ЮРИСДИКЦИЯ
легияһы тарафынан ойошторолған учреждение. □ Юридическая консультация. Юридик консультация учреждениелары исемлеге. М Хәҙер уҙе эшләгән юридик консультация йортон һалып бөтөп киләләр ине ул ваҡыт. X. Зарипов.
ЮРИСДИКЦИЯ [лат. jurisdictio ‘суд атҡарыу’] (Р.: юрисдикция; И.: jurisdiction, judicature; T.: yargı yetkisi, yargı alanı) и. юр.
1. Суд атҡарыу хоҡуғы, хоҡуҡ мәсьәләләрен хәл итеү хоҡуғы. □ Юрисдикция, право производить суд. Юрисдикцияға эйә булыу.
2. Шундай хоҡуҡ таралған әлкә. □ Юрисдикция (область, на которую распространяется такое право, подведомственность). Кемдецдер юрисдикцияһына ҡарау.
ЮРИСКОНСУЛЬТ [лат. jurisconsultus ‘хоҡуҡсы’] (Р.: юрисконсульт; И.: lawyer, legal adviser; T.: hukuk müşaviri) и. юр.
Учреждениеларҙа хоҡуҡ мәсьәләләрен хәл итеү һәм ойошмаларҙа уның мәнфәғәтен яҡлау менән шөғөлләнгән юрист. □ Юрисконсульт (знаток и защитник прав и обязанностей юридического лица). / Юрисконсультский. Юрисконсульт эше. Юрисконсульт булып эшләу. М [Наил:] Минең әсәйем юрисконсульт булып эшләй. Р. Байбулатов.
ЮРИСЛЫҠ (юрислығы) (Р.: профессия юриста; И.: legal career; T.: hukukçuluk) и. юр.
Юрист һәнәре, юридик шөғөл. □ Профессия юриста, юридическая практика. Юрис-лыҡҡа уҡыу. Юрислыҡ менән шөғөлләнеу.
ЮРИСПРУДЕНЦИЯ [лат. juris prüden-tia ‘хоҡуҡ белеме’] (Р.: юриспруденция; И.: jurisprudence; T.: yasabilim) и. юр.
Хоҡуҡ хаҡындағы фәндәр. □ Юриспруденция (совокупность юридических наук, а также деятельность юристов). Юриспруденцияны өйрәнеу. Я Барыһын да һыйҙырған улар, йола-ғәҙәттәр, уҙҙәренә: әхлаҡ нормаларын да, юриспруденцияны ла, хатта биология закондарын да. Б. Рафиҡов. [Илгиз:] Юриспруденцияны белгең, әҙерәк аңлағың килһә, әйтәйек, милиция әлеге ише өйөңә керә аламы, юҡмы икәнен белгең килһә,
бер уйын уйнап алырға тәҡдим итәм. Ә. Әминев.
ЮРИСТ [нем. Jurist ‘хоҡуҡ белгесе’] (Р.: юрист; И.: jurist, lawyer; T.: hukukçu, adliyeci) и. юр.
Хоҡуҡ мәсьәләләре, юридик фәндәр буйынса белгес, хоҡуҡ әлкәһендә практик эш алып барыусы. □ Юрист; специалист по правоведению, юридическим наукам; практический деятель в области права. Юрист булып эшләу. Һәнәре буйынса ул юрист. ■ Илһам Камалович — коллегалары араһында абруйлы, байтаҡтан уҡ эшләп килгән, куп кенә сетерекле процестарҙы уңышлы алып барып сыҡҡан тәжрибәле юрист. Р. Байымов. Буласаҡ юрист Алёша Әбделмөсли-мовтар шайкаһының ҡара эшен тикшереу, асыуҙа быйыл йәй иң актив ҡатнашлыҡ итте. 3. Биишева. Фәҡәт юрист һәнәренә эйә булыу ғына яманлыҡ менән көрәшергә, бәхетһеҙлеккә тарыған кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙырға мөмкинлек бирәсәк. X. Зарипов.
ЮРМАЛАУ (юрмала-) (Р.: лезть вверх; И.: climb; T.: tırmalanmak) ҡ. диал.
1. Йәбешеп-тырмашып өҫкә үрләү; үрмәләү. □ Лезть вверх, взбираться. Ҡаяға юрмалау. М Ҡая аҫтына килеп баҫҡас, [Байморат] һөйәуле торған ағастан тейен шикелле юрмалап менеп китте. Н. Мусин. Илшатҡа иһә шул етә ҡалды, атаһының алдына юрмалап менде лә муйынына һарлыҡты. Н. Мусин.
2. Дүрт аяҡлап имгәкләү. □ Ползать на четвереньках. Бала юрмалай башланы.
3. Ваҡ-ваҡ баҫып, шәп атлау. □ Идти мелкими шажками; быстро перебирать ногами. Я Ул [Кинйәһолтан] ҙур кәбән төбөндә юрмалап йөрөгән ҡырмыҫҡаны хәтерләтә ине был мәлдә. Н. Мусин. Ала ҡарға юрмалай. Я. Хамматов.
4. кусм. Юғарыраҡ вазифаға күтәрелергә тырышыу. □ Стремиться к повышению в должности. Нисек булһа ла директор вазифаһына юрмаланы.
ЮРМАТЫ (Р.: название одного из башкирских племён; И.: name of a major Bashkir tribe; T.: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
398