ЮРТТЫРЫУ
Бер башҡорт ҡәбиләһенең исеме. □ Название одного из башкирских племён; юрматы. Юрматылар ҙур йыйынға әҙерләнә. Юрматы ырыуынан бик куп танылған шәхестәр сыҡҡан. L Юрматы ырыуы Көҙән егете Әхмәтша улы Әхмәтзәкиҙең Әбйәлил ҡунаҡтары менән танышыуы ошолай башланһа ла, бының менән генә бөтмәне. Р. Байымов. Юрматы старшинаһын куреп, уны тамам кундерергә, мәҙрәсәнең тәғәйен генә ҡайһы ауылда булырға тейешлеге хаҡында һуҙ ҡуйышырға кәрәк ине. Ғ. Ибраһимов.
ЮРМЫ (Р.: деревянный хомут для волов; И.: ox yoke; T.: öküz hamutu) и.
Үгеҙ ҡамыты. □ Деревянный хомут для волов. Юрмы кейҙереу. Юрмыһын һалдырыу.
ЮРМЫЙ (Р.: название племени и рода башкир; И.: Bashkir clan’s name; T.: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының ҡәбилә һәм ырыу исеме. □ Название племени и рода башкир; юрмый. Юрмый ерҙәре. ■ Алдар Иҫәнгилдене бер башҡорттоң осрашып һөйләшергә теләуе тураһында иҫкәрткәйнеләр иҫкәртеуен, әммә биләрҙәр, юрмыйҙар араһында ултырғанда һәр ишеткәнең иҫтә торамы ни! Б. Рафиҡов. [Бикйән аҡһаҡал - Алдарға:] Беҙ уҙебеҙ Ыҡ, Сон буйы башҡорттарыбыҙ. Биләр, байлар, юрмый ырыуынан кубебеҙ, — тип башланы ул. Ғ. Хөсәйенов.
ЮРТАҠ I (Р.: рысистый; И.: ambling; Т.: koşucu) с.
Юртыуға (1) шәп, шәп юртыусан. □ Рысистый. Юртаҡ ат. Юртаҡ тай. Юртаҡтар ярышы. ■ Уның [Ласлоның] юртаҡ аттары, көн һайын икешәр биҙрә һөт биреусе һыйырҙары, хеҙмәтселәре буласаҡ. И. Абдуллин. Ҡайһылары юртаҡ атта, ҡайһылары мотоциклда, ҡайһылары велосипед ярышында йәки йыр, бейеу, көрәштә, ырғыу, һикереу, йугереуҙә уҙырға әҙерләнә.
3. Биишева. • Юртаҡ атҡа юл ҡыҫҡа. Әйтем. Ат аҫылы — юртаҡ, өрәгәс эт — ҡурҡаҡ. Мәҡәл. Курҡаҡтың куңеле юртаҡ. Әйтем.
ЮРТАҠ II (юртағы) (Р.: рысак; И.: trotter; courser; T.: tırıs giden at) u.
Юртыуға шәп ат. □ Рысак. Юртаҡҡа менеп сабыу. Юртаҡтар ярышы. ■ Ярты сәғәттән эре һөйәкле алмасыуар юртаҡ уларҙы Тамъян-Ҡатай мәркәзе Таңғатарға табан елдерә ине инде. Р. Байымов. Урам буйлап килгән юртаҡтарҙың да аяҡ тауыштары ишетелмәй, баҫылды. С. Агиш. • Яҡшы юртаҡ — купкә уртаҡ. Мәҡәл. Алыҫ менән яҡынды юртаҡ белер. Мәҡәл.
ЮРТАҠЛАУ (юртаҡла-) (Р.: трусить;
И.: jog, trot; T.: tırıs gitmek) ҡ.
1. Бер яй менән юртыу. □ Трусить, идти трусцой; бежать рысцой. Ат юртаҡлап бара. ■ Ҡолаҡты баянан бирле тышаулы инәһе янында юртаҡлап йөрөгән ҡолон муйынына тағылған еҙ ҡыңғырау сыңлауы иркәләй. Д. Бүләков. Куп йөрөу арҡаһында оло юлды хәтерләтеусе баҫыу юлы буйлап ауыл Советының кук аты юртаҡлай. X. Ғиләжев. Ә-ә, һинме ни, урман хужаһы, — тип ҡыҙыҡһынып ҡарап ҡалды [Тимербәк] янынан ғына юртаҡлап утеп киткән боланға. Б. Ноғоманов.
2. кусм. Тегеләй-былай йүгергеләү. □ Бегать (бежать) туда-сюда, трусить (о человеке). Юртаҡлап атлау. Юртаҡлап йөрөу. ■ Тегеләй-былай юртаҡлап йөрөй торғас, тош ауып китте. Н. Мусин.
ЮРТАУЫЛ (Р.: авангард; И.: avant garde; vanguard; T.: öncü) и. иҫк.
Ғәскәрҙең алдан барған төркөмө. □ Авангард. Атлы ғәскәрҙәр юртауылы. ■ Албағар-ҙарҙан тыш, тирә-яҡҡа куҙ-ҡолаҡ булырҙай атлы төркөмдәр — юртауылдар ебәрелде. Б. Рафиҡов. Өфөнө дурт яҡтан да уратып, бар юлдарға дозорҙар, юртауылдар ҡуйҙы [Алдар]. Ғ. Хөсәйенов.
ЮРТТЫРЫУ (юрттыр-) к.
1. йөкм. ҡар. юртыу 1. понуд. от юртыу
1. Атты юрттырыу. Юрттырып барыу. ■ Көнө буйы эшләп арыған аттарҙы юрттырмайҙар, ҡыуаламайҙар. И. Абдуллин. Ат өҫтөндә ултырған килеш, ҡул биреп, Әхтәм әсәһе менән куреште лә, атына һуғып, юрттырып китеп барҙы. В. Исхаҡов.
2. Аяҡты етеҙ алып, шәп хәрәкәт итеү (атҡа һәм башҡа хайуанға ҡарата); юртыу. □ Быстро перебирать ногами; идти трусцой.
399