ЮРАМЫШ
3. Бушты ысын иткән булып, ысынға һабыштырып. □ Нарочно (прикидываться, притворяться). Юрамал белмәмешкә һалышыу. Юрамал ҡыланыу. М Кинола юрамал ғына йығылалар, юрамал ғына үләләр. И. Абдуллин. Икенсеһе, ишараны төшөнмәгәнгә һалышып, юрамал һораны. Яр. Вәлиев. Борис юрамал үпкәләгән кеше булды. Р. Солтангәрәев.
ЮРАМЫШ и. ҡар. юрам. Төштә нимә генә күрһәм дә, шунда уҡ өләсәйемдән юрамышын һорай торғайным.
ЮРАТЫУ (юрат ) ҡ. йөкм. ҡар. юрау 2. понуд. от юрау 2. Төш юратыу. ■ Төшөмдө юратып ҡарайым. 3. Ураҡсин. Ташбулат ул яман төш күргән дә шуны юратырға мәзингә барған. С. Агиш. • Уңған кеше эш ырата, уңмағаны төш юрата. Әйтем.
ЮРАУ (юра-) (Р.: предсказывать; И.: predict, foretell; T.: önceden kestirmek, kehanette bulunmak) ҡ.
1. Алдан белгерткән билдә буйынса ни булырын фаразлау, фаразлап әйтеү. □ Предсказывать, разгадывать, трактовать. // Предсказание, разгадывание, трактовка. Бөтә нәмәне яҡшыға юрау. Һаулыҡ юрау.
■ Ошо тиклем дә сит-ят кешеләр араһында үҙ танышын осратыуҙы яҡшыға юраны эсенән Риф. X. Зарипов. Көндәрҙең рәттән артыҡ та ныҡ йылы тороуына, төндәрен дә туңдырмауына ҡарап, өлкәнерәк кешеләр, Иҙел ярһыр, тигәйнеләр, юрауҙары тәңгәл килмәне — Ағиҙел шашынманы. М. Ғиләжев. • Юрағаның юрға булһын. Әйтем. Төштө изгегә юраһаң, изгегә китер. Мәҡәл.
2. йола. Төрлө ышаныуҙарға таянып, фаразлап әйтеү. □ Толковать, истолковывать. // Толкование, трактовка. Төш юрау.
■ Кеше үҙенең киләсәген юрай алған төштәргә ышанам. Ш. Хажиәхмәтов. Төш күрһәң: «Йосоп пәйғәмбәрҙең изге төшө булһын. Яҡуп пәйғәмбәр изгегә юраһын», — тип әйтәләр. «Башҡорт мифологияһы»нан. Яғылбай күргән кеше ырыҫлы була, юрағаны юш килә, тиҙәр Күк Ҡорт ырыуында. Ә. Хәкимов. Бөтә төштәрҙе һөйләп бөткәс, ғөмүмән, яҡшылыҡҡа юрап, үҙҙәренең был юрауҙарын
фәрештәләрҙең амин тигән ваҡыттарына тура килеүҙәрен теләнеләр. М. Ғафури.
ЮРАУСЫ (Р.: толкователь; И.: commentator, person who writes a commentary; T.: yorumcu, tefsirci) u.
Юрау менән шөғөлләнгән кеше. □ Толкователь; предсказатель. Төш юраусы. Яҙмышты юраусы. ■ Һәр яуҙың кешеләре үҙ рухына батырлыҡ теләгән, уның уңышын белергә тырышып, юраусылар, йондоҙ юлаусылар күрәҙәлек ҡылған, фал һалған. Ғ. Ибраһимов. Күрәҙәселәр, юраусылар ҡоролоҡто күктең дә, ерҙең дә сихырланыуы, менән аңлатып, ҡайһы берҙәре туп-тура Хул-хашты ғәйепләргә тотонған икән. Б. Рафиҡов.
ЮРҒА I (Р.: иноходный; И.: ambler; Т.: rahvan) с.
1. Юрғалай (1) торған йөрөшлө. □ Иноходный (о походке лошади). Юрға ат. Юрға булыу. ■ Ауылға етер саҡта, бөтөнләй көтмәгәндә, юрға ҡонан егеүле кырандаста фыртым килгән Камалетдин мулланы осратып, Бейеш ҡысҡырып өндәште. Ә. Хәкимов.
2. күсм. Етеҙ, йылдам хәрәкәтле (кешегә һ. б. хәрәкәт итә торған нәмәләргә ҡарата). □ Проворный, быстрый; расторопный (о быстром движении кого, чего). Юрға малай. ■ Юрға ҡарҙар урын тапмай йылы ҡура эсендә. Ғ. Ибраһимов.
ЮРҒА II (Р.: конь-иноходец; И.: ambler; T.: rahvan at) и.
Юрғалай торған йөрөшлө ат. □ Конь-иноходец. Буҙ юрға. Күк юрға. Ҡара юрға. Туры юрға. Йөрөш юрға. Сапма юрға. Һибә юрға. Ығыу юрға. ■ Күк юрға, шуны ғына көтөп торғандай, уйнап, кешнәп ҡапҡанан атылып сығып та китте. 3. Биишева. Теремек ҡара юрға төнгөлөккә ҡатыра башлаған боҙло юлды шығырлата-шығырлата елдереп тә китте. Р. Байымов. [Ҡурайсы] уйнап торған көйөн ҡапыл ғына туҡтатты ла, тын алырға ла ирек бирмәйенсә йөрәк елкен-дергес «Ҡара юрға»ны һыҙҙырып ебәрҙе: «Һайт, ҡара юрғам, тайт, ҡара юрғам». Р. Байымов. Хәҙер колхоз юлдарында юрғалар йөрәк ҡағып уҙһалар, күңел күтәрелеп китә. Р. Низамов. • Аттың саяһы — юрға. Әйтем. Ике бай ҡоҙа булһа, араларында
396