ Тесать, обтёсывать. // Тесание, обтёсывание. Ағасты юныу. Балта менән юныу. Бысаҡ менән юныу. Юнып сығыу. ■ Мә, ал автоматыңды, — тине ул [Камалетдин — Аманатҡа], юнып бөткән уйынсығын һоноп. Р. Байымов. Ағастан юнып, йышып, семәрләп эшләуҙә Ҡыҙырас унан уҙҙырыр ине лә, газетаға ағас һурәт ҡуйып булмай шул. 3. Биишева. Утынлыҡта балта менән ағас юнып, ниҙер әтмәләгән атаһы ла, шат булып, ҡыҙы менән ике ҡулын биреп
394