Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 397


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЮРИДИК КОНСУЛЬТАЦИЯ
юрға йөрөр. Әйтем. Бер менһәң дә, юрға мен. Әйтем. Юрғалыға юлдаш булма. Әйтем. Юҡ-тың күңеле юрға теләр. Әйтем. Юрғаның юлы куп. Әйтем. Юрғаның ҡәҙерен менгәс белерһең, яҡшының ҡәҙерен үлгәс белерһең. Мәҡәл. • Ат аҙғыны юрға булыр. Әйтем.
ЮРҒАЛАТЫУ (юрғалат-) ҡ. йөкм. ҡар. юрғалау, понуд. от юрғалау. М Ниңә, исмаһам, бер генә тапҡыр булһа ла урамдан кукбуҙҙы юрғалатып үтмәҫкә! 3. Биишева. Еңеүсе атын юрғалатып, майҙанды йәнә бер урап сыҡты. 3. Ураҡсин.
ЮРҒАЛАУ (юрғала-) (Р.: идти иноходью; И.: pace, amble; T.: rahvan gitmek) ҡ.
1. Ике уң, ике һул аяҡты бер юлы алып атлау. □ Идти иноходью. Юрғалап үтеү. Ат, юрғалауҙан туҡтап, ябай юртыуға күсте. М Ат үҙ яйын бирмәне, бер көйгә юрғаланы ла юрғаланы. X. Ғиләжев. Ул [Мотойҡ] юл буйына, ҡаш аҫтынан ғына йылмайып, Турыҡайының матур юрғалауын рәхәтләнеп ҡарап барҙы. Р. Ғабдрахманов. Ерәнсәй ҙә менән, ай, көрәнсәй юрғалайҙыр тура юл менән. Халыҡ йырынан. • Ишәк юрғалап бәйге алмаҫ. Әйтем. Ат юрғалар, эйәһе дан алыр. Мәҡәл.
2. күсм. Ваҡ-ваҡ баҫып, шәп атлау. □ Семенить, трусить; идти мелкими шажками; быстро перебирать ногами. Юрғалап китеү. ■ [Сафыя — Шәмсинурға:] Һайт тигәнгә тайт тип, мин юртаҡҡа юрға булып бер ҡасан да юрғаламам. Р. Өмөтбаев. Ул [Шәүрә ] күбәләктәй осоп, орсоҡтай зыр әйләнеп, ҡолонсаҡтай юрғалап, бөтә йәне-тәне менән бирелеп бейене. 3. Биишева. Ҡартайыуына ҡарамаҫтан, әле булһа һылыулығын юғалтмаған был зифа буйлы ҡатын тыҡрыҡтан юрғалап килеп сыҡты ла, ҡулы менән ымлап, Сажиҙәне туҡтатты. И. Ғиззәтуллин.
ЮРҒАН (Р.: одеяло; И.: blanket, covering; T.: yorgan) и.
1. Ябынып ятыу өсөн эсенә мамыҡ йәки йөн нәмә һалып һырылған түшәк ҡаралдыһы. □ Одеяло. / Одеяльный. Мамыҡ юрған. Йоҡа юрған. Ҡорама юрған. Буй юрған. Тур юрғаны. Эргә юрған. Юрған һырыу. Һырылған юрған. Юрған ябыныу. ■ Килдецме, балам? — тине юрған аҫтынан ап-аҡ сәстә
ре күренә биреп ятҡан әбей, хәлһеҙ тауыш менән. Н. Мусин. [Таһир:] Һалҡындар башланды, йылы юрған аҫтынан башты ла сығарғы килмәй. Р. Өмөтбаев. Һәр санаға юрғандар, мендәрҙәр эсенә батып, ирле-ҡатынлы ике кеше ултырған. Ғ. Ибраһимов. • Бөрсәгә үс итеп, юрғаныңды ташлама. Әйтем. Йәйен айранһыҙ булма, ҡышын юрғанһыҙ булма. Мәҡәл.
2. күсм. Өҫтән ҡаплап торған нәмә. □ Одеяло. ■ Ҡыш урталарында ғына ер өҫтөн боҙ ҡатыш аҡ юрған ҡаплай. Н. Мусин. Март аҙаҡтарында .. көн битләүендәге ҡар өҫтө шаҙраланып, ала-ҡола ҡорама юрған ябынды. Р. Өмөтбаев. Мендәр-яҫтығың — йәшел бесән, юрғаның — зәңгәр һауа. С. Поварисов. • Урманым — бер ҡат юрғаным. Әйтем. Ярлының яҫтығы — ер, юрғаны — болот. Мәҡәл.
♦ Юрғаныңа ҡарап аяҡ һуҙыу мөмкинлегеңә, хәлеңә ҡарап эш итеү. □ соотв. Протягивать ножки по одёжке или по одеялу. Аҡсаң булмаһа, юрғаныңа ҡарап аяҡ һуҙаһың инде.
ЮРИДИК (Р.: юридический; И.: legal, juridical; T.: hukuk, hukuki) c.
1. Хоҡуҡ нормаларына һәм закондарына мөнәсәбәтле; хоҡуҡ фәндәрен өйрәнеүгә мөнәсәбәтле. □ Юридический. Юридик дәлил. Юридик нигеҙ. Юридик белем. Юридик факультет. И [Әкрәмдең] берҙән-бер теләге юридик институтта уҡыу ине. X. Зарипов. [Игебаевтың] үҙе менән алып килгән юғары юридик белемле өс белгесте лә ҡайҙалыр урынлаштырып өлгөргән, уларҙың хәҙер ҡайҙа йөрөгәнен эт тә белмәй. Р. Өмөтбаев. Бындай фажиғәле ваҡиғаға хас төрлө юридик тикшереүҙәр үткәндән һуң, Байрас атаһын үҙ ауылына алып ҡайтып күмергә булды. 3. Биишева.
2. Рәсми йәһәттән хоҡуҡлы. □ Юридически правомочный. Юридик хужа. Юридик хоҡуҡтар.
ЮРИДИК КОНСУЛЬТАЦИЯ (Р .: юридическая консультация; И.: legal aid bureau consultation; T.: hukuk danışmanlığı) и. юр.
Халыҡҡа хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса ярҙам күрһәтеү йәһәтенән адвокаттар кол
397