Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 395


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЮРАМАЛ
куреште, тупылдатып арҡаһынан һөйөп алды. Р. Вәлиев. • Атанан кургэн уҡ юныр, әсәнән кургэн тун бесер. Мәҡәл. Саҡырылмаған ҡунаҡ — юнмаған таяҡ. Мәҡәл. Унда уҡ юнмаған — утыҙҙа ҡылыс ҡоймаҫ. Мәҡәл.
2. кусм. һыҙырып туҡмау. □ Крепко побить; хлестать; стегать. ■ Тәскирә апайҙы у леп яратаһыңдыр инде, ул ҡәҙәре «юнып» ташлағас? Н. Алсынбаев. [Үмәр:] Хәҙер мин ҡайтып уның эт һыйын килтереп юнайым әле. Һ. Дәүләтшина.
3. Һыҙыра ҡырҡып, нимәлер яһау. □ Тесать. Кәрәк юныу. Бурәнә юныу. Юнып алыу. ■ Ул [Вәлит] килеп еткәндә, Хәмит, урмандан ағас ташып, бурәнәләр юнырға тотонған булған инде. Ф. Иҫәнғолов. Әубәкер ҡарт кунәк юнып ултырған еренән һуҙгә ҡыҫылды. Ж. Кейекбаев. Балта бит ул, курше ағай, бурәнә юныр өсөн яһалған, әҙәм башын ҡырҡыр өсөн тугел, — тине Ҡор-банғәле бер талай торғас, уҙе асыҡ ишек тупһаһына атланды. М. Кәрим.
4. кусм. Бөлдөрөү, бөлгөнлөккә төшөрөү. □ Обирать, разорять кого. Ялда саҡта беҙҙең өйөбөҙҙө юнып сыҡҡандар.
ЮНЫШҠЫ (Р.: щепка; И.: splinter, chip; T.: yonga) и.
1. Йышҡанда, юнғанда сыҡҡан тап. □ Щепка; стружка. ■ Тимер, аяҡ аҫтында ту-ҙышып ятҡан юнышҡыларға шытырлата баҫып, Корбановҡа табан атланы. Б. Бикбай. [Комбайнёр — райком секретарына:] Урман ҡырҡҡанда, юнышҡы осмай булмай, тигәндәр тугелме һуң боронғолар? Ә. Вәли. • Утын киҫкән ерҙә юнышҡы ҡала. Әйтем.
2. миф. Күрәҙәлек итеүҙә, бағымсылыҡта ҡулланылған әйбер. □ Щепка (мифологизированный предмет, используемый в гаданиях, предсказаниях). ■ Һыуға юнышҡы һалып ырымлау киң таралған беҙҙә. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ЮНЫШЫУ(юныш-) ҡ.
1. урт. ҡар. юныу 1,3. взаимн. от юныу 1,
3. Бурәнә юнышыу. Бағаналар юнышыу.
2. Юнып нимәлер яһау. □ Заниматься тесанием. Юнышырға яратыу. ■ [Әсмәбикә — уҡытыусыға:] Юнышып, шаҡы-шоҡо яһап, теңкәне ҡорота ла баһа [Ҡыҙырас].
3. Биишева. [Тәбит ағай:] Ә һин, Ҡыҙырас,
юнышҡас, суп-сарыңды уҙең таҙарт. Әсә-йеңә эш ҡалдырма. 3. Биишева. • Юнышҡан ерҙә юнышҡы ҡалыр. Әйтем.
ЮПИТЕР [лат. Juppiter] (Р.: Юпитер; И.: Jupiter; T.: Jüpiter) и. астр, (баш хәреф менән )
Ҡояш системаһында ҡояштан иҫәпләгәндә бишенсе торған планета. □ Юпитер (пятая планета от Солнца, крупнейшая в Солнечной системе). I Юпитерҙың экваторҙағы радиусы 71,4 мең километрға тиң. Юпитерҙың массаһы бөтә планеталарҙың дөйөм ауырлығынан да куберәк. Интернет селтәренән.
ЮР с. диал. ҡар. ҙур. Юр быйма. Юр һарай.
ЮРА [фр. Jura ‘тау исеме’] (Р.: юра; И.: Jurassic period; Т.: Jura) и. геол.
Ерҙең геологик тарихында мезозой эраһының уртансы осоро. □ Юра. / Юрский (центральный период мезозойской эры геологической истории Земли). Юра дэуере.
ЮРАМ (Р.: толкование; И.: exegesis, interpretation; T.: yorumlayış, izah) и. hup.
Юрап әйткән һүҙ. □ Толкование, предсказание; разгадывание; трактовка, примета. Төш юрамы. ■ Юрам юш килде. И. Ғиззәтуллин. [Фәсхетдин:] Төмумән, һинең әйткән һуҙҙәрең, юраған юрамдарың дөрөҫ килә торған, әсәй. Ғ. Аллаяров. Арала Юлымбәт батыр старшина ҡырғыҙҙың бер юрам хөрәфәтен баянлап ташланы. Ғ. Хөсәйенов.
ЮРАМАЛ (Р.: преднамеренно; И.: intentionally, deliberately; T.: bilerek) р.
1. Эстән уйлаған бер ниәт менән. □ Преднамеренно, заведомо; умышленно. Юрамал эшләу. Юрамал һуңға ҡалып килеу. ■ Мин [ылаусы] юрамал тағы һораған булдым. Д. Исламов. [Ғәлиә — Баязитҡа:] Минән нисек ҡотолорға белмәйенсә, юрамал бәйләнәһең! Ф. Әсәнов.
2. Кемдеңдер уй-ҡарашына, теләгенә ҡаршы, хас итеп, ҡарышҡан төҫлө. □ Нарочно, нарочито. ■ Рая, немецтарҙың mey әл, пункту аль халыҡ икәнлеген белһә лә, юрамал бер аҙ һуңға ҡалды. И. Абдуллин. Хатта берәйһе һуҙ ыңғайында ғына әйтеп ташлаһа ла, юрамал уның [Баязитовтың] яраһына тоҙ һибә һымаҡ куренә. Р. Солтангәрәев.
395